Урал аръяғы ҡоролтайы «Таҙа Һаҡмар» акцияһын иғлан итте

сакмараЭкология һәм айырым тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау йылы уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы төбәк-ара башҡорттары ҡоролтайы «Таҙа Һаҡмар» акцияһын иғлан итте.

Ошо уңайҙан яңыраҡ Әбйәлил район хакимиәте башлығы акцияны ойоштороусы — «Атайсал» гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, Урал аръяғы башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Ирек Бикмәтов,  Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай төбәк комитеты начальнигы Гөлнара Ноғоманова һәм районыбыҙҙың был эш өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.

Планға ярашлы, акция май айында, йылға башланғыс алған урында — Әхмәт ауылында старт алып, эстафета рәүешендә Урал аръяғы райондары буйлап үтәсәк. Акцияла Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһенең Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан ауыл биләмәләре ҡатнашасаҡ. Өмә барышы һәр биләмәлә махсус булдырылған альбом битендә яҡтыртылып, башҡарылған эш ҡыҫҡаса (күпме кеше өмәгә сыҡҡан, нисә йөк ҡый түгелгән, өмәлә ҡатнашыусыларҙың йәше һәм башҡа мәғлүмәттәр) теркәп барылырға тейеш.

Эстафетаны 11 майҙа Ҡырҙас ауыл биләмәһе Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары сигендә Билал ауылы делегацияһына тапшырырға ниәтләй. Хөрмәтле милләттәштәр, һеҙҙе акцияға дәррәү ҡушылырға, ер-һыу, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөгөҙҙө индерергә саҡырабыҙ!

Билдәле булыуынса, көньяҡ Уралда ҙур йылғаларҙың береһе булған Һаҡмарҙың оҙонлоғо 760 километр, шуның 384 километры Башҡортостан аша аға. Данлыҡлы Һаҡмар бик оҙон һәм бормалы юл үтә, уны һаҡлау һәм яҡлау беҙҙең изге бурыс.

Вил ИЛҺАМОВ,

Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *