Һүҙ сәнғәтендә – милләт яҙмышы

башкирыБашҡорт – тәрән тамырлы, боронғолоҡ менән тамғаланған ҡәүем. Тарих атаһы Геродот (беҙҙең эраға тиклем V быуат) беҙгә бары риүәйәттәр аша ғына килеп еткән ата-бабаларыбыҙ хаҡында бәйән итә, ихтирам менән телгә ала. Шуға ла Лев Толстойҙың: “Башҡорттан Геродот еҫе килә”, — тиеүендә оло мәғәнә бар. Ысынлап та, матди байлыҡтарыбыҙ ҙа, рухи ҡомартҡыларыбыҙ ҙа тамырҙарыбыҙҙың тарихи ҡатламдарҙың иң төпкөлөнә юлланыуын дәлилләй. Донъя мифологияһы пантеонында мәшһүр “Урал батыр” эпосы иң лайыҡлы урындарҙың береһен биләрлек. Урал тигәс, Шүлгәне иҫкә төшөр. Ә Шүлгән мәмерйәһе үҙенең серҙәрен саҡ аса ғына башланы бит әле. Яңынан-яңы һүрәттәр табыла…

Эйе, булғаны асылыр… Тик асылғанын тәғәйен аңлау ҙа мөһим, бөгөнгө проблемаларҙы мәлендә хәл итеп, иртәгәгә һуңламай юлланыу ихтыяжы бар. Кеше булараҡ, билдәле милләт вәкиле булараҡ, әҙәм балаһының үҙе лә мәңге төшөнөп бөтә алмаҫ, әммә мотлаҡ атҡарырға тейешле бурыстары бар. Уларҙы үтәүҙә күренеп торғандарынан да ғәйре, сакраль мөмкинлектәре менән иҫ-аҡылыңды китәрер һүҙ сәнғәте менән ярыша алырҙай бер ни ҙә юҡ! Был донъялыҡты бар итеүсе, кемгәлер тел асҡыстарын, ә бәғзеләргә башҡа байлыҡ һәҙиә ҡылып, уларҙы нисек файҙаланыуҙы бәндәләрҙең үҙ ихтыярына ҡалдырған. Атаҡлы Ҡобағоштоң быға бәйле инанысы шундай:
Сәсәнмен тигән сәсән
Яманлыҡты яҡламаҫ,
Дошман хәтерен һаҡламаҫ,
Яҡшылыҡты һөйөр ул,
Илдең зарын һөйләр ул…Фәнил КҮЗБӘКОВ (артабан Ф.К.): Әлбиттә, артҡа ҡарап, алға барыуы ҡыйын. Ҡай берәүҙәр: “Күпме соҡсонорға була кисәгелә?!. Үткән – бөткән! Һынған ул боронғоноң мороно. Бөгөнгө менән йәшәргә кәрәк”, – тип тә ебәрә. Бындай осраҡтарҙа мин Баязит Бикбайҙың (1930 йылдарҙа уҡ әле) “Әйләнәһегеҙ ҙә “Салауат!” тиһегеҙ… Уға бәйле күпме яҙырға мөмкин?!” – тип дәғүәләшеүселәргә ҡаршы: “Күпме кәрәк – шунса яҙырбыҙ! Салауат образы – ҡоромаҫ шишмә ул!..” тиеүен иҫкә төшөрәм. Ғөмүмән, тотош тарихы­быҙға бәйле лә шулай әйтергә мөмкин. Тик художестволылыҡ аҡһамаһын, тарихҡа хилафлыҡ килмәһен. Шул нигеҙҙә художестволы дөрөҫлөккә өлгәшербеҙ ҙә тарихи хәҡиҡәткә төшөнөрбөҙ.
Унан килеп, үҙеңә тиклем эшләнгәнде үҙләштермәйенсә, энәһенән-ебенәсә асыҡламайынса, уға таянмай-нигеҙләнмәй тороп, ниндәй яңы ҡоролма төҙөргә мөмкин?! Үткәнгә хөрмәт, уға ҡарата итәғәтле була белеү кәрәклеге лә бар. Тикмәгә генә аҡыл эйәләре: “Тарихҡа таш атһаң, ул һиңә иртәгә туптан (пушканан) яуап бирәсәк”, — тип иҫкәртмәй бит. Кисәгене аңламайынса, дөрөҫ баһаламайынса, бөгөнгө проблемаларҙың елегенә төшөп етә алмаясаҡбыҙ… Эйе, яҙылды ул тарихи романдар… Бөгөн дә һирәкләп булһа ла күренә. Тик уларҙың күбеһе, мәлендә үҙ бурысын атҡарһа ла, ваҡыт иләге аша үтә алдымы? Ярай, 1990 йылдарға тиклемге сәйәси ҡоршауҙар ижадта тулыһынса асылырға мөмкинлек тә бирмәне, ти. Ә бөгөн? Беҙ, әҙиптәр, донъя кимәлендәге рухи ҡомартҡылар ҡалдырған һүҙ оҫталарының вариҫтары, уларға торошло, заманға ярашлы ижад итә алабыҙмы?
Бына һин, Мәүлит Байгилде улы, шиғриәттә лә, прозала ла тарихҡа мөрәжәғәт итәһең… Аҡ ҡағыҙ менән күҙгә-күҙ ҡалғас, быуаттар ашаһындағы ваҡиғаларға башкөлләй сумғас, шул замандарҙа йәшәгән олатай-өләсәйҙәребеҙҙең тауышын ишетер, күңелен аңлар өсөн иң кәрәге нимә тип иҫәпләйһең?
Мәүлит ЯМАЛЕТДИН (артабан М.Я.): Әҙәбиәттә тарихилыҡ темаһына ҡағылғас, инде бик алыҫта тороп ҡалған йәшлек ваҡыттары иҫкә килеп төштө. Етмешенсе йылдарҙа, минең бер ҡулъяҙманы тикшергән саҡта, мәрхүм Абдулхаҡ ағай Игебаев тарих менән бик мауыҡмаҫҡа кәңәш итеп сығыш яһағайны. Ә бына мәрхүм Вафа Әхмәҙиевтең уға ҡапма-ҡаршы фекер әйткәнен ҡағыҙға теркәп ҡуйғанмын: “Мин бында уның шиғырҙа­рындағы тарихилыҡты айырым билдәләп үтер инем. Боронғоно инҡар итеү – халыҡ­тың үткәнен өйрәнергә теләмәү ул. Ғөмү­мән, тарихты белмәгән шағирҙы шағир тип әйтеүе лә ҡыйындыр. Бөтә эш үткәнең­де өйрәнеүҙә генә түгел, ә уны бөгөнгә бәйләп, аныҡ итеп күрһәтә белеүҙә”.
Тарихилыҡ бигерәк тә тарихи жанрға ҡараған роман, поэма һәм драмаға хас. Уларҙа башлыса кешенең үткән тормошон тасуирлау төп маҡсат итеп ҡуйыла. Ләкин тарихилыҡ кескәй жанрҙарҙа ла күҙәтелергә мөмкин. Күренекле тәнҡитселәрҙең билдәләүенсә, хатта Пушкин, Лермонтов, Тютчев, Некрасов кеүек әҙиптәрҙең интим шиғырҙарына ла ысын мәғәнәһендәге тарихилыҡ хас. Ул шағирҙар ижад иткән лирик образдарҙа Рәсәй тарихындағы теге йәки был дәүерҙең аныҡ мәғәнәһе сағылыш таба. Бындай миҫалдарҙы үҙебеҙҙең башҡорт әҙәбиәтенән дә әллә күпме килтерергә була. Көнбайыш Европа әҙәбиәттәрен байҡағанда ла шуны күрергә мөмкин: ундағы 18 быуатҡа тиклемге бөтә әҙәбиәт тип әйтерлек башлыса үткәнгә мөрәжәғәт итеүҙән тора, уларҙың күпселеге уҙған быуаттарҙағы риүәйәттәргә нигеҙләнгән. Төп һорауға килгәндә иһә, әҫәрҙе яҙыр алдынан һәм уны яҙырға ултырғас, һүрәтләнәсәк осорҙо мөмкин тиклем киңерәк күҙ алдына килтерергә тырышам. Геройҙарҙың төҫ-һынын, холоҡ-фиғелен, ғәҙәттәрен, йолаларын, көнкүрештәрен сырамытырға ынтылам, ниндәйерәк телдә һөйләшкәндәрен ишеткәндәй булам. Хатта хәрәкәт иткән урындарын үҙемә таныш берәй төбәккә “бәйләп ҡуям”, яҙған саҡта уларҙы күҙ алдыма килтерәм. Бынан тыш, шул заманға ҡағылышлы тарихи процестарҙы өйрәнәм, Башҡортостан һәм Рәсәй генә түгел, хатта бөтә донъя тарихына байҡау яһайым. Ҡыҫҡаһы, шул заман кешеләренең менталитетын, рухын тыуҙырам. Быға, бәлки, халыҡ ижады өлгөләрен тәрәндән белеүем дә, музыкаль образдар аша фекерләүем дә ярҙам итәлер. Шунһыҙ уҡыусыны ышандырыу — мөмкин булмаған хәл. Әҫәр яҙғанда шулай уҡ һәр деталь, һәр штрих мөһим. Ошо уңайҙан шағир Рәжәп Усмановтың “Һуңғы йот” исемле повесыма ҡарата ҡат-ҡат әйткәндәре хәтерҙә ҡалған. Әҫәрҙең башында шундай һөйләм бар: “… Һарайҙың шар асыҡ ҡапҡаһындағы тимер келәгә эләгеп ҡалған һарыҡ йөнө, ерҙә тиҙәккә ҡатып ятҡан быҙау муйынсағы үҙҙәренең яңыраҡ бер-бер артлы ҡырыл­ған меҫкен малҡайҙарын хәтерләтте…” Рәжәп әйтә: “Ошо һөйләмеңде уҡығас, һинең яҙғандарыңа тулыһынса ышандым, ағай”. Яҙыусы өсөн ошонан да ҙурыраҡ баһа бар микән?
Ф.К.: Ысынлап та, ижадсы әйтергә теләгәнсә килеп сығып, уны тап шулай аңлауҙары уғата ҡиммәтле…
Ижад кешеһе һиҙемләүе менән көслө. Бер үк мәлдә документтарҙың әһәмиәтен дә инҡар итергә ярамай. Француздар ана нимә ти: дәлилдәргә үҙһүҙлелек хас. Йәғни уларҙы нисек бар, шулай ҡабул ҡылыу — төп талап. Әйтәйек, төрки халыҡтары өсөн уртаҡ булған тарихи яҙма сығанаҡтар байтаҡ. Әхмәтзәки Вәлидиҙең хеҙмәт­тәрендә улар иркен файҙаланыла. Тик беҙҙең әҙиптәр уларға ҡыйыу тотоноп китә алмай һымаҡ. Тештәре үтмәйме? Әллә ижади фантазияны эшкә егеү анһатыраҡ булыуға бәйлеме был? Бындай осраҡтарҙа яҙмаңдың жанрын аныҡ билдәләп ҡуйыу ҙа зарурҙыр бит? Фэнтэзимы ул, бәйәнме, хикәйәтме, әллә автор риүәйәтеме? Әҙип жанр нескәлектәрен, уға ҡуйылған талаптарҙы күҙаллап эш итергә бурыслылыр? Әлбиттә, “Мин яҙҙым… Уҡыусы ҡабул итәме-юҡмы, әҙәбиәт белгесе күҙгә эләме, әллә күҙ йомамы, нисек баһалай – быныһы минең эш түгел”, тип ҡойроҡто һыртҡа һалырға ла мөмкин…
М.Я.: Ҡойроҡто һыртҡа һалыу тигәндән, улар бигерәк күбәйә башланы түгелме икән һуңғы ваҡытта? Ә дөйөм әҙәбиәт һәм уның кимәле? Ә хәҙерге китап уҡыу­сының эстетик зауығы? Улар тураһында кем уйлар? Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙә тәнҡит тигән һуғышсан жанрҙың бөтөнләй күҙҙән төшөп ҡала барыуы ла булышлыҡ итәлер әҙип яуапһыҙлығының сәскә атыуына. Хәйер, идараның яңы рәйесенең профессиональ тәнҡитсе булыуы ниндәйҙер өмөт уятып ҡуя шулай ҙа… Ә инде яҙыусының профессионаллеге, һис шикһеҙ, иң тәүге шарт. Улар менән әҙәбиәт теорияһының жанр, сюжет һымаҡ элементтары хаҡында түгел, ә бөтөнләй икенсе, юғары төшөнсәләр тураһында һүҙ алып барырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, шул уҡ дөйөм төрки донъяһына ҡағылышлы мәсьәләләр, һин ҡулланырға яратҡан “Гамбург үлсәмдәре”, кимәл, сифат кеүек әҙәбиәтте алға этәрә торған проблемалар. Уйлай китһәң, улар бихисап. Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙ парадоксаль йүнәлештә үҫешә (әгәр уны “үҫеш” тип атап булһа). Ижад һәм гражданлыҡ яғынан өлгөрмәгән көйөнсә Союзға ағза итеп алыуҙар (һан арта, ләкин әҙәбиәттең кимәле түбән төшә, матбуғатта ваҡыты-ваҡыты менән әҙәм уҡымаҫлыҡ яҙмалар баҫыла)… Әҙәбиәтте кәсеп сығанағына әүерелдереүҙәр (китап баҫтырған өсөн умырып аҡса алыу, арзан дан йә иһә тамаҡ хаҡына яһалма химая күрһәтеү)… Әҙәбиәткә башы керһә, башҡа яғы инмәгән көйөнсә, йүнле һөйләм төҙөй белмәгән килеш башҡаларҙы тәнҡитләргә маташыуҙар… Бер бөртөк йомортҡа һалып, бар донъяға яу һалған тауыҡ шикелле осоноуҙар… Әлбиттә, бына ошондай меркантиль мәнфәғәттәр хөкөм һөргәндә, дөйөм төрки уртаҡлыҡ хаҡында ниндәй һүҙ булыуы мөмкин?
Ф.К.: Әҙәби процестағы иң ауыртҡан ергә баҫтың. Уртаҡуллыҡ хөкөм һөргән дәүерҙә дөрөҫөн әйтеп һөйләшеү мөмкин булмаған эш кеүек күренә ҡай саҡ. Ана шул осонмаҫ, осондормаҫ өсөн кәрәк тә бит ғәҙел тәнҡит. Тик беҙ принципиаль тәнҡитсенең ҡәҙерен белмәйбеҙ шул. Әллә белерлек кимәлдә түгелбеҙ, әллә бында ла битарафлыҡ өҫтөнлөк итә… Төп бәлә уртаҡулға хәҡиҡәттең кәрәге булмауҙалыр, бәлки. Ысын мәғәнәһендәге ижад иһә, күптәр бәхәсһеҙ-ниһеҙ килешер – сиселмәҫ сер ул. Ижад мәлендә шағир (әҙип, рәссам, композитор…) транс хәлендә, башлыса, илаһиәт солғанышында. Тәбиғәт бүләге генәме ул һәләт, әллә яҙмышыңа яҙылған төп бурысыңмы? Бәхетеңме, әллә бәләңме? Бурыс икән, ул һинең үҙеңә генә ҡағылмайҙыр бит? Яҡындарың бар… Туғандарың… Ҡәләмдәштәрең… Халҡың бар… Кешелек донъяһы… Әҙиптең яҙғандары тәү сиратта кемгә тәғәйенләнә? Үҙ күңелеңде баҫҡың киләме, әллә һиңә милләтең алдында торған проблемалар тынғылыҡ бирмәйме?
М.Я.: Һинең был һорауың уңайынан мәшһүр композитор Заһир Исмәғилевтең “Талант – берәмтек (штучный) тауар” тигәне иҫкә төшә. Тимәк, ул һәр кемгә тәтеп бармай торған Аллаһ бүләге, уның кешегә бирелгән һәҙиәһе. Халҡыбыҙҙа ижади һәләткә эйә булғандарға ҡарата “тел асҡысы бирелгән” тигән билдәләмә бар. Кешелек тарихындағы мәшһүр әҙиптәрҙе, рәссамдарҙы, композиторҙарҙы барлаһаң, уларҙың, ысынлап та, берәм-бөртөк булыуын күрәһең. Ә бит улар заманында ла, ҡойошҡанға ҡыҫылған тиҙәк кеүек, ижадҡа янғалаҡлап йөрөгән һөмһөҙҙәр булмаған тиһеңме? Әммә ваҡыт ғали йәнәптәре уларҙың иң-иң талантлыларын ғына иләктән үткәргән. Достоевскийҙың “Талант – это наказание” тигәнен уйлаһаң, был төшөнсәнең тәҡдир, маңлайыңа яҙылған хаҡ яҙмыш икәненә төшөнәһең. Тәғәйенләнеш мәсьәләһенә килгәндә, әлбиттә, һәр әҙип иң тәүҙә үҙ халҡы өсөн яҙа. Ер йөҙөндәге башҡа әсәләрҙе яратыр өсөн тәүҙә үҙ әсәңде яратыу зарур. Ошо яҡтан ҡарағанда, мине әҫәрҙәремдең бүтән телдәргә тәржемә ителеү-ителмәүе әллә ни ҡыҙыҡһындырмай. Сөнки шул уҡ урыҫ менән башҡорт халыҡтарының тарихтары, рухиәттәре, эстетик зауыҡтары, донъяға ҡараштары араһындағы айырма – ер менән күк. Тәржемә өсөн космополитик характерҙағы шиғырҙар ғына яраҡлы ул. Әгәр бөгөнгө урыҫ яҙыусылары артында бөйөк Көнбайыш мәҙәниәте һәм уның күп быуатлыҡ рухи традициялары торһа, минекендә — бөйөк Көнсығыш мәҙәниәте һәм уның рухи хазиналары. Мәскәүҙәге Юғары әҙәби курстарҙа уҡығанда ошоно бик яҡшы аңлаған курсташтарыбыҙ беҙгә: “Һеҙ бөйөк урыҫ әҙәбиәтенә бер ни ҙә өҫтәй алмаясаҡһығыҙ, ул хатта беҙгә лә – урыҫтарға — әллә тәтей, әллә юҡ. Һеҙ беҙҙең өсөн үҙегеҙҙең милли колоритығыҙ, ҡабатланмаҫ үҙ йөҙөгөҙ, үҙ биҙәгегеҙ менән генә ҡыҙыҡлы”, — тип әйтә торғайны.
Ф.К.: Дөрөҫ һүҙгә ни әйтәһең… Эйе, ни генә тимә, үҙ халҡыңдың ҡабул итеүе тәүшарт, әлбиттә. Әммә башҡаларға әҫәрҙәрең аша халҡыңды (үҙеңде генә түгел!) таныта алһаң, тағы ла шәберәк. Тәржемәнең милли рухты тулыһынса бирә алмауы яҡшы билдәле. Тик был донъя әҙәбиәте кимәленә сыға алыу хыялынан баш тартыу йә иһә аҡланыу өсөн ерлек була алмайҙыр, моғайын.
Шиғриәттә лә тарихҡа байҡау яһала, милләт яҙмышына бәйле йөрәк һыҙланыуы сағыла, проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡарала. Салауатты ал. Ил-йортто бер йоҙроҡҡа туплауҙа, азатлыҡ өсөн көрәшкә рухландырыуҙа уның “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып” ҡобайырының ниндәй роль уйнауын баһалап бөтөрлөкмө?
…Батырмын тип кем әйтмәй, —
Яу килгәндә йүне юҡ;
Сәсәнмен тип кем әйтмәй, —
Дау килгәндә өнө юҡ…
Шәйехзада Бабич иһә шундай ҙа ҡатмарлы, сетерекле мәлдә, ни менән бөтөрөн күҙаллай ҙа алмаған аҙымға барыу зарурлығын (башҡорт ғәскәренең Советтар яғына сығырға тәүәккәлләүен) ябай тыңлаусыға ла, уҡыусыға ла аңлайышлы кимәлдә, ҡанатлы һүҙҙәргә төрөп бирә алған:
Беҙ ҡушылдыҡ ҡыҙыл тарафына,
Ҡыҙыл беҙҙең яҡлы булғанға,
Азат Башҡортостан йөмһүрлеген
Таныйым тип хуплап торғанға…
Большевиктар әйтә: ҡоллоҡ бөтһөн,
Ярлы халыҡ рәхәт йәшәһен,
Ирек көнө тыуып был донъяға,
Тигеҙ, яҡты көндәр яһаһын.
Дутов, Колчак әйтә: закондарҙы
Бай-бетсәләр яҙып торһон, ти.
Ярлы эшсе халыҡ әүәлгесә
Бай-бетсәгә хеҙмәт ҡылһын, ти.
Дутов, Колчак әйтә: ергә, күккә
Хужа булһын фәҡәт урыҫ, ти,
Мосолмандар һаман иҙелһендәр,
Урыҫтыҡы ғына дөрөҫ, ти…
Инде бынау форсат ваҡыт килгәс,
Башҡорт халҡы йоҡлап ятһынмы?
Иле өсөн һуғышып шәһит булған
Олатайҙар исемен һатһынмы?..
Дутов менән барҙыҡ беҙ бер һүҙҙән,
Ләкин барманыҡ беҙ бер эҙҙән;
Беҙ тырыштыҡ, алып ҡалайыҡ, тип,
Бер ҡыл ғына булһа дуңғыҙҙан!..
тигән юлдары әле лә кемде генә битараф ҡалдыра икән?! Рәми ағайҙың тотош яҙмышы, телем, милләтем тип үрһә­ләнеүҙәре? Һәҙиә Дәүләтшинаның, Зәйнәб Биишеваның халҡыбыҙ булмышын юғары һүҙ сәнғәте кимәлендә асып һалған романдары… Һәм, ниһайәт, аҡыл эйәһе Мостай Кәримдең: “Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ”, — тип, меңәр йылдар менән иҫәпләнгән тарихи юлды күҙаллап, дөйөмләштереп ҡуйыуы…
Әҙип бар булмышы менән үҙен халҡының айырылғыһыҙ бер өлөшө итеп тойғанда ғына халҡы күңелендәген, уй-хыялын, яныу-көйөүҙәрен асып һала алалыр. Мәҫәлән, Тимер Йосоповтың лирик геройы көҙгө аҡландарҙа йөрөгәнендә халыҡ йырҙарын ишетә (“Көҙгө аҡлан”), бурап ҡына ҡарҙар яуғанда олатайҙарының кейек ауларға сығыуын хәтерләй (“Тауҙарҙа ҡар яуа”), йәйҙең тымыҡ бер кисендә Салауаттың сабый сағын күҙаллай (“Юлай йәйләүендә”) икән – был тәбиғи. Сөнки, үҙе әйтеүенсә:
Тыуғанымдан миндә ҡайнай
Олатайҙар ҡандары…
Шуға ла шағир тотош халыҡтың артабанғы яҙмышын хәл иткән ваҡиғаны (Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуын) һүрәтләгәндә тарихи һәм художестволы дөрөҫлөктө ышандырырлыҡ кимәлдә бергә үрә алған (“Олатайҙар юлы” поэмаһы). Киҫкен тарихи боролош осоро, драматик ваҡиғалар һүрәтләнеүенә ҡарамаҫтан, поэманың структур туҡымаһын шағир ижадына хас булған оптимистик рух, ҡанатлы романтика, күтәренке зауыҡ барлыҡҡа килтерә.
Тимер Йосопов ижадын тулайым күҙаллағанда шағирҙың ил-ҡәүем тарихын ҡат-ҡат иҫенә төшөрөүе айырым-асыҡ сағыла:
Йыраҡ ҡалған быуаттарҙы
Урап киләм икән.
Туҡтай-туҡтай
Илдең хәлен
Һорап киләм икән…
Бындай мәлендә лирик геройҙың яуҙар кискән олатаһы менән аттан төшөп күрешеүе лә, яу йырҙарын ишетеүе лә ғәжәп түгел. Ил азаматтары менән осрашыуы ла ышандыра, сөнки хыял тигәнеңдең иге-сиге юҡ:
Бер уйлаһаң, үткән ғүмерҙәрем —
Ҡул һонорлоҡ ҡына тау башы.
Бер ҡараһаң, шундай оломон мин —
Алдар батырҙарҙың яуҙашы.
Икенсе бер шиғырында лирик герой тағы ла алыҫҡараҡ юллана:
Алыҫ затым —
Әйле башҡорто бит,
Ҡол Ғәлиҙәр менән серләшәм…
Меңәр йыллыҡтарҙы урайым мин,
Һуғыламын Һөйәнтөҫөмә.
Яу башлығы булып фарман яҙам,
Йырҙар яҙам ҡайын туҙына…
Шағирҙың быуаттарҙы “еңел генә” урап ҡайтыуы нимә бәрәбәренә төшә икән?! Халҡының тарихын күңел түрендә, хәтер күгендә йөрөткән Рәйес Түләк ижадына мөрәжәғәт итәйек әле. Ә үткәнебеҙ күбеһенсә трагик ваҡиғаларҙан туҡылған шулай ҙа. Бына, Мәүлит Байгилде улы, Рәйес Түләктең һиңә арналған (осраҡлы түгел! Сөнки һин дә халҡың яралары менән яралыһың) “Һөйәнтөҫ” шиғыры. Тыуған тупрағына аяҡ баҫҡан ике яугир йәйләүҙәре урынында нигеҙ таштарында ел уйнатҡан көлдө генә таба… Ваҡиғаларға ике йөҙ (!) йыл үткән. Әммә яугирҙәрҙең хәтер һәм хәтәр яралары уңалмаған. Бөтәшерлек түгел шул улар, сөнки:
Еңел түгел…
Әйләнеүен күреү халҡыбыҙҙың
Буш нигеҙҙәй рухһыҙ милләткә…
Йәки Мысырҙа фирғәүендәр төҙөткән пирамидаларға бәйле уйҙарҙың яңы йүнәлеш алыуы:
…Башҡорт йыры –
тәнкәйҙәрһеҙ йән ул,
Тәнкәйҙәре ҡалған яу ҡырында.
О, ул йырҙар! Тәнде түгел, йәнде
Бөтөн килеш һаҡлар пирамида!
Уйым минең Нух заманда мәрхүм
Башҡорт батырҙары тураһында.
(“Пирамида”)
Шағирҙың халыҡ яҙмышына, урыҫ менән уртаҡ ватанды үҙеңдеке итеп яуҙар сабып та, аҙаҡ үгәйһетелеү генә түгел, ҡол урынына күреүҙәренә бәйле әсенешле уйҙары кемде генә тыныс ҡалдырыр икән?!
…Урал имәндәрен забойҙарға
Терәү итеп ҡырҡҡан сағында,
Имән кеүек башҡорт егеттәре
Ҡырҡылдылар Рәсәй яуында.
Рәсәйгә дан биргән Алдарҙы ла
Үлтерҙеләр бит һуң язалап… —
Рәсәй яҙмышы ниңә беҙҙең яҙмыш?!
Беҙҙең яҙмыш уға һаман ят!..
(“Монар”)
Тарихи ваҡиғаларҙан ғына түгел, ә ҡәҙимге тормоштан алынғандарынан да фәлсәфәүи һығымталар сығара алыу маһирлығына эйә ине ул. Ауылда үҫкәндәрҙән кем кәбән ҡойоуҙа ҡатнашмаған да кем күбәләй бесәнде ос һәнәге менән үргә сойорғотмаған?!. Рәйестең геройы ла инде бер күтәргән йөгөн, ни саҡлы ауыр булмаһын, кире төшөрмәйәсәк. Бер ҡараһаң, ниңә көсәнергә – самаһыҙыраҡ алғанһың икән, яңынан сәнс, еңеләйт йөгөңдө. Улай ғына түгел шул. Сәм бар. Егетлек бар. Бер еңелгә күнекһәң… Ә бит күтәремеңде тәғәйен еренә урынлаштыра алырға ла тейешһең. Шуны күҙ уңында тотоп, Рәйес фекер ебен төйнәп тә ҡуя:
…Ә уйлаһаң, һәр кешенең ғүмере –
Күбә менән кәбән араһы…
(“Күбә менән кәбән араһы”)
Йөк образына ул тағы ла әйләнеп ҡайтасаҡ әле. Тик быныһында һүҙ күҙгә күренеп бармағаны тураһында буласаҡ:
…Унда ҡәбер тупрағы бар
Дуҫтарҙың, туғандарҙың…
Төрлөһө бар: ынйыһы ла,
Ҡыйы ла барҙыр, беләм.
Тормош бит оло йә мөһим
Хәлдәрҙән тормай гелән.
Әсәйемдең күҙ йәше бар,
Атайҙың ал ҡаны бар…
(“Йөк”)
Рәйестең уңыштарының “сер”е бар икән, ул шундалыр тим: талант өҫтөнә ул ике йөҙлөләнмәне, юғарылағылар алдында ярамһаҡланманы һәм иң мөһиме – халҡының кемлеген (тарихта ла, бөгөн дә!), иртәгә кем булырға тейешлеген иң юғары кимәлдәге шиғриәт өлгөләрендә ярып һалды. Алдынғы ҡарашлы уҡыусы ла ошондай һүҙгә һыуһағайны. Тап шуның өсөн “Ҡашмау” поэмаһы күптәрҙе аяҙ көндәге йәшендәй шаңҡытты.
Әҫәрҙең төп геройы (һүрәтләү уның исеменән алып барыла) кисәге туйҙағы эскелектән күңеле болғанып килеп уяна. Эйе, типтереүҙәрҙән һуң айнығыуҙар килә. Бигерәк тә, итәк ҡырҡып, ең ялғап йәшәүселәргә ҡыйын. Эпиграф итеп тикмәгә киң билдәле мәҡәл алынмаған: “Туй килә, туй! Ике атыңдың береһен һуй!” Элеккеләй өйөр-өйөр йылҡың булһа, бер хәл… Тик был турала уйланыусылар бармы?! Ана, һуғыш яланымы ни – ирҙәр аунашып ята. Баш сатнауына ҡарама­йынса, “герой”ыбыҙ кисәге хәлдәрҙе иҫенә төшөрөргә маташа:
Эй, туй килә, тинеләр.
Байраҡ элеп ҡуйҙылар.
Лозунгылар яҙҙылар ҙа
Аҡтыҡ атты һуйҙылар…
Бер генә строфа (!), ә күпме мәғәнә һалынған: буш вәғәҙәләрҙән алданғанлыҡ, хатта һуңғы аттан (теге ике аттың береһе ҡалһа ни асыу) мәхрүм ителеү… Ә күпселеккә ҡыҙыҡ ҡына булһын (римләндәрҙең, икмәк һәм тамаша, тиеүе һәр осорға ла тап килеүен әйт һин!):
…Иҫерек баш ҡоҙа
Бейеп алйыған тамам.
Оло инәй туйға һалған
Ҡашмауҙы тағып алған…
Өҙөлөп оса ҡашмау тәңкәләре… Ҡыҙмаса баштан бейегәндә мәрәкә ине лә, айный килә – уйланырлыҡ әҙәмде уйландыра:
Талир тәңкә!..
Быуындарҙы бәйләп килгән
Талир тәңкә!
Йәштәр өсөн аманатҡа
Ҡалыр тәңкә…
Уйҙар, тәңкәләргә сыйылған ырыу тамғаларына бәйле, ары тағатыла. Ҡартатаһы әйтеүе буйынса “ҡапҡа” ине, буғай. Ҡапҡа иһә авторҙың художестволы фекерләү айышына ярашлы образға әйләнеп, ассоциатив рәүештә ил-йорт ҡапҡаһын күҙаллата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уныһы үҙ бурысын үтәүҙән туҡтаған икән шул: шар асыҡ көйө ҡалдырылған – үткән-һүткән бер ҡаршылыҡһыҙ килеп инә, теләгәнен алып, сығып китә. Улай ғына ла түгел:
Улар асыҡ! – Уйнаш
ҡосағындай,
Туҡталғандар ҡапҡа булыуҙан.
Илбаҫарға, иманбаҫарға ла,
Һәр бер үткенсегә,
Юлсыға
Асыҡ улар…
Иҫен йыйған халыҡ йыйыуын да, ләкин һуң. Бикләп тә ҡарай ҡапҡаны, ләкин әрһеҙҙәрҙән хәҙер инде ҡотолормон тимә:
…Астырҙылар!
Асҡыс яраттылар,
Бик булмаһа, ватып инделәр.
Шулай туҙҙырҙылар халыҡты ла,
Иманды ла, телде, илде лә…
Ә теге кәмитсе ҡоҙа халыҡ тарихындағы тотош дәүерҙәрҙе образлы дөйөмләш­терергә этәреш бирә:
Иҫерек ил Башҡортостанымды
Ҡашмау итеп тағып бейене…
Уйҙар тәңкәләргә баҫылған батша­ларға, башҡаларға бәйле йәнә ялғана. Һәр береһендә халыҡ тарихы икән дә:
Һәр ваҡиға, көмөш тәңкә булып,
Инәйҙәрҙең ятҡан иңенә…
Ә туй дауам итә… Шағир ҡабатлан­ғыһыҙ милли йоланың төптө икенсе йөкмәтке алыуын, бөгөнгө хәлебеҙ афәтте хәтерләтеүен, әммә, шуға ҡарамаҫтан, ҡотороноп байрам итеп ҡалырға тырышыуыбыҙға өҙгөләнә. Был – үрҙәрәк иғтибарлаған шул уҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы тормош күренеше, тик был ҡапма-ҡаршылыҡ төпкәрәк йәшеренгән (ә, бәлки, йәшерелгән?): һөйләгәнебеҙ – эшебеҙгә, ҡылығыбыҙ – тәбиғәтебеҙгә, йолаларыбыҙ үҙ асылына тап килмәй. Ни өсөн шулай һуң? Төртөп күрһәтеп булһа икән сәбәп­тәрен! Авторҙың да әҙер яуабы юҡ. Әлегеһе хәлебеҙгә юлығыуыбыҙҙы ул дөрөҫ аса кеүек (кәрәк мәлендә ҡапҡаларҙы ла яба белмәнек, көслөнөкө замана дәүерендә емереп тә инделәр). Тик хәлебеҙ һуң дәрәжәлә ҡотолғоһоҙмо ни?! Афәт мәлендәге туй иһә дауам итә… Ана “уйҙарының осона сыға алмаған” геройыбыҙҙың “яралы” ҡулына ла рюмка ҡуйылған – башын йүнәтһен, йәнәһе. Башты ғына түгел, баштарҙы йүнәтер кәрәк, әлбиттә, тик мәжлестәгеләр аңлағанса түгел.
Һәләкәткә килеп тарыуыбыҙ шағирға артабан да тынғылыҡ бирмәйәсәк әле. Һәм ул ижадының апогейы итеп ҡабул ителерҙәй (минең ҡарамаҡҡа) “Яныу” поэмаһын яҙасаҡ (гәзит мөмкинлектәре ентекләберәк туҡталырға мөмкинлек бирмәгәнлектән, ошоноң менән сикләнәйек).
Һинең, Мәүлит Байгилде улы, байтаҡ теҙмә әҫәрҙәрең тарихи ҡатламдарҙы аҡтара. Уларҙың тарихи сәсмә яҙмала­рыңдан ни менән айырылып тороуына иғтибар йүнәлтәйек әле. Үҙенсәлектәр сәсмә һәм теҙмә булыуҙарына ғына бәйле түгелдер бит?
М.Я.: Ер шарындағы халыҡтарҙың әҙәбиәттәрендә 17-18 быуаттарға тиклем, ғөмүмән, проза жанры булмаған, ә шиғри әҫәрҙәр генә хөкөм һөргән – һүҙҙе шунан башлайыҡ. Мин дә әҙәбиәткә шағир булараҡ аяҡ баҫтым, шуға күрә шиғри жанр төрҙәре күңелемә яҡыныраҡ. Ә инде теҙмә әҫәрҙәрҙәге тарихи ҡатламға килгәндә, шиғри телмәр уларҙың идеяһын асыуҙа күпкә отошлораҡ, героик шәхес­тәрҙе, үткән замандарҙағы тормошто һүрәтләгәндәге күтәренке романтик стиль сәсмә әҫәр шәкеленән бөтөнләй айырылып тора. Уның һүрәтләү саралары, ҡалып­лашҡан образдар системаһы, халыҡтың күңеленә яҡын булған милли аһәң бөтөнләй икенсе яңғыраш ала, күңелде юғары бер шәкелгә көйләй. Шиғри телмәрҙең күңелгә тиҙерәк үтеп инеүе, хәтерҙә оҙағыраҡ һаҡланыуы ла бәхәсһеҙ. Бәлки, быға халҡыбыҙҙың башлыса шиғри формала ижад ителгән ауыҙ-тел ижады өлгөләре традицияһы ла булышлыҡ итәлер. Иғтибар итәләрҙер: минең тарихи темаға яҙған повестар, романдар ҙа шиғри юлдар менән сыбарланған (йыр текстары, мәҡәл-әйтемдәр, мөнәжәттәр, ҡобайырҙар һ. б.). Бының менән мин, сәсмә әҫәрҙәр яҙғанда ла күңелем шиғыр, йыр-моң стихияһынан айырыла алмай, тимәксемен. Яңыраҡ Ринат Камал яҙғанса, минең сәсмә әҫәрҙәрем, моғайын, “шағир прозаһы” тигән төргә ҡарайҙыр. Кем белә, бәлки, ул киләсәктә жанрҙың айырым бер төрөнә әүерелеп китер. Заманында донъя әҙәбиәте “депоэтизация” осорон үткәргән кеүек, “репоэтизация” дәүерен кисереп, яңынан бөтә әҙәбиәт үҙ асылына ҡайтып, тик теҙмә шәкелгә ҡоролоуы ихтимал.
Ф.К.: “Шағир прозаһы” тигән күренеш күптән йәшәп килә. И.С. Тургенев ижадына бәйле йышыраҡ ҡулланылды. Ысынлап та, һинең сәсмә әҫәрҙәрең был билдәләмәгә тап килеп тора…
Бына бер ни тиклем тарихты байҡаныҡ. Эйе, үткәнде һис шикһеҙ (!) белергә, ихтирам итергә, тормошта ҡулланырға кәрәк. Йәғни былар бөтәһе лә үҙмаҡсат түгел, ә тап бөгөнгө проблемаларҙы хәл итеп, тулы ҡанлы тормош менән, атай-олатайҙарыбыҙ аманатына хыянат итмәй йәшәү өсөн кәрәк. Глобалләшеү дәүерендә лә башҡорт булып ҡала алыу өсөн кәрәк! Ә бөгөнгөбөҙ нисегерәк сағылыш таба беҙҙең ижадта? Кемдәрҙе, ниндәй әҫәрҙәрҙе, ни өсөн айырыңҡырап күрһәтергә мөмкин?М.Я.: Еңел булмаған һорау. Беренсенән, хәҙерге мәлдә ваҡытымдың бик тығыҙ булыуы сәбәпле, бөтә баҫылған ижад емештәрен уҡып барыу мөмкинлегем самалы. Икенсенән, хәҙерге әҙәбиәткә төплө анализ яһау – профессиональ тәнҡитселәр эше, уларҙың “икмәге”, сөнки дилетанттарса фекер йөрөтөп, әҙәби процесҡа дөрөҫ диагноз ҡуя алмауым да мөмкин. Был, минең уйымса, уғата яуаплы һәм сетерекле эш. Ул тәнҡит менән шөғөлләнгән белгестәрҙән бөгөнгө әҙәбиәтте биш бармаҡ һымаҡ белеүҙе, был өлкәлә киң эрудицияны талап итә.
Әлбиттә, бөтөнләй үк уҡымайым, ҡыҙыҡһынмайым түгел. Башлыса шиғриәт менән танышып барырға тырышам. Мәҫәлән, Салауат Әбүзәрҙең ғәжәйеп шиғриәте, эпик киңлеккә сыға барған Тамара Юлдашеваның, фәлсәфәүи юғарылыҡ менән киңлеккә ынтылған Йомабикә Ильясованың, үҙе бер тылсым донъяһы тыуҙырған Тамара Ғәниеваның, тыуған далаһының еҫе менән төҫөн тойҙорған Хисмәт Юлдашевтың, тарих менән бөгөнгөнө үҙенсәлекле рәүештә үрелдергән Фәнил Күзбәковтың, өр-яңы әҙәби йүнәлешкә юл һалған Зөлфиә Ханнанованың, Сулпан Миңлебаеваның шиғриәттәре күңелемде биләй (мин бында тик һуңғы осорҙа шәлкемдәрен йә иһә китаптарын уҡығандан һуң тыуған тәьҫораттарымдан сығып, был авторҙарға үҙемдең шәхси фекеремде генә еткерәм, ижадтарын юғары баһалап, уларға ваҡытында үҙемдең ҡарашымды белдергән бүтән шағирҙар үпкәләй күрмәһен). Проза жанрында иһә Әмир Әминевтең һәр яҙғаны диҡҡәтемде биләй. Шулай уҡ шиғриәттән ваҡытында ялтанып өлгөргән Мөнир Ҡунафин прозаһының киләсәге бик өмөтлө, тип иҫәпләйем. Йәшерәктәрҙән Зөлфиә Ҡаҙаҡбаеваны, Миләүшә Ҡаһарманованы, ике жанрҙа ла берҙәй уңышлы ижад иткән Әхмәр Үтәбайҙы ла уҡымай ҡалғаным юҡ. Әлбиттә, сәсмә жанрҙа ҡыҙыҡлы ғына тәжрибәләр бар, һәр кем үҙ ижадында ниндәйҙер яңылыҡҡа ынтылған төҫлө. Ләкин, Әмир Әминевтең билдәләүенсә, “ваҡиға булырлыҡ, халыҡ йығылып ятып уҡырлыҡ әҫәрҙәр тыуғаны юҡ шул бөгөнгө прозала”. Мин бында яҙғанының артынан этеп, уны көнө-төнө пропагандалап йөрөүселәрҙе түгел, ә ысын ваҡиға булырҙай әҫәр үҙен үҙе пропагандалаған осраҡты күҙ уңында тотам. Моғайын, башҡорт прозаһын бөтә донъя әҙәбиәте юғарылығынан тороп баһалаған Әмир Әминев тә шуны уҡ билдәләгәндер.
Ф.К.: Милләт алдында кисектергеһеҙ проблемалар шул тиклем күп, йыш ҡына уларҙың ҡайһыһына тотонорға белеп булмай. Шулай ҙа иң мөһимдәрен атап ҡарамайыҡмы? Һәм улар беҙҙең ижадта һүрәтләнәме?
М.Я.: Эйе, тормош ҡатмарлаша. Шағир әйтмешләй, “килде заманалары”. Был бер беҙҙең милләткә генә килгән ауырлыҡтар түгел – шуныһы бер аҙ тынысландыра. Тәбиғәт тә, әмәлгә ҡалғандай, һынау артынан һынау булып ябырыла – йә ут, йә һыу рәүешендә ҡоторона. Тирә-яҡта донъялар боларып тора. Шуларҙы күҙ уңында тотоп, биш йыл элек “2012 йыл иҫтәлеге” тигән шиғыр яҙғайным. Уның һуңғы строфаһы былай:
…Шуға яуап эҙләп, урыҫ яна,
Башҡорт халҡы яна ут булып.
Өрәйҙәре шиңгән ил халҡына
Тамғы килә күктән ҡот булып.
Ҡот китте илдән. Милләтебеҙ аналығынан яҙған ҡорт күсен хәтерләтә. Шундай шарттарҙа халыҡты һаҡлап алып ҡалыуҙан да изге һәм мөҡәддәс бурыс юҡтыр. Ошо ерҙә ҡолағымда “һүҙ” тигән ҡөҙрәтле ауаз яңғырап киткәндәй булды. Ысынлап та, ҡото осҡан кешене ни менән имләйҙәр? Әлбиттә, һүҙ ярҙамында ҡот ҡоялар. Һүҙ дауалаусы ла, тынысландырыусы ла, әйҙәүсе лә. Кәрәк була ҡалһа, ул ҡорал да. Бының менән мин һүҙ сәнғәте менән шөғөлләнгән кешеләр иңенә ниндәй ҙур яуаплылыҡ ишелгәнен аңғартмаҡсымын. Мәшһүр ҡаҙаҡ аҡыны Муҡағәле яҙғанса: “Кәмһенмәй, үҙе булып ҡалһын өсөн йыр-моң кәрәк халыҡҡа, шиғыр кәрәк”.
Ф.К.: Эйе, һағышланһын да, күңелен дә бушатһын. Һәм иртәгәһенә дәртләнеп, еңдәрен һыҙғанып эшкә тотонһон. Ошондай ҙа һүҙ кәрәк беҙгә!..
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле ваҡытыңды сарыфлап (“Ҡөрьән Кәрим”дең шиғри тәржемәһе буйынса изге ғәмәлеңде дауамлайһың, илһам шишмәләрең сылтырап, уй-ғәмле итә), әңгәмәлә ҡатнашыуың өсөн оло рәхмәт, Мәүлит Байгилде улы. Ижадыңа көс-ҡеүәт, тапҡаныңа бәрәкәт! Халҡыбыҙға хеҙмәт итеү юлында Аллаһ Тәғәлә рәхмәтендә булырға яҙһын, иншаллаһ.

* * *

Күренеүенсә, халыҡты халыҡ итеп йәшәтә алыуҙа иң үтемлеһе – ысынбарлыҡҡа торошло ҡанатлы һүҙ. Был хәҡиҡәтте әҙип яҡшы аңлай, әлбиттә. Тик һүҙ маһирлығы менән йәнәш милләт алдындағы яуаплылыҡ тойғоһо һәр кемдә төрлөсәрәк шул. Тимәк, әҙәби тәнҡитсе үҙ иңенә тағы ла һәлмәгерәк йөк ала… Әҙип. Әҙәби тәнҡитсе… Ә уҡыусы, халыҡ тигәнебеҙ әҙергә бәҙер генә булырға тейешме ни?! Был һорауға яуапты бергәләшеп эҙләрбеҙ, бәлки? Ҡәләмдәштәр, уҡыу­сыларыбыҙ әйтелгәндәргә битараф булмаһа, әңгәмәлә яңғыраш алған фекерҙәр айҡанлы үҙ ҡарашын белдерер, милләтебеҙ, рухиәтебеҙгә бәйле кисектергеһеҙ хәл ителәһе проблемалар буйынса ни эшләнеүе, ни эшләргә тейешлегебеҙ хаҡында уйҙары менән уртаҡлашыр…
Ил менән кәңәшләшәйек, ил менән ҡуҙғалайыҡ, йәмәғәт!

Фәнил КҮЗБӘКОВ, “Ҡоролтай тауышы” гәзитенән

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *