Ҡор йыйылды, яңы маҡсаттар ҡуйылды

113 апрелдә 25-се башҡорт гимназияһында Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау конференцияһы үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев, Юрматы ырыуы ҡор башы  Риф Иҫәнов, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Зуев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Суфия Етеханова ҡатнашты. Шулай уҡ башҡарма комитет ағзалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, йәмәғәтселек саҡырылғайны.

Ҡоролтай ултырышының көн тәртибенә ойошманың уҙған мөҙҙәттәге эшмәкәрлегенә байҡау яһау, башҡарма комитетының яңы составын һәм Юрматы ырыуы байрамына делегаттар һайлау кеүек һорауҙар сығарылды. Александр Георгиевич Салауат ҡалаһында теркәлгән йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

DSC00040Сибәғәт Ғибәт улы Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының уҙған йылдарҙағы эше хаҡында бәйән итте. Уның сығышын мәғариф идаралығы етәксеһе Фруза Хәбибуллинаның белем биреү учреждениеларында «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы Закондың үтәлеше тураһындағы телмәре тулыландырҙы. Салауат ҡалаһында башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен, телен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, киләсәктә үҫтереү йүнәлешендә башҡарылған сараларға мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тимербулатова, «Ағинәйҙәр» клубы етәксеһе Рәшиҙә Буранғолова, 25-се башҡорт гимназияһы директоры Гөлфиә Дәүләтҡолова ентекле туҡталды. «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Мәзит Әминев, Ҡоролтай депутаты Суфия Етеханованың сығыштары ҡалалағы йәмәғәт ойошмаларының бәйләнешенә һәм милләттәр араһындағы татыулыҡ, дуҫлыҡҡа арналды.

Вельмир Хәйбрахман улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эшмәкәрлеге һәм урындағы ҡоролтайҙар алдында торған бурыстар тураһында һүҙ тотто. Яңыраҡ ҡына ошо йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип билдәләү ҡарары ҡабул ителгәйне. Әле 14 декабрҙе, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөн, Башҡорт теле көнө итеү идеяһы ҡарала. Ул дата булараҡ билдәләү өсөн генә түгел, төрлө әһәмиәтле саралар ойоштороу өсөн дә булдырыла.

DSC00051Ултырышта Салауат башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы составы һайланды. Унда хакимиәт башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина, Мәғлүмәт үҙәге директоры Сибәғәт Рахманғолов, индустриаль колледж уҡытыусыһы, «Ағинәйҙәр» клубы етәксеһе Рәшиҙә Буранғолова, мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тимербулатова, драма театры директоры Илдар Маннапов, ҡала Советы депутаты Мөхтәр Сабитов, белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы директоры Зөлфиә Ишембәтова, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры урынбаҫары Айгөл Ҡәҙерғолова, «Салауат» телекомпанияһының баш мөхәррире Әлфирә Сабитова, 25-се башҡорт гимназияһы директоры Гөлфиә Дәүләтҡолова, башҡорт теле уҡытыусыһы Иҙел Хәлимов, «Капитал» компаниялар төркөмө идаралығы етәксеһе Рөстәм Юлтимеров, КПРФ ағзаһы, Афған һуғышы ветераны Наил Хисаметдинов, «Салауат» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Зилә Сәлимова инде. Ҡала комитеты рәйесе итеп Сибәғәт Рахманғолов һайланды. Конференцияла шулай уҡ Ишембай ҡалаһында үтәсәк Юрматы ырыуы ҡорона Салауат ҡалаһынан барасаҡ 21 делегат та раҫланды.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *