Пермь башҡорттары «Ҡарға бутҡаһы»на йыйылды

DSCN0412 (1)Ер-һыуға именлек, мул уңыш телəп үткəрелгəн йоланы мауыҡтырғысыраҡ итеү өсөн, сараны концерт-бəйге формаһында ойошторҙоҡ. Күңелле музыкаль уйындар ҙа ҡуштыҡ.

Байрамдың үҙенсəлеге шунда булды: телəгəн кеше «Сулпан», «Ғилмияза» коллективтары менəн берлектə был боронғо йоланы башҡарыуҙа ҡатнаша алды быйыл. Был рух күтəренкелеге, берҙəмлек тойғоһо бүлəк иткəндер. Яңы ғына бешкəн бутҡа ашау ҙа күңелле күренеш булды. Бəйгегə килгəндə, ул «Сулпан»дар араһында үтеп, 45 бала «Халыҡ йыры», «Бейеү», «Музыка ҡоралында уйнау», «Проект эштəр» һəм «Ирекле жанр» номинацияһында ҡатнашты. Балалар бик яҡшы əҙерлəнгəндəр ине.

Шулай булмай, улар йыл буйына оҫталыҡтарын арттырҙы. Концерт-бəйге бик матур барҙы. Балалар үҙҙəрен сəхнəлə ысын артистар кеүек иркен тотто. Сығыштар бер-береһен алмаштырып ҡына торҙо һəм һəр береһе алҡыштарға күмелде. Жюри ағзалары — край башҡорттары ҡоролтайы рəйесе Рəсил Мөхəмəтйəнов, Балалар сəнғəт мəктəбе директоры Марина Молькова, уҡытыусылар — Татьяна Конькова, Нина Чаусова, «Нефтсе» мəҙəниəт йортонан Илнар Шəйхəтəров «Бейеү» һəм «Ирекле жанр» номинацияһында еңеүсе тип Элина Зөбəйерованы атаны. Ул айырыуса шиғырҙы оҫта һөйлəһə, «Музыка ҡоралы» номинацияһында еңеүсе Эрвин Сəмиғолов ҡурайҙа «Салауат» көйөн уйнап ишеттерҙе. Күмəкбейеүселəрараһындаөлкəндəр төркөмөнə етеүсе булманы. «Проект» номинацияһын йəштəр заманса технологиялар менəн ҡыҙыҡһына, «Сулпан»дар ҙа алға атлаһын тип, индергəйнек. Был йəһəттəн Гөлнур Таиповаға «Афарин!», тибеҙ. Был байрамды уҙғарыуҙа, шулай уҡ бутҡа бешереүҙə лə ата- əсəлəр һəм «Ғилмияза»лар ярҙам күрһəтте. Край һəм Чернушка ҡалаһы ҡоролтайы, Балалар сəнғəт мəктəбе бағыусыларыбыҙ (спонсор) булды.

Зəүиə МАХАТОВА,

Чернушка ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рəйесе,

«Сулпан», «Ғилмияза» фольклор коллективтары етəксеһе.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *