Урал батыр вариҫтары һабантуйға йыйылды

1Яңы уҡыу йылы башланыу менән старт алған «Урал батыр вариҫтары» спартакиадаһы май аҙағында ғына ябылды. Билдәле булыуынса, унда Өфөләге барлыҡ башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары ҡатнашты. Уҡыу йылы дауамында уҡыусылар баскетбол, волейбол, саңғы ярышы, еңел атлетика, мини-футбол һәм шашка буйынса көстәрен һынаны. Сергей Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында шуға йомғаҡ яһап, спартакиадала ҡатнашыусылар өсөн мәктәп һабантуйы уҙғарылды.

Байрамды ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге һәм Башҡорт йәштәре иттифағы. Ә һабантуй үткәреүҙең төп маҡсаты иһә туған телдә аралашыу, уҡыусыларға халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һеңдереү, уларҙы башҡорт рухлы итеп үҫтереү булып тора.


Ысынлап та, төрлө мәктәптәрҙән йыйылған башҡорт балаларының үҙ телебеҙҙә аралашыуын, сағыу сығыштарын күреү йөрәктәргә май булып яғылды. Сәнғәт оҫталары бер-береһен алыштырып ҡына торҙо. Ана, 48-се башҡорт лицейынан Гөлназ Нафиҡова моң2ло тауышы менән һабантуйҙы нисек йәмләп ебәрҙе! Һынлы сәнғәт интернат-гимназияһынан «Йәйғор» бейеү коллективы солисткаһы Алһыу Абсаликова ла «Заһиҙә»не бигерәк оҫта баш­ҡарҙы. 140-сы башҡорт гимназияһынан Искәндәр Әминев «Гармунсы» йыры менән барыһын таң ҡалдыр­һа, 136-сы башҡорт лицейынан «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсында Гран-при яулаусы Нурсилә Фазлетдинова бейеүе менән барыһын әсир итте. Был көндө сығыш яһаусылар күп булды. Һабантуй үтә торған майҙан гөрләп торҙо. Тамашасылар бай программалы концерт менән бергә милли спорт ярыштарын да ҡарап кинәнде.

3Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, 2016/17 уҡыу йылында «Урал батыр вариҫтары» спартакидаһында еңгән командаларға бүләктәр тапшырҙы.
I урынға – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы, II урынға – Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы, III урынға Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы сыҡты.
Ә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығынан Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова спартакиадала әүҙем ҡатнашҡан мәктәптәрҙе бүләкләне.
Көрәш борондан һабантуй байрамының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Был милли спорт төрөнә бөгөн дә иғтибар ҙур. «Урал батыр вариҫтары» спартакиадаһында көрәш турнирының абсолют батыры исеменә быйыл Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы Иҙел Дәүләтбирҙин лайыҡ булды.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *