Урал батыр вариҫтары һабантуйға йыйылды

Яңы уҡыу йылы башланыу менән старт алған «Урал батыр вариҫтары» спартакиадаһы май аҙағында ғына ябылды. Билдәле булыуынса, унда Өфөләге барлыҡ башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары ҡатнашты. Уҡыу йылы дауамында уҡыусылар баскетбол, волейбол, саңғы ярышы, еңел атлетика, мини-футбол һәм шашка буйынса көстәрен һынаны. Сергей Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында шуға йомғаҡ яһап, спартакиадала ҡатнашыусылар өсөн мәктәп […]
Продолжить чтение…

 

Исемлек тә ҙур, атҡараһы ғәмәлдәр ҙә күп

Ни бары ике йыл ғына ҡалған. Хатта уныһы ла тулы йыл түгел. Һүҙем – Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуҙы билдәләү хаҡында. Яңыраҡ Өфөлә үткән башҡорт ҡоролтайҙарының Үҙәк төбәк-ара берләшмәһенә ингән башҡарма комитет рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары менән семинар-кәңәшмәлә тап ошо хаҡта етди һүҙ алып барылды.
Продолжить чтение…

 

Ҡоролтай – ул һин, мин, һеҙ, беҙ

БДУ-ның Бөрө филиалында Бөрө район-ара берләшмәһенә ингән Бөрө, Асҡын, Мишкә, Ҡариҙел, Благовещен, Борай, Балтас райондарының башҡорт ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары өсөн семинар-кәңәшмә үткәрелде. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Башҡарма комитет белгестәре Рәйсә Күзбәкова, Айрат Искәндәров, Марат Ғилманов, тарихсы һәм тележурналист Салауат Хәмиҙуллин, филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты […]
Продолжить чтение…

 

Ғабдулла Туҡайҙың Барҙа тамырҙары

Атаһы уның исемен метрика кенәгәһенә “Ғабдуллажан”, йәғни “Ғабдуллайән” тип теркәгән. Беҙгә ул Ғабдулла Туҡай булараҡ билдәле. Барлығы 27 йыл ғына ғүмер кисергән талантлы шағирҙың тамырҙары әсәһе яғынан ғәйнә башҡорттарына тоташа. Шағирҙың ҡартатаһы Зиннәтулла Зәйнелбәшир улы Әмиров үҙенең шиғри юлдар менән яҙылған биографияһында “Тыуған илем Ҡажмаҡты ҡәрйәһелер” тип яҙған, йәғни ул хәҙерге Барҙа ауылынан. ХIХ быуат […]
Продолжить чтение…