Ғәскәровсылар ғәйнә башҡорттарының бейеүен өйрәнә

1Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле балетмейстеры Риф Ғәбитов менән Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Наталья Степанова Пермь крайының Барҙа районында эш сәфәрендә йөрөп ҡайтты. Барҙа тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондын ҡарағандан һуң сәнғәт эшмәкәрҙәре Ишем, Березники һәм Елпачиха (башҡортса ялпаҡ һүҙенән алынған) ауылдары музейын ҡараны, урындағы традицион кейем өлгөләрен, фольклор элементтарын, ғәйнәләрҙең бейеүҙәрен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнде.

Риф Ғәбитов әйтеүенсә, Ғәйнә башҡорттарының бейеүе дәүләт ансамбленең репертуарында мотлаҡ булырға тейеш.

– Ғәйнәләр – әҙәби башҡорт теленән, Башҡортостандағы мөхиттән ситтә тороп ҡалған халыҡ. Ҡыуаҡан һәм юрматы диалекты нигеҙендә әҙәби тел ҡабул ителгәндә беҙҙең төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләше иҫәпкә алынмаған. Бөгөн беҙҙең ансамбль репертуарын да башлыса көньяҡ башҡорттарының бейеүҙәре тәшкил итә. Бығаса тейешле кимәлдә файҙаланылмаған тарихи ҡомартҡыларҙы өйрәнеп, үҙләштерергә ваҡыт, – ти Риф Фәтих улы. – Ғәйнәләр бейеүен тергеҙеп, профессиональ йәһәттән эшкәртеп, репертуарға индерергә тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Айырымланып йәшәгән ғәйнә башҡорттарының мәҙәниәтендә фин-уғыр, мишәр мәҙәниәтенең йоғонтоһо ла асыҡ һиҙелә. Шулай ҙа башҡортлоҡ ярылып ята. Бик үҙенсәлекле, матур бейеү килеп сығырға тейеш.

Сәнғәт белгестәре Барҙалағы музей ҡомартҡыларын өйрәнеүҙән тыш, урындағы ижади коллектив етәкселәре, бейеү ҡуйыусылар менән дә осрашҡан, тальян гармунда башҡарылған Барҙа көйҙәрен тыңлаған.

– Этнографик материалды йыйып алып ҡайтыу менән эш бөтмәй. Бейеү һалыу, сәхнә кейемен ижад итеү өсөн ярайһы күп ваҡыт талап ителә. Кейем айырыуса мөһим. Сөнки тап сәхнә костюмы бейеүҙең характерын билдәләй. Алда беҙҙе ҙур эш көтә. Ауыр булыуға ҡарамаҫтан, эшебеҙҙе Республика көнөнә оло сәхнәгә сығарырға тырышырбыҙ, – тип белдерҙе Риф Ғәбитов.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *