Мәскәүҙә иҫтәлекле сара

актирма москваОшо көндәрҙә Мәскәүҙең Манеж майҙанында “Быуындар йөрәгендә хәтер һәм ғорурлыҡ” партия проектына ярашлы ойошторолған автоуҙышта ҡатнашыусылар менән осрашыу булды.
Автоуҙыш Ҡырғыҙ-Миәкә – Ҡазан – Мәскәү – Климов – Завод, Юхновский районы, Калуга өлкәһе – Ҡарман, Гагарин районы, Смоленск өлкәһе – Великие Луки – Себеж – Смоленск – Брянск – Орел – Курск – Тербуны, Тербуны районы Липецк өлкәһе – Воронеж – Волгоград – Һарытау – Ҡырғыҙ-Миәкә маршруты буйынса үтә. Әлеге акцияның координаторы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айҙар Ғәлимов.


Осрашыуҙа Башҡортостандың һәм Татарстандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, офицерҙар – Рәсәй Геройҙары, “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге активистары ҡатнашты. Митингтан һуң сараға килеүселәр Александр баҡсаһындағы Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә сәскә һалды.

Гөлсинә Батыршина, Мәскәүҙәге “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе:
Беҙ 2-се Тербуны ауылында йәшәгән яҡташыбыҙ Замир Вахитовтың саҡырыуы буйынса төбәктә ике тапҡыр булдыҡ. Башҡорттарға унда мөнәсәбәт бик яҡшы. Шуға күрә әлеге сара барыбыҙ өсөн дә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Липецк өлкәһенең Тербуны районында эҙәрмәндәр аяғы баҫмаған ерҙәр бар. Тиҙҙән төбәккә Антон Торгашов етәкселегендә төркөм юллана. Улар башҡорт яугирҙәре ерләнгән урындарҙа ҡаҙыу эштәре менән шөғөлләнәсәк. “Аҡ тирмә” клубы ағзалары ла улар менән бергә сәфәргә әҙерләнә. Беҙ эҙәрмәндәргә ярҙам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ шайморатовсыларҙы хәтерләгән, белгән өлкәндәр менән осрашырға, бүләк тапшырырға, туғандар ҡәберенә сәскә һалырға ниәтләйбеҙ. Обелискты, һәйкәлде яңыртырға, фамилияларҙы ҡайтанан ҡарап сығырға кәрәк. Әйткәндәй, Замир Вахитов күптән түгел архивтан 131 фамилияны эҙләп табып, һәләк булғандарҙың исемлеген тәртипкә һалды. Яңы обелиск ҡуйып, тотош мемориал асылһа, бигерәк яҡшы булыр ине лә, тик барыһы ла аҡсаға бәйле.

“Башҡортостан” гәзите

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *