Әҙәбиәт – ул халыҡ асылы, әҙәбиәт – ул үҙе сәйәсәт

1Бөтә Рәсәй яҙыусыларының “Лиффт” фестивалендә ҡатнашырға насип булғайны. Был хаҡта ошо көндәрҙә баҫмабыҙҙа яҙып та сыҡҡайныҡ инде. Ҡырымда үткән беренсе сарала Рәсәйҙең төбәктәренән генә түгел, Европа, Азия илдәренән вәкилдәр ҙә килгәйне. Ваҡыт уҙа, әммә әҙәбиәтселәр генә түгел, ил етәкселәре лә элекке СССР дәүерендәге дуҫлыҡты һағынып йәшәүенән төңөлөп, ошо рәүешле бөгөн дә аралашып, бер-береңә терәк булып, әҙәбиәттәрҙе өйрәнеп, пропагандалап ижад итергә мөмкин булыуын аңлай булһа кәрәк!
2013 йылда ил башлығы Владимир Путин китапҡа, әҙәбиәткә иғтибар бүлеп, Рәсәй әҙәби йыйылышында ҡатнашып, дәүләтебеҙҙең үҙ заманында иң күп уҡыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө. Ул шулай уҡ тәржемәгә, милли әҙәбиәттәр тураһында ла фекерен белдергәйне: “Урыҫ теле күп милләтле Рәсәй өсөн һәр саҡ берлештереүсе ролен үтәне, илдең дөйөм мәҙәни һәм гуманитар контексын булдырҙы. Һәм ошо урында тап урыҫ теле арҡылы бөтә донъя Сыңғыҙ Айытматовты, Юрий Рытхэуҙы, Алесь Адамовичты һәм Рәсүл Ғамзатовты белде. Был традиция ла юғалырға тейеш түгел. Үкенескә ҡаршы, был хаҡта әйтеп китергә мәжбүрмен – юғала бара”.


2Артабан Рәсәйҙә, Башҡортостанда Әҙәбиәт йылдары иғлан ителеүе был эштең дауамы булһа, ошо көндәрҙә Мәскәүҙең “Роспечать” нәшриәтендә 57 телдә ижад иткән, 229 авторҙы индергән һәм 142 тәржемәсе эшен туплаған “Антология современной поэзии народов России” китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡты Владимир Путиндың баш һүҙе аса. Унда ошондай юлдар бар: “Ҡәҙерле уҡыусылар! Беҙ тарихыбыҙ һәм күп милләтле әҙәбиәтебеҙҙең традициялары менән ғорурланабыҙ. Ғабдулла Туҡайҙың, Мостай Кәримдең, Рәсүл Ғамзатовтың, Фазу Әлиеваның һәм башҡа күренекле шағир һәм яҙыусыларҙың исеме Рәсәйҙә генә түгел, ә алыҫ тарафтарҙа ла билдәле. Уларҙың әҫәрҙәре лайыҡлы рәүештә беҙҙең дөйөм, ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле ҡомартҡыбыҙ. Үҙҙәренең илһамлы ижады, бөтә ғүмерҙәре менән улар тыныслыҡ идеалдарын, гуманизмды һәм ғәҙеллекте, һөйөклө Ватандың бөйөк ҡиммәтен, илдең бөтә халыҡтарының быуаттар дауамында туплаған үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлауҙы раҫланы”.
Быларҙың барыһы ла Рәсәй төбәктәрендә ижад итеүселәргә Мәскәүҙең йөҙ менән боролоуы хаҡында һөйләй. Шуға күрә лә үҙ эшен башлап ҡына торған “Лиффт” фестиваленә Башҡортостан әҙиптәренең йәлеп ителеүе, лайыҡлы сығыш яһарға әҙерләнеүе юҡҡа түгел. Башҡа яҡтарҙа хәлдәр төрлөсә ул, әммә тап тәржемәгә иғтибар бүленеүен белгәс, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев та беҙҙең сарала ҡатнашырға булды. Иҫегеҙгә төшөрөп китәм: былтыр беҙ прозаик Салауат Вахитов менән был сарала башҡорт, Башҡортостан әҙәбиәте хаҡында һүҙ алып барҙыҡ.
Аллаға тапшырып, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, шағирәләр Гүзәл Ситдиҡова, Зәлифә Кашапова, Татьяна Набиева, Виктория Майер, шағирҙар Марсель Сәлимов, Александр Хватков юлға сыҡтыҡ.

Мәскәү – ул әҙәбиәт ҡалаһы… Өфө кеүек…
Мәскәүгә арналған бер шиғырымда:
…Яратамын уны Ватанымдың
Булған өсөн ҡайнар йөрәге.
Олотайҙар фашистарға ҡаршы
Булған ошо Мәскәү терәге.
Тындарымды ҡурыр “Мәскәү” һүҙе –
Мәркәз мәркәз инде нисек тә,
– тип яҙғайным. Ысынлап та, ата-бабаларыбыҙ заманында үҙ-ара килешеп йәшәү хаҡында һүҙ беркеткән, илбаҫарҙарҙан һаҡлаған ҡалаға ят, сит итеп ҡарау мөмкинме һуң? Юҡ, әлбиттә! Бында тамған олатайҙар ҡаны ғәфү итмәҫ! Донъяның бик күп баш ҡалалары кеүек үк, Мәскәүҙең дә ижадсылар ҡалаһы тигән даны бар. Бында кемдәр генә ҡулына ҡәләм алмаған да кемдәр генә ғүмер юлын башламаған.
Фестивалдең тәүге көнө төбәктәрҙәге әҙәбиәт буйынса мөхәррир, уның ярҙамсыһын булдырыу хаҡында барҙы. Һүҙ шулай уҡ “Лиффт”тың урындағы журналдарын сығарыу тураһында ла булды. Калининград, Рязань өлкәләре, Ҡалмыҡ Республикаһы бөгөн икенсе һанын нәшер итеүгә өлгәшкән. Әлбиттә, беҙ әле авторҙарыбыҙҙы бының менән ҡыуандыра алмайбыҙ, әммә быйыл, Аллаһ Тәғәлә насип итеп, баҫманың төбәктәге тәүге һаны донъя күрер, моғайын. Шуныһы ҡыуандыра: беҙҙә башҡорт телендә ижад иткән авторҙы таба алмай ыҙаланаһы түгел. Мәҫәлән, ҡалмыҡ шағирәһе Валентина Боован Куукан авторҙар һәм әҫәрҙәр һаны сикле булыуы хаҡында әйтеп китте. Улай ғына ла түгел, йәштәр араһында туған телен өйрәнергә теләгәндәр һаны ла бик аҙ икән.
Фестивалдең тағы ла бер үҙенсәлеге – ул төбәктә ижад иткән, Яҙыусылар союзы ағзаһы булмағандарҙы ла йәлеп итеү, журналда әҫәрҙәрен сығарыу, табыштар, яңы исемдәр эҙләү. Шуға күрә лә быйыл Дәүләкән районынан урыҫ телендә ижад иткән Александр Бондаренконың саҡырылыуы һис кенә лә юҡҡа түгел. Уның яҙғандарын баш ҡаланың баһалама ағзалары ла юғары баһаланы, әммә һаулығы ҡаҡшау арҡаһында ул фестивалдә ҡатнаша алманы. Шулай ҙа үҙәк журналда уның шиғырҙар шәлкеме баҫылып сыҡты. Ҡотлайбыҙ Сашаны! Әйткәндәй, унда шулай уҡ Сергей Янакиҙың, Сергей Крулдең, Азамат Юлдашбаевтың, Гөлшат Саматованың әҫәрҙәре урыҫ телендә донъя күрҙе. Берәр дана журнал уларҙың тыуған райондары китапханаларына ебәрелде.
Мәскәүҙең йәмәғәт ойошмалары йортонда уҙған сарала төбәк баҫмаларының туған телдәрҙә, кәрәк икән тәржемәләр аша баҫылыуы ла хупланды. Яҡын киләсәктә Рәсәй төбәктәрендә Нәфис әҙәбиәтте тәржемә итеү буйынса институттар асыу тураһында һүҙ сыҡты. Был хаҡта күптән хыялланған автор булараҡ, был фекер, әлбиттә, күңелгә ятты.
Фестиваль асылған көндө беҙҙе ҡеүәтләргә Мәскәүҙә йәшәгән башҡорттар килеп етте. Атап әйткәндә, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге ҡыҙҙарының һәм егеттәренең сығышын зал бик йылы ҡабул итте. “Башҡортостан һәр ваҡытта төрлө яҡлап юғары кимәлдә”, – тинеләр делегаттар. Фестивалдең баһалама ағзаһы, шағирә Лидия Григорьева башҡорт ансамбленең сығышынан һуң күҙ йәштәре сығыуын да йәшермәне:
– Миңә шул тиклем яҡын ҡурай моңо. Минең Рауилым (вафат булған татар шағиры Рауил Бухаровтың ҡатыны) бик яратты был музыка ҡоралын. Ана шул милли үҙенсәлеген һаҡлағанға күрә халыҡ үҙен әллә ҡайҙан танытып тора. Һәр кем үҙ туған телендә ижад итергә тейеш. Ҡытайса һөйләшергә өйрәнеп кенә һин бит ҡытай милләтенән булып китмәйһең, шулай бит. Эске аңың, күңелең, йөрәгең ниндәй телдә һөйләшә, ана шул телдә ижад итергә тейеш яҙыусы. Әлбиттә, бөгөн тәржемә мәсьәләһе киҫкенерәк тора, әммә уны хәл итергә була, – тине ул.
Асыу тантанаһында Луганск халыҡ республикаһы яҙыусылары ла сығыш яһаны. Уларға һүҙ бирер алдынан “Лифтт” фестивален ойоштороусы, ошо уҡ исемле журналдың баш мөхәррире Маргарита Аль:
– Бөгөн бер кем үлтерелмәгән,
Бөгөн бер кем үлтермәгән,
– тигән шиғыр юлдарын уҡый башлағанда уҡ күҙгә йәш эркелгәйне инде. Ә инде шул ҡан ҡойошло ваҡиғалар эсенән сыҡҡан шиғырҙар йөрәкте әрнетте. Алға китеп шуны әйтәм, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан килгән яҙыусылар араһынан Анна Ревякина, Елена Заславская, Мария Панчехина көмөш миҙалға һәм дипломға лайыҡ булды!..
“Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенә ҙур рәхмәт! Уларҙың сағыу сығышы ысын мәғәнәһендә беҙҙе яңы уңыштарға дәртләндерҙе, ҡеүәтләне! Шунан нисек әйтмәйһең инде – ҡайҙа барһаң да үҙ башҡортоң яҡты йөҙө менән ҡаршы алып тора! Берҙәм, бер ғәмле ул беҙҙең халыҡ!

Милли әҙәбиәттең үҙ асылы
Икенсе көн төрлө секцияларҙа ҡулъяҙмаларҙы тикшереү, яңы китаптар хаҡында фекер уртаҡлашыу, яңы проекттар хаҡында барҙы. Милли әҙәбиәттәргә айырым иғтибар бүленде. Әҙәби тәнҡитсе, бөгөнгө урыҫ әҙәбиәте хаҡындағы 200-ҙән ашыу мәҡәлә авторы Людмила Вязмитинова һәр халыҡтың асылы тап һүҙ сәнғәтендә сағылыуы хаҡында һөйләне. Ул, әйткәндәй, “Лиффт” журналының 4-се һанында “Тәнҡитсе колонкаһы” рубрикаһында төбәктәрҙән килгән ҡулъяҙмаларға баһа бирә. Азамат Юлдашбаевтың прозаһы, Александр Бондаренконың, Сергей Янакиҙың шиғриәте хаҡында ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән уртаҡлашып, сәнғәти юғарылыҡтарын баһалай. Был секцияла ҡатнашҡан Башҡортостан, Дағстан, Ҡалмыҡ республикалары вәкилдәре халыҡтың һаҡланып ҡалыуы милли әҙәбиәттең үҙ халҡына хеҙмәт итеү бурысына бәйле булыуы тураһында фекер алышты, үҙәк баҫмаларҙың тәнҡитселәренең әйткәндәрен тыңланы. Әгәр әҫәр уңышлы тәржемә ителһә, ул урыҫ һүҙ сәнғәте өлгөһө булыуы ла бик ихтимал. Һәр халыҡ, атап әйткәндә Рәсәйҙә, тап урыҫ теле аша милли әҙәбиәтте донъя кимәленә сығарырға тырыша. Әлбиттә, төрлө ҡараштары булыуы ихтимал, әммә донъяуи процеста тәржемә тигән әҙәби термин бар икән, башҡорт әҙәбиәте лә ул арбанан төшөп ҡалырға тейеш түгел. Эйе, әҙип, иң тәү сиратта, – халҡының хеҙмәтсеһе. Әммә халыҡ-ара майҙандарҙы ла яулау хаҡында һүҙ алып барылырға тейеш.
Быйылғы әҙәби фестивалдең ижади семинарҙарының береһе донъяға билдәле урыҫ шағирәһе Марина Цветаеваның тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды. Билдәле булыуынса, ул музейҙарға нигеҙ һалған Мәскәү университеты профессоры Иван Цветаев ғаиләһендә Мәскәүҙә донъяға килгән.
“Лиффт” фестивале уның рухында, уға арналған, уны тәржемә иткән авторҙар араһында конкурсты алдан иғлан итте. Әлбиттә, бөгөн тәржемә өлкәһендә башҡорт әҙәбиәтендә иң әүҙем һәм илһамлы эшләгән яҙыусы булараҡ, был сараға Гүзәл Ситдиҡованың һәм бер нисә авторҙың ҡулъяҙмаларын да фестиваль хөкөмөнә тапшырҙым. Милли телдә ижад итеүселәр бик күп фестивалдә: абхаз, авар, табасаран, ҡалмыҡ, татар, яҡут, тыва, украин, инглиз, үзбәк, әммә иң уңышлы тәржемәләр авторы тип Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы табылды. Ул Марина Цветаеваның “Принц һәм аҡҡоштор”, “Сал Мәскәүҙең йорттары” шиғырҙарын башҡортсаға тылмаслап, фестиваль дипломына һәм көмөш миҙалға лайыҡ булды. Мәртәбәле еңеү! Был башҡорт әҙәбиәтенең, башҡорт һүҙ сәнғәтенең, башҡорт әҙибәһенең еңеүе! Беҙҙең еңеү!
Марина Цветаеваның музейы, һәйкәле менән танышты Рәсәй төбәктәренән килгән ҡунаҡтар. Шағирә рухында яҙылған урыҫ телендәге шиғырҙарҙы тыңлағанда шулай уҡ тәндәр земберләп китте: тик ижад менән, донъяны сәнғәтсә тойоп йәшәгән Маринаның тын алышы, йәшәү асылы һиҙелде ул яҙмаларҙа.
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙының бер тәржемәһен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәйек:

Сал Мәскәүҙең йорттары
(Марина Цветаеванан)

Наҙлы ҡартәсәйҙәр заманының,
Сал Мәскәүҙең данлы йорттары
Юғала ла, аулаҡ тыҡрыҡтарҙың
Һүнә генә бара уттары,

Боҙҙан ғына эшләнгәндер кеүек –
Иреткәндәй тылсым таяғы,
Биҙәктәре ҡайҙа түшәмдәрҙең,
Бейек көҙгөләре баяғы?

Ҡайҙа хәҙер клавесиндар моңо,
Тәҙрәләге гөллө ҡорғандар,
Ҡайҙа һырлы урам ҡапҡалары –
Быуаттарса һаҡлап торғандар,

Сигеү сиккән бөҙрә һылыуҡайҙар,
Һүрәттәрҙән баҡҡан ҡараштар…
Ағас ҡойма! Сәйер уны күреү –
Әйтерһең дә, мәлдән аҙашҡан.

Ҡарауылсы баҡҡан ихаталы
Затлы тоҡом ҡорған нигеҙҙәр, –
Һеҙгә алмаш булып ҡалҡып сыҡты
Алты ҡатлы ғәрип ҙур өйҙәр.

Хужаларҙың – үҙ хоҡуғы инде!
Һүндерә лә бара уттарын
Наҙлы ҡартәсәйҙәр донъя көткән
Сал Мәскәүҙең данлы йорттары.

Евразия халыҡтарының
I съезы

“Лиффт” фестивале сиктәрендә яҙыусылар Евразия халыҡтарының I съезында ла ҡатнашты. Беҙ “Яҙыусы – тәржемәсе – китап”: Евразия киңлегендә нәфис әҙәбиәтте тәржемә итеү традицияларының үҫеше” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнаштыҡ. Уны М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ректоры Алексей Варламов етәкләне. Сарала “Литературная газета” баҫмаһының баш мөхәррире Юрий Поляков, билдәле тәржемәселәр менән күрештек.
Пленар ултырышты Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе, I Евразия халыҡтары ассамблеяһының халыҡ-ара ойоштороу комитетының эшлекле төркөмө етәксеһе Светлана Смирнова асып ебәрҙе. Шунда уҡ ил башлығы Владимир Путиндың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙеләр. “Евразия: кино территорияһы”, “Евразияның интеграция процестары һәм халыҡ дипломатияһы роле”, “Беҙ йәшәйәсәк Евразия”, “Евразия киңлегендә ғилми хеҙмәттәшлек”, “Этномедиация”, “Урыҫ теленең роле”, “Иҡтисади сессия: Рәсәй – Евразия партнерлығы”, “Евразия халыҡтарының мәҙәни мираҫы булараҡ, телдәрҙең күптөрлөлөгө”, “Ғаилә ҡиммәттәре һәм замананың глобаль проблемалары”, “Евразия журналистары һәм блогерҙары форумы” һәм башҡа күп төрлө “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә, майҙансыҡтарҙа делегаттар фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты. Беҙ яҙыусылар исеменән бында килһәк, Башҡортостан делегацияһы ла сарала ҡатнашты. Күп милләтле республикабыҙ исеменән унда Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтул­лина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Баш­ҡортостан урыҫтары соборы рәйесе Виктор Пчелинцев, Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе Ринат Рамаҙанов, татарҙарҙың милли-мәҙәни автоно­мияһы рәйесе Римма Үтәшева сығыш яһаны.
Үҙаллы ҡатнашҡан ғалим, Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнгән “Шәжәрә” үҙәге хәҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов:
– Сарала Башҡортостан кешеләренә төрлө өлкәнән ҡатнашыу мөһим. Әлеге беҙҙең барып ҡайтыу үҙаллы рәүештә булды. Шуға ҡарамаҫтан, ошо тәүге тапҡыр үткән форумда ҡатнашыуыбыҙ бик яҡшы. Шәжәрәләр, башҡорт халҡының тарихы хаҡында төплө фекерҙәр әйтелде. Тик шуныһы эсте бошорҙо: “Евразия киңлегендә ғилми хеҙмәттәшлек” “түңәрәк өҫтәл”ендә әлеге лә баяғы В. Тишков һәм уның төркөмө хөкөм итә. Йәғни Евразия илдәренән, Рәсәй төбәктәренән ғалимдар саҡырылмаған. Беҙ бары тик тыңлар өсөн килдек булып сығыр ине, әммә бер минутлыҡ сығышымда “Башҡорт халҡының тарихы” проекты тураһында һәм уның Евразия хеҙмәттәшлегенә индергән өлөшө тураһында әйттем. Форум бик ваҡытлы булһа ла, иң мөһиме – үҙебеҙгә республикала әүҙем эшләргә кәрәк. Мәскәүҙә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ҡарата төбәктәрҙә йәшәгән халыҡтарҙың да тауышы ишетелергә тейеш! – тине ул.
Әйткәндәй, Илгиз Замфир улы сарала тәҡдим иткән “Башҡорт ырыуҙары” китаптарының исем туйы бик ентекле әҙерләнгәйне.
Донъяға билдәле ҡаҙаҡ яҙыусыһы Олжас Сөләймәновтың сығышы һәр ваҡыттағыса кинәйәһе, тослоғо менән әсир итте. Кешелектең ниндәй генә осорҙары булмаған, ниндәй генә батшалар ергә килмәгән, әммә һәр дәүер шағир һүҙе әләм кеүек балҡыған. Әле лә тап шулай булды. Олжас Омар улы:
– Беҙҙә күптән төҙөлдө ул Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы, әммә уның хәҙер исеме үҙгәрҙе. Ул Ҡаҙағстан халҡы ассамблеяһы тип атала. Айырмаһын һиҙәһегеҙме? Ниндәй генә хәлдә лә был төбәктә йәшәгән халыҡ берҙәм, бер маҡсатлы булырға тейеш. Һуңғы мәғлүмәттәрҙе белешеп, бер аҙ аптырап ҡуйҙым: Ҡаҙағстанда китаптың уртаса тиражы 249 дана. Бөгөн Рәсәйҙә халыҡ уртаса йылына – 3, Францияла – 7, АҠШ-та 12 китап уҡый. Бөйөк китаплы, бөйөк уҡыусылы ил ҡайҙа булған? Бөйөк телевизор ҡараусы һәм Интернет ҡулланыусы илгә әйләндек түгелме? Мин бындай прогресты ҡабул итмәйем. Оҙаҡламай яҙыусылар һаны уҡыусылар һаны менән тигеҙләшеүе лә ихтимал. Уйланырлыҡ урын бар. Яҙыусыларҙың үҙ-ара эшмәкәрлеген, уҡыусылар өсөн сифатлы әҫәрҙәр яҙыуын теләргә ҡала! – тине.
Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе, киң танылған “Арғымаҡ” төркөмөнөң етәксеһе Ринат Рамаҙановтың да сара хаҡында үҙ фекере бар:
– Ассамблеяла тәүге тапҡыр ҡатнаштым, сараның масштабы таң ҡалдыра. Ике меңдән ашыу делегат ҡына теркәлгән, уларҙан тыш саҡырылған ҡунаҡтар ҙа, ойоштороусылар ҙа бар. Әлбиттә, вазифам буйынса, мин йәштәр төркөмөндә, уларға ҡағылышлы “түңәрәк өҫ­тәл”дәрҙә ҡатнаштым. Евразия йәштәре ассамблеяһы менән беҙҙең эшмәкәрлектә уртаҡ­лыҡтар ҙа бар, әммә был йәмәғәт ойошмаһы киңерәк масштабта эшләй, сөнки Рәсәйҙең һәр төбәге йәлеп ителгән. Ассамблеяның рәйесе итеп Дина Громатикополо һайланды. Беҙ уның менән әңгәмәләштек, Башҡортостан йәштәре менән хеҙмәттәшлек хаҡында һөйләштек. Улар беҙҙәге Халыҡтар дуҫлығы йорто менән генә эшләгән, һөҙөмтәлә йәштәр сараларҙан ситтә ҡала килгән. Беҙҙең иҫәп – башҡорт йәштәрен һәр ижади өлкәлә, эш­мәкәрлектә Рәсәй, донъя кимәленә сығарыу. Үҙебеҙҙең сараларға Евразия йәштәре ас­самблеяһы спикерҙарын саҡырырға уйлайбыҙ. Былар барыһы ла әле планда ғына, әммә тормошҡа ашыр, тип өмөт итәйек, иншаллаһ. Беҙҙең Башҡортостан да бит күп милләтле, шуға күрә Евразия ассамблеяһы йәштәренә беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеү ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым. Сара барышында Евразия йәштәре ассамблеяһы төҙөлдө.
“Россотрудничество” йәмәғәт ойошмаһынан ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре лә алдыҡ. Бөтә донъя башҡорт йәштәре исеменән уларға бер нисә проект тәҡдим итергә иҫәп тотабыҙ. Башҡортостан йәштәре исеменән сығыш яһарға форсат тыуҙы, саҡырғандары, сараны ойошторғандары өсөн рәхмәт! – тине.
Ысынлап та, ассамблея эшлекле һөйләшеүҙәр, тәҡдимдәр менән үтте. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, милли әҙәбиәтте тәржемә итеү мәсьәләләрен күтәрҙек. Боҙ урынынан ҡуҙғалды, тиергә була, сөнки ҡалмыҡ, Кавказ халыҡтары, ҡаҙаҡ телдәренән тәржемә китаптары донъя күргән дә инде. Киләсәктә башҡорт әҙәбиәтенә лә Рәсәй кимәлендә ошо замандың тауышын ишеттерергә насип булһын!

Әҙип һүҙе милләттәрҙең йөрәген аса!
Ассамблеянан һуң да дауам итте әле “Лиффт” фестивале. Оҫталыҡ дәрестәрен үҙ заманында Нобель премияһына тәҡдим ителгән Константин Кедров, билдәле шағирҙар Елена Кацюба, тәнҡитсе Людмила Вязмитинова, Мәскәүҙә байтаҡ фестивалдәр ойошторған урындағы яҙыусылар, шул иҫәптән Александр Чистяков һәм башҡалар алып барҙы. Бүләкләү тантанаһында Башҡортостандан Александр Хватков та көмөш миҙалға һәм дипломға лайыҡ булды. Илеш шағирәһе Зәлифә Кашаповаға балалар өсөн ижад иткәне өсөн маҡтау ҡағыҙы тапшырҙылар. Марсель Сәлимовты ла билдәләнеләр. Татьяна Набиева, Виктория Майер йәштәр фестивалдәренә лә саҡырылды. Фестивалдең ябылыу тантанаһында Олжас Сөләймәнов Евразия яҙыусылары араһынан тәүгеләрҙән булып алтын миҙалға лайыҡ булды. Ә Рәсәй яҙыусылары араһынан был бүләккә Краснодар крайынан Александр Вепрёв лайыҡ булды. Киләһе фестиваль Сочиҙа үтә. Тәҡдим итегеҙ, хөрмәтле замандаштар, эштәрегеҙҙе! “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге ошо көндәрҙә асыласаҡ “Лиффт Башҡортостан” махсус төркөмөнә һалығыҙ!
…30 май Нобель премияһы лауреаты Борис Пастернак вафат булған. Тап уның мемориаль йорт-музейында дауам итте бишенсе көн саралары. Бында шағирҙың шәхси әйберҙәре генә түгел, ул йәшәгәндә өй мөхите нисек булған, барыһы ла шул килеш һаҡлана, тине хеҙмәткәрҙәр. Сәнғәт донъяһында йәшәгән ғаиләнең бар асылы ҡулланған нәмәләрендә, атай кешенең ҡулы менән эшләгән һүрәттәрендә, бына хәҙер генә моңланып китергә әҙер торған фортепьянола һаҡлана. Музейға яҡын ғына урынлашҡан данлыҡлы “Переделкино” яҙыусылар йортона ла инеп сыҡтыҡ. Баҡтиһәң, ул әҙиптәрҙе һуңғы көндәрен ҡабул итә икән. Быныһы инде кәйефте ҡырҙы. Әммә, кем белә, бәлки, һүҙ сәнғәтенә иғтибарлы, илтифатлы кешеләр ҡулына эләгеп, “Переделкино” яңы һулыш алып, әҙәбиәтселәр менән эшен дауам итер. Ваҡиғалар тиҙ үҙгәргән заманда йәшәйбеҙ!
Тәржемә боҙо ла урынынан ҡуҙғалмаҫ төҫлө ине, әммә ана бит китаптар сыға башланы. Тимәк, ижад итәбеҙ, китаптарҙы ҡулға алып ҡыуанабыҙ әле, замандаштар!
Лариса АБДУЛЛИНА,
“Лиффт” журналының Башҡортостан буйынса мөхәррире.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *