Көйөргәҙеләр ауыл уңғандарын данланы

1Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға арналған, ялан батырҙарына, малсыларға – ғөмүмән агросәнәғәт комплексында ал-ял белмәй эшләүсе уңғандарыбыҙға дан йырлаусы байрам – һабантуй, 17 июнь Көйөргәҙе ерендә лә үтте.

IMG_1045Көйөргәҙеләрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Радик Зиннәт улы Юлбаев сәләмләне. Ул Ҡоролтай рәйесе Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов исеменән ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе һәм йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан милләттәштәребеҙгә – Яҡут ауылы  «Толпар» балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Нурия Ялсыҡаеваға, Яҡшымбәт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азат Ғәлиевҡа, Көйөргәҙе районы хәкимиәтенең мәғариф бүлеге методистары Асия Ҡулбаева менән Зимфира Ғәҙелшинаға Маҡтау грамоталары тапшырҙы.

Спорт ҡомары, йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, балаларҙың шат көлөшөүе менән тулы йәйге байрам кискә тиклем дауам итте, тип хәбәр иттеләр урындағы башҡорттар ҡоролтайынан.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *