Салауат районы үҙәгендә Төньяҡ-көнсығыш төбәк-ара ҡоролтайҙар берләшмәһенең кәңәшмәһе үтә

салауат районы12 апрелдә Салауат районы Малаяҙ ауылында Төньяҡ-көнсығыш төбәк-ара берләшмәһенә ҡараған ҡоролтайҙар рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары өсөн махсус семинар-кәңәшмә үтә. Атап әйткәндә, кәңәшмәгә Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондарынан һәм күрше Свердловск һәм Ҡурған өлкәләренән башҡорт ойошмалары ағзалары саҡырылған.

Сараның төп маҡсаты – район һәм ҡала ҡоролтайҙарының эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, алдынғы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә методик ярҙам күрһәтеү.

Семинар-кәңәшмә эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, тарих фәндәре кандидаты, билдәле тележурналист, «Шәжәрә» ойошмаһының директоры Салауат Хәмиҙуллин, филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты кафедраһы доценты Искәндәр Сәйетбатталов, «Башҡортостан» гәзитенең мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире, шағирә Лариса Абдуллина ҡатнаша.

Ҡоролтай вәкилдәре, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре, кәңәшмәгә йыйылып, ауыл биләмәләрендә беренсел ойошмаларҙы булдырыу, дәүләт һәм муниципаль власть органдары менән берлектә эшләү, халыҡты йәмәғәт эшенә йәлеп итеү, башҡорт телендә уҡытыу, балаларҙы башҡорт рухында тәрбиәләү, мәҙәниәтте үҫтереү, йәштәр менән эшләү өлкәһендәге бөгөнгө бурыстар хаҡында төплө фекер алышасаҡ.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *