Алдар батыр рухын данлайыҡ!

Алдар батыр3Ҡырымдың Белогорск районы менән дуҫлыҡ ептәрен нығытыу өсөн эш башланы республикабыҙҙың юғары даирәләре. Ана, урамдарға ла ошо төбәктең исеме биреләсәк, тигән ҡарарҙар ҡабул ителә. Ошо уңайҙан миндә лә бер тәҡдим тыуҙы бит әле. Ҡаһарман рухлы шәхес, башҡорт тарханы Алдар Иҫәкәев Азов диңгеҙе өсөн яуҙа тап Ҡырым ерендә үҙенең батырлығын күрһәткән бит! Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы старшинаһы 1704 – 1711 йылдарҙағы ихтилал етәксеһе һәм нескә дипломат булараҡ та билдәле тарихта.


Петр I менән Азов походында күрһәткән ҡаһарманлығын иҫкә төшөрөп китәйек әле. Төрөктәр яғынан булған батырға ҡаршы алышта Петр I ике казак, бер Мәскәү воеводаһы араһынан тап Алдар Иҫәкәевте һайлап, яу яланына сығара. Уйлап ҡарағыҙ әле: көслөләрҙең көслөһө тип башҡорт батыры Алдар һайлана! Яраланған батырыбыҙ үҙенә күрһәтелгән ышанысты тулыһынса аҡлай: ике яҡтың да ғәскәрен хайран итеп, еңеп сыға! Бына һиңә Ҡырымдағы алыш! Бына һиңә Алдар батыр ҡаһарманлығы! Батша Петр I Алдар Иҫәкәевкә тархан исемен биреп, көмөш эфеслы ҡылыс бүләк итә! Рәсәйҙең диңгеҙ киңлегенә сығыуы ла ошо тарихтан һуң башлана бит.
Эйе, Алдар батырҙың исемен мәңгеләштереү эшен Башҡортостанда ла дауам итеү кәрәк. Ә бына бөгөн, Ҡырымдың Белогорск районы менән дуҫлыҡ ептәрен нығытҡанда, был бик тә мәртәбәле, тарихи ысынбарлыҡҡа тап килгән сара булыр ине. Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын түгел: Ҡырымда китеп бараһың һәм Алдар Иҫәкәев урамына барып сығаһың! Ә, дөрөҫ эшләгәндәр, Азовты яулашҡан батыр бит был, тип әйтәсәк тарихты белгәндәр!

Лариса Абдуллина.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *