Баймаҡ районында 11 ауыл биләмәһе “Таҙа Һаҡмар” акцияһында ҡатнашты. Өмәгә алты йәштән алып 80-гәсә бөтә ауыл халҡы сыҡты. Акция һөҙөмтәһендә 100 тоннанан ашыу сүп-сар сығарылды. Ошо сара менән бер рәттән районда “Таҙа яр” акцияһы ла үтте. Уның сиктәрендә Ғәҙелша шарлауығы, Талҡаҫ һәм Граф күлдәре буйы, Йылайыр, Йолалы, Урғаҙа, Төйәләҫ яны таҙаланды.
– Баймаҡтар бының менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмай, яҡын арала күпләп ағас ултыртырға ла йыйынабыҙ, – тип хәбәр иттеләр урындағы башҡорттар ҡоролтайынан.
«Таҙа Һаҡмар» эстафетаһын иһә 30 майҙа Баймаҡ әүҙемселәре йылайырҙарға тапшырҙы. Баймаҡтар ике тирмә ҡороп, күршеләрен ҡымыҙ менән һыйлап, сараны йыр-моң менән биҙәһә, йылайырҙар акцияның эмблемаһы төшөрөлгән әләмдәр тотоп эстафетаны ихлас ҡабул итте.