Фиҙаҡәрлек онотолмай

мухаметгали искужин19 апрелдә Күмертауҙа бөгөнгө дәүер мәғрифәтсеһе, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәт Исҡужиндың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған, БР Мәғариф министрлығы, Күмертау башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, ҡаланың мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, мәғариф идаралығының ижади төркөмө ойошторған «I Исҡужин уҡыуҙары» Республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды.

Мәртәбәле сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова, «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге етәксеһе Риф Иҫәнов, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ уҡытыусылары Миңһылыу Усманова һәм Гөлнур Нәбиуллина, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова, Мөхәмәт Исҡужиндың улдары — Рәмил һәм Юлай Исҡужиндар, шулай уҡ  башҡа туғандары ҡатнашты.

искужинскиечтенияҠала башлығы урынбаҫары Наталья Лапшина, 3-сө БРГИ-ла ойошторолған пленар ултырышты асып, сараның ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рәйсә Абдрахман ҡыҙы, Ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғолов исеменән тәбрикләү һүҙҙәрен еткереп, конференцияла ҡатнашыусыларға уңыштар теләгәндән һуң: «Халҡыбыҙҙың рухлы вәкилдәре, хәтерле милләттәштәребеҙ йыйылды был сараға. Сөнки Мөхәмәт ағай  Исҡужин үҙе тере саҡта уҡ үҙенә һәйкәл ҡуйған кеше ине. Уның эшен дауам итеү — беҙҙең кемлегебеҙҙе лә таныта. Был донъяла иң ҡурҡынысы — битарафлыҡ. Башҡорт теленә, милләтебеҙ киләсәгенә битараф булмайыҡ», – тип баҫым яһаны.

«Юшатыр» гәзитенең яуаплы сәркәтибе Тәлғәт Шаһманов төп иғтибарын заманыбыҙ мәғрифәтсеһенең милли мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлегенә йүнәлтте. “Халҡыбыҙ өсөн еңелдән булмаған бөгөнгө социаль-иҡтисади тормош  арҙаҡлы шәхесебеҙҙең педагогик мираҫын төплө өйрәнеүҙе, уны урбанизация шарттарында практик ҡулланышҡа индереүҙе талап итә, – тине ул. – Мөхәмәт Ғәли улы башҡорт милли мәғарифының төп нигеҙ таштары  балаларыбыҙға милли балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәм инновацион уҡыу йорттарында тулыһынса үҙ туған телдәрендә белем һәм тәрбиә бирә алыу аша һалына, тип иҫәпләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәп һәм һылтауҙар арҡаһында уның был теләк-талабы һаман да тулыһынса ғәмәлләштерелмәй. Хатта ул, үҙе йөрөп, юллап, астырған уҡыу йорттарында ла бынан ситкә тайпылыу күренештәре күҙәтелә. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең изге эштәренә хыянат итмәһәк ине, милләттәштәр!

Дөрөҫөн әйткәндә, башҡорт милли мәғарифын уңышлы үҫтереү юлдары бөгөн дә әлегә Мөхәмәт Исҡужин кеүек энтузиастарыбыҙ, илһөйәрҙәребеҙ иңендә, бөтә ауырлыҡ уларға төшә. Был яҡлап башҡорт милли ижтимағи ойошмалары, шул иҫәптән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ла, ҡулдарынан килгәнсә, эш алып бара. Һуңғыларының был йәһәттән роле ифрат та ҙур. Сөнки йәш ата-әсәләр араһында ағартыу, аңлатыу эштәре алып барыу – уларҙың төп бурыстарының береһе. Милләттәштәреңде балаларын милли уҡыу йорттарында белем һәм тәрбиә алырға өндәү, саҡырыу бер ниндәй ҙә милләтселеккә инмәй. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы буйынса һәр граждан үҙ туған телендә белем һәм тәрбиә алырға тулыһынса хоҡуҡлы. Тик, үкенескә ҡаршы, күп ҡан-ҡәҙәштәребеҙ ана шул хоҡуҡтарын белеп еткермәй. Тап бына шундай саҡта кәрәк тә инде Мөхәмәт ағай кеүек шәхестәр! Тап бына шундайҙар ғына милләттәштәренең милли үҙаңын уята, башҡорт милли мәғарифын үҫтереү юлында аныҡ эштәр башҡара ала. Был – бер. Икенсенән, милли үҙаңы яҡшы үҫешкән, үҙенең йәшәйешен, булмышын халҡынан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмаған һәр башҡорт, бигерәк тә, милли интеллигенциябыҙ вәкилдәре үҙ балаларын ғаиләлә, балалар баҡсаларында, уҡыу йорттарында туған телендә тәрбиәләү, уҡытыуҙа башҡаларға мотлаҡ өлгө күрһәтергә бурыслы. Был йәһәттән атай кеше, ғаилә башлығы булараҡ, изге бурысымды намыҫлы үтәнем, тип әйтә алам. Игеҙәк улдарым Айтуған менән Айсыуаҡ башҡорт ғаиләһендә атай, әсәй, олатай, өләсәйҙән халҡыбыҙҙың иң матур ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары нигеҙендә күркәм тәрбиә алып үҫте, улар яҙамында телдәре асылды, улар ярҙамында туған тел нескәлектәренә төшөндө. Артабан шул ыңғай башланғыс Мөхәмәт ағай юллап астырған Күмертауҙың «Айгөл» балалар баҡсаһында, шәхесебеҙҙең исемен йөрөткән 13-сө башҡорт башланғыс мәктәбендә, Республика политехник лицей-интернатында дауам ителде. Шундай тәрбиә һәм белем биргәндәре өсөн улар барлыҡ тәрбиәсе, уҡытыусыларына рәхмәтле. Мин дә, ғаилә башлығы булараҡ, балаларыбыҙҙың заманында Мөхәмәт Исҡужин тарафынан нигеҙ һалынған башҡорт милли мәғарифы мөхитендә белем, тәрбиә алып үҫеүҙәре менән барлыҡ милләттәштәрем алдында сикһеҙ ғорурлыҡ кисерәм һәм һәр башҡорт ғаиләһе беҙҙеке кеүек булһын ине, тигән изге теләктә ҡалам.

Милли балалар баҡсалары, мәктәптәр асылып та, уларҙа буш өҫтәлдәр, парталар торһа, милләтебеҙ өсөн шунан да ҙур хурлыҡ юҡтыр. Ундай хәлдәр айырым уҡыу йорттарында булманы түгел булды. Алдағы йылдарҙа был хаталарыбыҙҙы башҡаса ҡабатламайыҡ, арҙаҡлы мәғрифәтсебеҙ Мөхәмәт Исҡужиндың изге педагогик мираҫына хыянат итмәйек. Киреһенсә, беҙ уны артабан үҫтерергә, дауам итергә бурыслыбыҙ”.

Пленар ултырыштан  һуң сарала ҡатнашыусылар ҡаланың Мөхәмәт  Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башланғыс мәктәбе янында урынлашҡан мәғрифәтсе һәйкәленә сәскәләр һалды.

Артабан Күмертау, Мәләүез, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Ағиҙел, Өфө ҡалаларынан, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Федоровка, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Йылайыр, Бөрйән, Баймаҡ райондарынан килгән йөҙләп ҡатнашыусы, ун секцияға бүленеп, фәнни-ғәмәли конференция эшен дауам итте. Аҙаҡ, ҡунаҡтар М. Исҡужин музейы менән танышҡандан һуң, түңәрәк өҫтәл артында секция эштәренә йомғаҡ яһалды, еңеүселәргә БР Мәғариф министрлығының Почет грамоталары, дипломдары тапшырылды.

Арҙаҡлы мәғрифәтсенең күркәм юбилейы айҡанлы ойошторолан сара «Рассвет» мәҙәниәт йортонда 3-сө БРГИ, 13-сө мәктәп уҡыусылары, «Айгөл» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән матур концерт менән тамамланды.  Халҡыбыҙҙың тарихын, телен тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәргә Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

«Исҡужин уҡыуҙары – әһәмиәтле, һөҙөмтәле һәм бик кәрәкле йолаға әүерелеренә шик юҡ.

Розалия ҒӘЛИЕВА,

Автор фотоһы

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *