Башҡорт телен ҡыҫымға алыуҙарына бәйле асыҡтан-асыҡ фекереңде әйт!

2Ҡоролтай оран һала. Уянайыҡ, йәмәғәт! Башҡорт теленә ҡурҡыныс янай. Дөйөм мәғариф, айырыуса милли мәғариф өлкәһендә барған үҙгәртеп ҡороуҙар барыһы ла туған телебеҙгә ҡаршы йүнәлтелгән. Быуаттар буйына быуындан быуынға тапшырылып килгән ғәзиз телебеҙ яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Иле, теле, ере булған аҫаба халыҡ булып ҡала алырбыҙмы?

Был һорау һеҙгә лә тынғы бирмәйме, туғандар? Улайһа, фекерегеҙҙе еткерегеҙ! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы милли мәғарифҡа, башҡорт телен һәм туған телдә уҡытыуға бәйле тәҡдимдәрегеҙҙе көтә. Хатты Ҡоролтайҙың электрон йәшнигенә ебәрергә кәрәк: kurultay-ufa@mail.ru.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошо көнүҙәк мәсьәләләр буйынса 22 июндә Башҡарма комитеттың киңәйтелгән ултырышын йыя. Һеҙҙең фекер-тәҡдимдәрегеҙ унда мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ. Ултырышта ҡабул ителгән дөйөм ҡарар Башҡортостан Хөкүмәтенә, республиканың Мәғариф министрлығына, мәғариф өлкәһен контролдә тотҡан башҡа органдарға ебәреләсәк.

Етди сараһын күрергә, үҙебеҙҙең талаптарҙы ҡуйырға ваҡыт. Ситтә ҡалмағыҙ! Һүҙегеҙҙе әйтегеҙ!

Одно мнение на “Башҡорт телен ҡыҫымға алыуҙарына бәйле асыҡтан-асыҡ фекереңде әйт!

  1. Мин үҙем башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләйем. Әйтәһе һүҙем Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы предметы буйынса. Йылдан йыл ҡыҫҡартылып, быйыл бөтөрөп ҡуймаҡсылар шикелле. Белеүемсә, региональ компонент бер-нисә предметтың эсенә ингән. География, окружающий мир, тарих, Литература, биологиялыр инде… Ярай, 10 процентты календарь-тематик планға ла индерерҙәр, (тикшерә ҡалһалар), ләкин уны кем уҡытып ултырыр икән ул. Журналға ла темалары яҙылыр ул, дәфтәргә лә 1-2 юл яҙып ҡуйырҙар, шунан ары бер ниндәй ҙә эш булмаясаҡ. Сөнки улар һинең мәҙәниәтеңде, тарихыңды, әҙәбиәтеңде бар тип беләме икән? Белергә лә теләмәйәсәк. Йөрәктәре лә һыҙламаясаҡ, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, беҙҙең бай тарихыбыҙҙы дәрес итеп бирер өсөн үҙҙәренә өйрәнергә, йөрәк аша үткәрергә кәрәк. Хатта башҡа предметтан уҡытҡан башҡорт телле уҡытыусылар ҙа был эшкә тотонмаясаҡ. Сираттағы күҙ буяу инде. Салауат Галин ағайыбыҙҙың рухы һыҙланалыр инде. (Мин үҙем өсөн борсолмайым, сөнки 1-2 йылдан пенсияға, халҡым, телем өсөн йөрәгем һыҙлай).

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *