“Башҡортостан” гәзитенә – 100 йыл!

газета2007 йылдың 13 ғинуарында “Башҡортостан” гәзитендә сыҡҡан мәҡәләһендә билдәле тарихсы Марат Ҡолшәрипов: “Башҡортостан” гәзите быйыл үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләргә тейеш. Был сараны Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыу тантаналарына бәйләп үткәрергә була. Байрамды 14 июндә уҙғарыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Икенсенән, “Башҡортостан”  гәзитендә бирелгән “Газета основана в 1918 году” тигән мәғлүмәтте үҙгәртеү мотлаҡ. “Газета основана 14 июня 1917 года” тип яҙыу тарихи ысынбарлыҡты сағылдырасаҡ”, – тигәйне. Уның яҙғандары тормошҡа ашып, беҙ тап бөгөн республикабыҙҙың, дәүләтселегебеҙҙең XX быуаттағы ҡаҙаныштарын раҫлап, “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйбеҙ.

Башҡортостанда милли баҫманың сыға башлауы башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә, атап әйткәндә, Башҡорт автономияһын төҙөүгә бәйле икәнен хәҙер республика халҡы яҡшы белә. Классиктарҙың береһе әйткән бит, әгәр халыҡ араһында фекер уятырға, ихтилал ойошторорға ниәтләйһең икән, гәзит сығар, тип. Шул рәүешле барлыҡҡа килгән дә инде 1917 йылдың 14 июнендә “Известия Башкирского областного бюро” исемле гәзитебеҙ. Уның башланғысында бөтәбеҙгә лә исемдәре яҡшы таныш шәхестәр Сәғит Мерәҫов, Хәбибулла Ғәбитов, Зәки Вәлиди тора. Тәүге икәүһе – мөхәррирҙәр исемлеген башлаусылар. Атаҡлы шағир Шәйехзада Бабичтың киң билдәле “Олуғ шатлыҡ” әҫәре, халыҡҡа мөрәжәғәте тап ошо баҫмала донъя күрә.

Ваҡытлы матбуғатты тарихтың йылъяҙмаһы, тип тә атайҙар. Юҡҡа ғына халыҡ-ара журналист Филипп Грэм  уны, тарихтың ҡараламаһы, тимәгән, күрәһең. Йәмғиәттәге үҙгәрештәр, бар яңылыҡтар, ваҡиғалар теҙмәһе, замандаштар ҡарашы, дәүләттең власть структураһы менән киң йәмәғәтселектең мөнәсәбәте лә сағылдырыла килә матбуғатта. Дәүләтселектең борон-борондан билдәле үҙ талаптары бар, шуға ярашлы дәүерҙең тын алышы, рухи талабы ваҡытлы матбуғатта сағылдырылыуы – шарт. Шул уҡ ваҡытта заманыбыҙҙың билдәле афризм оҫтаһы Геннадий Малкиндың: “Уҡыусыны кәмһетмәйенсә генә нисек тиражды күтәрергә?” тигән һорауы ла урынлы.

“Башҡортостан” гәзите исеменең йөкмәтке­һендә үк еребеҙ, һыуыбыҙ, күгебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышы сағыла, тарихыбыҙ яҡтыртыла. Милли баҫма – милләтебеҙҙең рухи маяғы, таянысы. Гәзит сыға башлағандан алып унда шағирҙар, яҙыусылар яуаплы вазифаларҙа үҙ һүҙен әйтә килгән. Башҡортостандың халыҡ шағир­ҙары Рәми Ғарипов, Хәсән Назар, күренекле прозаик Рәшит Солтангәрәевтең яҙмаларын халыҡ көтөп алып, заман һүҙе тип таныған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим республикабыҙҙың бер быуатлыҡ рухи йылъяҙмаһына баһа биреп, юҡҡа ғына: “Башҡортостан” – минең өсөн иң ҡәҙерле гәзит”, – тип әйтмәгән бит! Үҙ ваҡытында Рәми ағай “Ҡәләмдәштәргә” шиғырында тап “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләгән коллегаларына арнап яҙған:

Ләкин беҙ бит

Бөтә кешеләрҙән

Тотош бер көн алда йәшәйбеҙ,

Беҙ –

Үҙ хәбәрсеһе

Киләсәктең!

Күңелебеҙ шуға йәш әле, – ти. Бөгөнгө Интернет яулап алған, телевидение ҡарашты тартып торған заманда ла ваҡытлы матбуғаттың, ташҡа баҫылған фекерҙең үҙ баһаһы бар.  Дәүерҙең төрлө ҡаршылыҡтары булыуға ҡарамаҫтан, “Башҡортостан” XXI быуатта ла халҡына үҙ һүҙен еткерә, быуаттарҙы быуаттарға бәйләп, милләте асманын яҡтырта. Киләсәктә лә шулай булһын! Байрамың менән, ғәзиз “Башҡортостан”ыбыҙ!

Л. АБДУЛЛИНА.

Одно мнение на ““Башҡортостан” гәзитенә – 100 йыл!

  1. 1917 йылдың 14 июне хәҙерге календарь буйынса 27 июнь була. Шулай булғас, “Башҡортостан” гәзитенең юбилейын .27 июндә үткәреү мотлаҡ. Тарихи әсастарҙың иң мөһиме – историзмды (тарихилыҡты) боҙорға ярамай. Әйткәндәй, был һәм башҡа мөһим даталар хаҡында мин “Башҡортостан” һәм “Йәшлек” гәзиттәрендә бер-нисә тапҡыр яҙып сыҡтым, ләкин журналистар һаман тарихилыҡты күҙәтмәйҙәр…

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *