“Урал батыр вариҫтары” көрәштә сыныға

урал-б-варистарыӨфөлә “Урал батыр вариҫтары” спартакиадаһы иҫәбенә көрәш турниры үтә. Баш ҡаланың башҡорт милли мәктәптәре командаларын 15 апрелдә Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатының “Шоңҡар” спорт комплексы ҡабул итә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡатнашыусылар иҫәбе сикләнмәй.

Ярыш шәхси һәм команда иҫәбенә алып барыласаҡ. Көрәшселәр 45, 50, 55, 60, 65, 70, 75 кг һәм 75-тән юғарыраҡ ауырлыҡта көс һынашасаҡ. Турнирҙы билдәле көрәшсе, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Жәлил Йосопов етәкселегендәге судьялар төркөмө хеҙмәтләндерә.

“Урал батыр вариҫтары” спартакиадаһы башҡорт милли мәктәптәре командалары араһында үтә. Уның ойоштороусылары булып “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге, Башҡорт йәштәре иттифағы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты сығыш яһай. Уҡыу йылы дауамында уҡыусылар баскетбол, волейбол, саңғы ярыштары, еңел атлетика, мини-футбол һәм шашка буйынса көстәрен һынай. Спартакиадаға уҡыу йылы аҙағында уҡыусылар һабантуйында йомғаҡ яһала.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *