БашВики хеҙмәттәшлеген киңәйтә

вики2Илһѳйәрлек тойғоһо тураһында һүҙ йѳрѳтһәк, ошо хаҡта әллә күпме бәхәсле әңгәмә ҡорорға, оҙон фәлсәфә һатырға булыр ине. Был тѳшѳнсәне һәр кем үҙенсә аңлай, үҙенсә фекер йѳрѳтә. Ҡайһы берҙәре уның файҙалы яғын самалай, ҡатмарлы һәм кәрәкмәгән яғын барлай. Икенсе берҙәре уға уйлап сығарылған тойғо, буш шѳғѳл тип ҡарай. Ә бына улар араһында, үҙ ереңдең ысын хужаһы булыу, уның бәҫен, мәртәбәһен арттырыу, кәрәге сыҡҡанда, уны һаҡлай ҙа, яҡлай ҙа белеү ѳсѳн, һис шикһеҙ, илһѳйәр булыу мотлаҡ, тип һанағандары күңелдә ҡыуаныс уята. Тыуған еренә, Ватанына, үҙ халҡына, уның ғѳрѳф-ғәҙәттәренә тоғро кешеләр булыуын күреү киләсәгебеҙҙе лә яҡтыраҡ, ѳмѳтлѳрәк иткәндәй күренә.

Илһѳйәр булыу кәрәкме?

Илһѳйәрлек сифаттарын тәрбиәләү мәктәптә һәр ваҡыт мөһим һаналды. Шулай ҙа 90-сы йылдарҙа гражданлыҡ сифаттарын үҫтереүгә дәүләт, йәмғиәт тарафынан да әллә ни иғтибар бүленмәне һәм был хаҡта артыҡ һүҙ ҡуйыртып тороусылар ҙа булманы тиерлек. Илһѳйәрлек орлоҡтары бала саҡтан уҡ үҙенән-үҙе күңелдә бѳрѳләнеп, тора-бара кѳслѳ хискә әүерелеүсе тойғо кеүек ҡаранылар уға. Тик һуңғы йылдарҙа илен, телен, халҡын яратыусылар әҙәйеп киттеме, әллә инде башҡа сәбәптәр килеп сыҡтымы, Хѳкүмәтебеҙ, илебеҙ етәкселәре был мәсьәләгә айырым иғтибар бүлә башланы. Рәсәй Президентының Флаг һәм Герб тураһында яңы закон проекты тәҡдим итеп, был символдарҙы үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләү ѳсѳн киңерәк файҙаланырға саҡырыуы ла ошо маҡсаттан сығып эшләнде лә инде. Ҡулға флаг тотоп, гимн йырлап тороуҙан ғына илһѳйәрлек хисе уянмай, тиеүселәр булһа ла, «Рәсәй Федерацияһы граждандарында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү» дәүләт программаһы ҡабул ителеү менән власть органдары тарафынан ошо йүнәлештә эш алып барыу ҙа әүҙемләшә тѳштѳ. Йәмәғәт институттары, мәктәптәр үҙ эшмәкәрлегендә был йәһәттән ныҡлы таяныс тапты.

Һүҙ юҡ, Ватанын, илен һәр кем үҙ күҙлегенән сығып ярата. Кѳсләп бер кемде лә илһѳйәр итеп булмай, илһѳйәр булып тыумайҙар, уны үҙеңдә тәрбиәләйҙәр һәм үҫтерәләр. Тик шулай ҙа, тарихыңдың ҡайҙан башланғанын белмәй тороп, илһѳйәр булып булмайҙыр. Ә был инде кешенең ниндәй мѳхиттә тәрбиәләнеүенә, кемдәр менән аралашыуына, белеменә, холоҡ-ғәҙәтенә лә туранан-тура бәйле була. Шуныһы ҡыҙыҡ, үҙеңде илеңдең, халҡыңдың илһѳйәре тип атауҙан алда, тәү сиратта, туған телеңде, тарихыңды  хѳрмәт итеү, уны яҡлау һәм үҫтереү, алдағы быуындың тормош тәжрибәһен ѳйрәнеп, уны киләһе быуынға тапшырыу кәрәк икәнен һәм быларҙың илһѳйәрлектең иң мѳһим, етди талабы булыуын барыһы ла аңлаймы икән? Ғѳмүмән, бѳгѳнгѳ заманда кәрәкме ул илһѳйәр булыу?

Сағыштырыу – рухи үҫеш ѳсѳн дә файҙалы

Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа күренә, тиҙәр. Бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торған шаулы заманда ситтәр тормошона күҙ һалып, үҙеңдеке менән сағыштырыу, бәлки, дѳрѳҫтѳр ҙә. Ни тиһәң дә, башҡаларҙан артта ҡалмаҫҡа, тиңдәр менән тиң булырға тигән сәм рухи үҫеш ѳсѳн дә файҙалы бит әле. Эргәһендәгеләр матурыраҡ йәшәгәндә, милләтен күтәреү, уның данын арттырыу ѳсѳн тырышҡанда, күңелендә сәме, дәрте булған кеше тыныс ҡына ҡул ҡаушырып ултыра ла алмайҙыр.

Украинаның Киев ҡалаһында үткән Вики-конференцияла тыуған уйҙар ҙа үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштырыу, алдағы быуын тәжрибәһенә, рухи мираҫыбыҙға тағы ла бер тапҡыр күҙ һалыу мѳмкинлеге бирҙе, үткәндәрҙең хатаһын, яңылышлығын ҡабатламай ғына, телебеҙҙе үҫтереү, уның абруйын күтәреү, тарихыбыҙҙы байытыу юддарын эҙләргә саҡырҙы.

Мәртәбәле сарала Польшанан, АҠШ-тан, Рәсәйҙән, Украинаның тѳрлѳ ҡалаларынан бик күп википедия ирекмәндәре ҡатнашты. Был сара «Викимедия фонды» һәм ирекле белемдәр проектына арналды. Параллель ике сессияла эшләгән конференцияла Украина викимедиясылары википроекттарҙы социаль селтәрҙәрҙә популярлаштырыу, уны артабан үҫтереү һәм яҡшыртыу буйынса яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү тураһында фекер алышты һәм Вики-экспедиция проекты тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Шулай уҡ википедия проектында ойошторолған мәҡәләләр һәм башҡа тѳрлѳ конкурстар, уларҙың һѳҙѳмтәләре тикшерелде, ойоштороу алымдары билдәләнде. Ҡатнашыусыларҙың тѳрлѳ ерҙән йыйылыуы, тѳрлѳ ѳлкәләрҙә эшләүе конференцияны йѳкмәткеле һәм файҙалы итеп уҙғарыуға, был йәһәттән көнүҙәк һаналған мәсьәләләрҙе хәл итергә, тѳрлѳ тел бүлегендә эшләгән ҡатнашыусылар менән тәжрибә уртаҡлашырға ярҙам итте. Сара барышында тәжрибәле Википедия ирекмәндәре үҙҙәренең эш алымдары менән уртаҡлашты, кѳнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.

Википедияға яҙ, таныштарыңды йәлеп ит

Халыҡ-ара конференцияла ҡатнашҡан Википедия проектының башҡорт бүлеге вәкиле булараҡ, «Википедияла башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының эшмәкәрлеге һәм матбуғат саралары менән хеҙмәттәшлек» темаһына сығыш яһарға насип булды. 286 бүлек араһында үҙаллы тел бүлеге булараҡ эшләгән башҡорт википедияһының һуңғы мәлдә юғары һѳҙѳмтә күрһәтеүе, мәҡәләләр күләменең кѳндән-кѳн арта барыуы берәүҙәрҙә ғәжәпләнеү, икенселәрҙә һоҡланыу тыуҙырһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙың әүҙемлек күрһәтеүе иһә барыһында ла ҡыҙыҡһыныу уятты, был йәһәттән бик күп һорауҙар бирелде.

Әлбиттә, сит илгә килеп тә, тәжрибә тупламау, ниндәйҙер яңы нәмәгә ѳйрәнмәү дѳрѳҫ булмаҫ ине, моғайын. Башҡаларҙың эш тәжрибәһен, уларҙың эшмәкәрлеген, әүҙемлеген үҙебеҙҙеке менән сағыштырыу, википедия проекттарында уңышлы эшләү ѳсѳн белемле генә түгел, ә тыуған ереңдең, телеңдең, ғѳрѳф-ғәҙәттәреңдең һәм бѳтә халҡыңдың ысын-ысынында илһѳйәре булыу кәрәклеген дәлилләне. Ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеге илһѳйәрлек тәрбиәләүҙе мәктәп иңенә генә һалып ҡуйыуҙың дѳрѳҫ булмауын, был йүнәлештә ғаилә, киң матбуғат саралары, йәмәғәт ойошмаларының, мәҙәниәт учреждениеларының да бурысы ҙур булыуын күрһәтте.

Илдәрендә донъялары буталып, сәйәси аңлашылмаусанлыҡ булғанда ла, мәҙәниәтен, йолаларын һәм тарихын донъя кимәленә күтәреү ѳсѳн Википедия киңлегендә ең һыҙғанып эшләгән Украина ирекмәндәренә кѳнләшергә генә ҡала. Был йәһәттән улар күмәкләп эшкә тотонған, ололар ғына түгел, уҡыусылар, студенттар ҙа тарихын, билдәле кешеләрен, мәҙәниәтен туплап, донъяға таныта, википедия мәҡәләләрен үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индерә. Мәҫәлән, Черкассы ѳлкәһендәге Шендеровка ауылының әҙәбиәт уҡытыусыһы Валентина Кодоланың да википедия менән хеҙмәттәшлек итеүен үҙебеҙҙең уҡытыусыларға ѳлгѳ итеп ҡуйырға булыр ине. Валентина 105 бала уҡыған ябай ауыл мәктәбендә балаларға белем бирә.

– Башта үҙем википедияла эшләп тәжрибә тупланым, илебеҙ данын донъяға танытыу ѳсѳн тѳрлѳ викиконкурстарҙа ҡатнаштым, күп мәҡәләләр яҙҙым. Әлеге ваҡытта «Википедияға яҙ, тәүҙә уҡыусыларыңды, шунан коллегаларыңды ѳйрәт!» тигән девиз менән эшләйем. Мәғариф системаһы бер урында ғына тормай, эҙләнеүҙе, ижади эшләүҙе талап итә. Уҡыусыларҙа белем алыуға ҡыҙыҡһыныу ғына түгел, тыуған тѳйәккә һѳйѳү тәрбиәләү ѳсѳн дә тѳрлѳ юлдар табабыҙ, ҡыҙыҡлы алымдарҙы файҙаланабыҙ. Дәресте википедия менән бәйләп, бер нисә ҡуяндың ҡойроғон тотабыҙ, белемебеҙҙе нығытабыҙ, уны ҡыҙыҡлы һәм йәнле итәбеҙ һәм шул уҡ ваҡытта википедияның украин телендәге бүлеген дә үҫтерәбеҙ. Уҡыусыларымды, башҡа тел бүлегендә эшләгән википедиясыларҙы миҫалға килтереп, кешенеке шәп, беҙҙеке тағы ла яҡшыраҡ булырға тейеш, тип сәмләндерәм. Уңышлы эш һѳҙѳмтәһен күреп, мәктәп етәкселеге лә был алымды хуплап күтәреп алды. Балаларҙың дәресте википедия менән теләп бәйләүе һәм ѳйрәнеүе башҡа фән уҡытыусыларында ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Әлеге ваҡытта инглиз теле уҡытыусыһын ошо йүнәлештә эшләтеү ѳсѳн тәжрибәм менән уртаҡлашам, асыҡ дәрестәр күрһәтәм. Уҡытыусылар ѳсѳн «Мәктәптә – Википедия» тигән ҙур мәҡәлә баҫтырҙым, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты ижади ҡарашлы уҡытыусы.

Польша Википедияһы вәкиле, Юлия-Мария Кошевская үҙҙәренең музейҙар менән тығыҙ бәйләнеш алып барыуы тураһында һѳйләп, эш алымдары менән бүлеште. Музей хеҙмәткәрҙәре википедистарҙы экспонаттар менән нисек файҙаланырға ѳйрәтһә, википедистар иһә глобаль киңлеккә сығарыу ѳсѳн мәҡәләләр яҙыу, фото ҡуйыу талаптары һәм авторлыҡ хоҡуҡтарын дѳрѳҫ файҙаланыу серҙәре менән уртаҡлашты. Дѳйѳм халыҡ мәнфәғәте ѳсѳн тиң хоҡуҡлы булып, килешеп эшләүҙе уртаҡ маҡсат итеп алған улар. Киләсәктә этнограф булырға йыйынған студенттарҙы ла үҙ тырышлыҡтары  менән википедияға әүҙем йәлеп итеүгә ѳлгәшкәндәр. Тарихта ҡалдырырҙай мѳһим мәғлүмәткә эйә булған һәм был хаҡта бер ҡайҙа ла яҙылмаған ауылдар, шәхестәр менән алдан килешеп, бергәләп викиэкспедициялар ойоштороу һѳҙѳмтәһендә википедия киңлегенә әллә күпме фото ҡуйылып, бик күп яңы мәҡәлә яҙылған.

«БоГеМА инициативаһы проекты» (китапханалар, галереялар, музейҙар, архивтар) буйынса сығыш яһаған Анна Хроболова телгә алған учреждениеларға википедия менән хеҙмәттәшлек итеүҙең ни тиклем һѳҙѳмтәле булыуына миҫалдар килтерҙе. Сайттар менән генә сикләнмәй, виртуаль донъяға сығарылған мәғлүмәттең киңерәк даирә уҡыусыларға барып етеүен аңлатты. Был йүнәлешкә ҡурсаулыҡтарҙы, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен, тәбиғәт парктарын йәлеп итеү үҙенсәлекле кадрҙар, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашыу мѳмкинлеге булдырыуын билдәләне.

Үҙеңде ни тиклем генә илһѳйәр тип һанаһаң да, белемең булмай тороп, халҡың мәнфәғәте ѳсѳн ниндәйҙер файҙалы эш башҡара алыуың да икеле, шуға күрә википедияла эшләү ѳсѳн дә, тәү сиратта, белемле, бар яҡлап та мәғлүмәтле булыуың шарт. Булған белемеңә таянып, хаталарға юл ҡуймай, үҙ һүҙеңде ѳҫкә сығара беләһең икән, тимәк, халҡың ѳсѳн дә әллә күпме файҙа килтерә алаһың. Викиконференцияла яңғыраған “Студенттар, википедия яҙығыҙ!” тигән сығыш был йәһәттән дә үҙебеҙҙең йәш быуынға кәрәкле әллә күпме файҙалы мәғлүмәт бирҙе. Әгәр тѳрлѳ уҡыу йорттарында белем алған студенттарыбыҙ ҙа әүҙем, илһѳйәр булып, улар тәжрибәһенә эйәрһә, бѳгѳн кѳндә тарихыбыҙҙы үҫтереүҙең, милләтебеҙ бәҫен күтәреүҙең ни тиклем мѳһим булыуын һәм киләсәктә был тырышлыҡтың үҙебеҙҙе лә, һис шикһеҙ, күтәрәсәген, абруйын арттырасағын аңлар ине. Украин студенттарының 50 ауылға викисәйәхәт ойоштороп, виртуаль донъя киңлегенә 2 меңләп уникаль фото ҡуйыуы, тѳрлѳ мәҡәләләр яҙыуы ғына ла уларҙың тыуған тѳйәгенә булған һѳйѳүен, киләсәк быуын ѳсѳн ваҡытын да, кѳсѳн дә йәлләмәүен күрһәтә.

Һарыҡтар ҙа иҫән, бүре лә туҡ

Һүҙебеҙҙе илһѳйәрлек тойғоһонан башлағайныҡ. Мәҡәлә барышында илһѳйәрлектең рухи ҡиммәт кенә булмауы, ә сәйәсәттә лә, мәҙәниәттә лә, ғѳмүмән, тормоштоң бѳтә ѳлкәләрендә лә мѳһим әһәмиәткә эйә тѳшѳнсә булыуы яҡшы аңлашылғандыр. Украина, Польша википедистары миҫалында ла илһѳйәрлек тойғоһон мәктәп эскәмйәһендә үк күңелгә һалып, уны артабан бѳрѳләндереп, башҡа даирәләрҙә үҫтереүҙең отошло яғы күренде. Илһѳйәр булыу ѳсѳн ҙур сығымдар талап ителмәй, шуға күрә гражданлыҡ бурысы хаҡында юғары трибуналарҙан һѳйләмәй, хәлебеҙҙән килерлек кенә аныҡ эштәр башҡарыу ҙа кем булыуыбыҙҙы асыҡ күрһәтәсәк.

Бѳгѳн үткәндәребеҙҙе киләсәк быуынға тапшырыу, үҙебеҙҙе тарихта ҡалдырыу, быуындар бәйләнеше булдырыу ѳсѳн тырышабыҙ икән, тимәк, киләсәк быуындың да башҡалар эргәһендә урынын белеп, үҙен ышаныслы тотоуы ѳсѳн ғорурланырлыҡ үткәне буласаҡ. Бында инде илһѳйәр булыуҙың шәхси күҙлектән ҡарағанда ла ни тиклем файҙалы булыуы күренә – бѳгѳн халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе күтәрәбеҙ, иртәгә улар беҙҙе күтәрә. Тарихи үткәндәрһеҙ киләсәктең булмауын аңлап, бѳгѳндән ең һыҙғанып википедияла эшкә тотоноу ҙа беҙҙең ни тиклем илһѳйәр булыуыбыҙҙы күрһәтәсәк.

Аяғыңда ныҡлы баҫып, ғорур йәшәү ѳсѳн тѳлкѳләй хәйләкәр, арыҫландай кѳслѳ булыуың шарт. Шуға күрә лә, йәмғиәттә үҙ урыныбыҙҙы юғалтмаҫ ѳсѳн, украин ирекмәндәренең эшен күрә белеү ҙә етер ине. Әллә ниндәй урау юлдар аша йѳрѳмәй, Википедия аша ғына ла үҙеңде халҡыңдың улы йәки ҡыҙы итеп күрһәтергә мѳмкин. Бәләкәй генә мѳмкинлектәрҙе лә үҙ мәнфәғәтебеҙҙә ҡуллана, файҙалана белеү ҙә мѳһим бѳгѳн. Мәҫәлән, теүәл генә бер системала эшләмәгән, һәр саҡ яңырыу кисергән мәғариф өлкәһендә генә туҡталайыҡ әле.XXI быуат – мәғлүмәт технологиялары һәм белем биреү ѳлкәһендә әллә күпме мѳмкинлектәр асҡан яңы заман. Дәрестә заман технологияларын ҡулланыу – Мәғариф министрлығының бѳгѳнгѳ талабы, уға таянып, бѳтә башҡорт донъяһының рухи һәм матди байлығын балаларға ғына түгел, башҡаларға күрһәтеү, танытыу әмәлен дә күрә белеү мотлаҡ. Бындай юл менән бирелгән белемде балалар ҙа еңелерәк, тиҙерәк һәм иң мѳһиме – ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үҙләштерәсәк. Улар күңелендә үҙ халҡы ѳсѳн ғорурлыҡ та, ниндәйҙер кимәлдә яуаплылыҡ, башҡалар менән тиң булыу ѳсѳн ынтылыш та уянасаҡ. Википедияға ылыҡҡан йәш быуын рухи яҡтан ғына тәрбиәләнмәйәсәк, ә грамотаға, аныҡ һәм ҡыҫҡа итеп фекерен белдерергә, ижади эшләргә лә ѳйрәнәсәк. Ѳйгә эш итеп бирелгәнреферат, доклад, эҙләнеү-тикшеренеү эштәре урынына ниндәйҙер мәғлүмәтте википедия киңлегенә сығара белһәк, үҙебеҙ генә түгел, киләсәк быуын да, һис шикһеҙ, эшебеҙ һѳҙѳмтәһенең емештәрән татыясаҡ. Ошо ѳлкәләге мѳмкинлектәрҙе үҙ мәнфәғәтебеҙҙә дѳрѳҫ ҡуллана белеү, һарыҡтарҙы ла иҫән, бүрене лә туҡ итәсәк.

Баш киҫелгәс, сәсте йәлләп иламайҙар

“Бѳгѳн, йәштәрҙе ватансылыҡ рухында йәки арҙаҡлы шәхестәребеҙ өлгөһөндә тәрбиәләү дѳрѳҫмѳ, әллә инде фәнгә ылыҡтырыу яҡшымы?” тигән һорау ҙа ҡайһы берәүҙәрҙә икеләнеү тыуҙыра. Шуға күрә илһѳйәр генә түгел, белемле булыуҙың да тѳп шарт икәнлеген күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Әлбиттә, бында инде күңелеңә ниндәйәрәк орлоҡтар һалыныуынан да күп нәмә тора. Илһѳйәрҙәр тәрбиәләгән кешенең бар яҡлап та белемле, мәҙәниәтле булыуы ла мотлаҡ. Ошо урында балалар баҡсаһында эшләгән юғары белемле тәрбиәсенең Республика кѳнѳнә арналған сарала герб һәм флагтағы символдарҙы, тѳҫтәрҙе балаларға дѳрѳҫ аңлатмауы, милли эсемлек ҡымыҙҙы ҡумыҙ уйын ҡоралы менән бутап һѳйләүе тураһында әсенеп һѳйләүҙәре иҫкә тѳшә. Дәүләт гербына тѳшѳрѳлгән ҡурайҙың  нимә аңлатҡанын үҙе лә белмәй, уны республикалағы ете район тип һѳйләгән педагог балаларға ниндәй илһѳйәрлек тойғоһо һала алһын инде, тип ғәжәпләнгәйнеләр. Ошо бәләкәй генә миҫалдан да белемһеҙ булыуҙың ниндәй етди эҙемтәләргә килтереүе яҡшы күренә. Халыҡ исеменән һүҙ йѳрѳтәһең, уның мәнфәғәтен яҡлайһың икән, һәр һүҙең, ҡылығың ѳсѳн яуаплы булыуыңды ла иҫтә тотоу мѳһим.

Илһѳйәрлек башҡа милләттәр менән дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек булдырыу буйынса ла оло әһәмиәткә эйә. Бында үҙ милләтенең илһѳйәре булған википедиясыларҙы миҫалға килтерергә була. Мәҫәлән, википедия бәйләнеше арҡаһында барлыҡҡа килгән бәйләнеш һѳҙѳмтәһендә Украина википедияһы үҙ уҡыусыларына Башҡортостан тураһында яңынан-яңы мәҡәләләр еткерә, беҙҙең республикаға арналған викиконкурстар ойоштора. 3-16 июлдә үткән Башҡортостанға арналған тематик аҙналыҡта 161, “Вики-яҙ” конкурсына 60 мәҡәлә яҙғандар. Әлеге ваҡытта башҡорт википедияһы бүлегендә иғлан ителгән «Башҡортостан айлығы» конкурсында ла улар әүҙем ҡатнаша. Украин википедистары рәтендә Башҡортостан тураһында даими мәҡәләләр әҙерләгән, беҙҙең республиканы яратҡан, йәшәйешебеҙ, милләтебеҙ хаҡында башҡаларға һѳйләргә теләгән ирекмәндәр ҙә күп. Башҡортостандағы сәфәрҙәренән һуң «Культура и жизнь» гәзитендә Мәжит Ғафури, Рәми Ғарипов музейҙары, башҡорт википедистары тураһындағы мәҡәләлә лә, Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын украин теләнә тәржемә итеүҙәре уларҙың беҙҙең милләткә ҡарата ихтирамын, ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. Украиндар башҡорттарҙы, асыҡ, толерантлы, бай рухи мираҫлы халыҡ булараҡ, хѳрмәт итә. Республикабыҙҙы милли геройыбыҙ данлыҡлы батырыбыҙ Салауат Юлаев аша яҡындан белә. Умартасылыҡ буйынса беҙҙең республика менән тәжрибә уртаҡлашыусы, хеҙмәттәшлек итеүсе википедистар ҙа бар.

Бәлки, кемдер википедия һәм илһѳйәрлек араһында ниндәйҙер бәйләнеш таба алмай аптырар. Тик, аҡыллыға ишара тигәндәй, үрҙә килтерелгән миҫалдар күңелендә милләтем, телем тип баҙлаған бәләкәй генә осҡон йѳрѳтѳүселәрҙе дѳрләтеп ебәрмәҫме тигән ышаныс тыуҙыра. Ата-бабаларҙан ҡалған мираҫты һаҡламаһаҡ, тарихыбыҙҙы үҫтерә белмәй рухи байлығыбыҙҙы туҙҙырһаҡ, башын юғалтып, сәсен йәлләгән кеше хәленә тѳшмәҫбеҙме? Украин ирекмәндәре республикабыҙҙы күтәреп, уның мәҙәниәте, тормошо менән ҡыҙыҡһынып, уны бѳтә донъяға танытып эш алып барғанда, үҙебеҙгә был эштән ситтә ҡалыу оят булмаҫмы?!

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

Одно мнение на “БашВики хеҙмәттәшлеген киңәйтә

  1. Эльзаның яҙған фекерҙәренә ҡуш ҡуллап ҡушылам! Үҙебеҙҙе үҙебеҙ күтәрәйек! Телебеҙҙе, иң ҙур байлыҡ, тип күңеле менән аңларлыҡ, мәҙәниәтебеҙҙе танытырлыҡ киләсәк быуын үҫеүен теләйем! Асылыбыҙҙы юғалтмайыҡ, беҙ ғорур ата-бабаларыбыҙҙың вариҫтары лаһа…

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *