Баймаҡтар Туҡ буйҙарына сәфәр ҡылды

114-15 июлдә Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы үҙенең ойошторолоуының 50 йыллыҡ юбилейын киң билдәләне. Район үҙәге Плешаново ауылында ошо дата уңайы менән ҙур байрам саралары үткәрелде. Унда Баймаҡ район Советы секретары Р.З. Ишбулатов һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Р.В. Ишембәтов етәкселегендәге беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты.

Ырымбур өлкәһенә сәфәр ҡылыу тәҡдиме Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының уҙған йылда үткәрелгән киңәйтелгән ултырышында ҡабул ителгәйне. Унда сығыш яһап, ҡор рәйесе Ришат Вәкил улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарарҙарын урындарҙа тормошҡа ашырыу маҡсатында сит төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу бурысын ҡуйҙы.

Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау һәм демография буйынса комиссия рәйесе, Баймаҡ ҡала поликлиникаһы мөдире И.С. Бәхтийәров Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районына сәфәр ойошторорға тәҡдим итте. Әйткәндәй, Илдар Сабир улы үҙе лә сығышы менән тап шул төбәктән һәм уның фекерен ҡоролтайсылар ҡуш ҡуллап күтәреп алды һәм үҙенең ҡарарына индерҙе. Район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡор ағзаларының изге уй-ниәтен хупланы һәм сәфәрҙе ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Илшат Хәмит улының тырышлығы һәм хәстәрлеге менән баймаҡтар Туҡ буйында йәшәүсе милләттәштәребеҙгә Һаҡмар буйы башҡорттарының ҡайнар сәләмен еткерҙе, Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе араһындағы дуҫлыҡ күперенә нигеҙ һалды.

dsc_0592_21_07_2017Баймаҡ районы делегацияһының Ырымбур өлкәһендәге сәфәре 14 июль көнө Красногвардейский районы үҙәге Плешаново,  башҡорттар күпләп йәшәгән Бәхтийәр, Пролетар ауылдары менән танышыуҙан башланды. Беҙҙе район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Заһир улы Кучаев, уның урынбаҫары Ильмира Минрәшит ҡыҙы Нурмөхәмәтова, башҡарма комитет ағзаһы Хәҙисә Мөхәррәм ҡыҙы Ҡалмантаева, эшҡыуар Илнур Ғәйәр улы Бәхтийәров ҡаршы алды һәм оҙатып йөрөнө. Баймаҡ районы делегацияһы ағзаһы Илдар Бәхтийәровтың тыуған ауылы Бәхтийәр ере башҡорттары беҙҙең айырыуса  ҡыуанып көтөп алды. Бында үҙ тыуған ерен яратҡан, тарихын,  йолаларын, мәҙәниәтен ихтирам иткән, үҙ тамырҙарын онотмаған рухлы башҡорттар йәшәй. Урындағы ауыл биләмәһе башлығы ла үҙебеҙҙең милләттән – Радик Миңлеғәле улы Бәхтийәров бына оҙаҡ йылдар инде ошо яуаплы вазифаны башҡара, быға ҡәҙәр тарих уҡытыусыһы булған. Бәхтийәрҙәр кемдәндер ярҙам көтөп ултырмай, ауылдың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә һәр береһе тос өлөш индерә. Тап ауыл халҡының тырышлығы менән бынан алты йыл элек өр-яңы мәсет төҙөлгән, зыярат кәртәләп алынған, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм унан еңеү менән ҡайтҡан яугирҙар иҫтәлегенә мәрмәр обелиск асылған. Хатта япмалы каток та эшләп ултыртҡандар. Балалар аҙ булыу сәбәпле мәктәп ябылған, улар күрше ауылға йөрөп уҡый. Клуб иҫке булһа ла, унда мөдир Юлиә Хәдит ҡыҙы Бәхтийәрованың тырышлығы менән төрлө милли мәҙәни саралар үтеп тора. Ауыл старостаһы Рафаэль Бәхтийәров, Салауат Дәүләтов, Нариман Кәримов, Азат Бәхтийәров, Илдар Дауытов кеүек уңған егеттәр тыуған төйәгенең проблемаларын хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнаша, ауылының ысын патриоттары булып тора.

dsc_0651_21_07_2017Пролетар урта мәктәбе – районда иң алдынғы мәғариф учреждениеларының береһе. Уның менән ике тиҫтә йылға яҡын инде Л. М. Бәхтийәрова уңышлы етәкселек итә. Шуныһы һөйөнөслө, “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе” конкурсында еңеүсе булған был коллективтың ҡаҙаныштары етерлек. Бында бик үҙенсәлекле һәм ҙур тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы булыуы, унда башҡорт халҡы тарихына лайыҡлы урын бирелеүе һоҡланыу тойғолары уятты. Мәктәп директоры һәм ауыл биләмәһе башлығына Р.З. Ишбулатов Баймаҡ энциклопедияһы һәм Абдулхаҡ Игебаевтың “Беҙ – баймаҡтар бит әле!” китаптарын бүләк итте. “Төньяҡ амурҙары” тарихи клубы ағзаһы, Өмөтбай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Айҙар Мәжитов музей мөдире Луиза Ишалинаға үҙенсәлекле бүләк – уҡ тапшырҙы. Үҙенең сығышында Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Р.В. Ишембәтов Ырымбур башҡорттарының милли рухты бөгөн дә һаҡлап ҡалыуҙарын, ошо юҫыҡта маҡсатлы эш алып барыуҙарын юғары баһаланы.

Красногвардейский районы хакимиәте башлығы Н.В. Чернышев Баймаҡ районы делегацияһын бик йылы ҡабул итте. Делегация етәксеһе Радмир Ишбулатов Николай Валентиновичҡа Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовтың ихлас ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе, dsc_0441_21_07_2017сәфәрҙең маҡсаты менән таныштырҙы. Радмир Зөбәйер улы төрлө өлкәләрҙә бергә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тәҡдимен дә еткерҙе. Үҙ сиратында Николай Чернышев райондың социаль-иҡтисади тормошо менән яҡындан таныштырҙы, үҫеш перспективалары тураһында һөйләне. “Беҙҙең районда 40 төрлө милләт вәкиле татыу йәшәй, төбәктең иҡтисадын үҫтереүгә улар берҙәм өлөш индерә, -тип билдәләне ул, – шулар араһында иң күбеһен рустар тәшкил итә – 54 процент. Башҡорттар иһә 26 процент. Был килешеү ике районды яҡынайтыр, беҙҙә йәшәүсе башҡорттарҙың милли мәҙәниәтен, рухиәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға ярҙам итер, тип ышанам. Документ ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын, аныҡ эштәргә нигеҙ һалһын”.

Артабан ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға булды – Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы һәм Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы араһында мәҙәниәт, мәғариф, иҡтисад, сәнәғәт, урта эшҡыуарлыҡ, социаль өлкәләрҙә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Әйтергә кәрәк, эшлекле һөйләшеү һәм фекер алышыуҙар барышында иң мөһим проблемаларҙың береһе – төбәктә башҡорт телен уҡытыу һәм өйрәнеү мәсьәләһе лә күтәрелде. Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, бөгөн Юлтый һәм Иҫке Юлдаш ауылдарындағы мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыла,  Плешановолағы гимназияла факультатив булараҡ өйрәнелә. Әммә башҡа ауылдарҙа башҡорт милләтле ата-әсәләр балаларын русса уҡытырға теләк белдергән, шунлыҡтан улар бөгөн әсә телен өйрәнмәй. Район етәкселеге мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы түгел, кәрәк булһа ярҙам да күрһәтергә риза. Тик барыһы ла ата-әсәләрҙең теләгенә барып тоташа…

dsc_0720_21_07_2017Ошо уҡ көндө кискеһен Плешаново ауылының мәҙәниәт йортона  район башҡорттары Баймаҡ районы делегацияһы менән осрашырға, сәнғәт оҫталарының ҙур концертына тамаша ҡылырға йыйылды. Фойела Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең Баймаҡтағы “Башҡорт китабы” магазины үҙенең бай ассортиментлы продукцияһын тәҡдим итте. Шуныһы ҡыуаныслы, магазиндың һатыусы-консультанты Яңылбикә Мөхәмәтйәнова янынан кеше өҙөлмәне. Ырымбурҙар “Урал батыр”, “Аҡмулла”, “Әлифба”, “Салауат Юлаев”, “Тылсымлы әкиәттәр”, “Башҡорт аш-һыуҙары” китаптарын, мосолман календарын, йыртмалы башҡортса календарҙарҙы һәм башҡа әҙәби-нәфис китаптарҙы күпләп һатып алды, тағы ла килеүебеҙҙе һораны.  Шәхси эшҡыуар Наил Мортазиндың сувенирҙары милләттәштәребеҙҙең береһен дә битараф ҡалдырманы.

Рәсми тантанала Баймаҡ район Советы секретары Р.З. Ишбулатов сығыш яһап, Баймаҡ менән Ырымбур дуҫлығына нигеҙ һалыныуы менән милләттәштәребеҙҙе ҡотланы, төбәгебеҙ етәкселегенең ҡотлау сәләмен еткерҙе. Һуңынан ул Красногвардейский районы хакимиәте башлығы Н.В. Чернышевҡа ҡурай, “Баймакский край” энциклопедияһын һәм А.Игебаевтың “Беҙ – баймаҡтар бит әле!” китабын бүләк итте. Николай Валентинович иһә был сараның мөһимлеген юғары баһаланы, ул ике яҡлы хеҙмәттәшлектең ныҡлы булырына ышаныс белдерҙе.

dsc_0742_21_07_2017Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының башҡорт халҡының тарихы мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Н.М. Ҡалмантаев етәкселегендәге делегация ла килгәйне. “Тыумышым менән ошо төбәктән булараҡ, мин һәр ваҡыт тыуған төйәгемә ҙур тулҡынланыу менән аяҡ баҫам, – тине Нурислам Мирхәйҙәр улы үҙенең сығышында, – ә бөгөн ысын мәғәнәһендә тарихи көн – Баймаҡ менән Ырымбур дуҫлығына нигеҙ һалына. Баймаҡ районы – Башҡортостандың иң көслө, иң талантлы төбәге, был бер ҙә шаштырыу түгел. Шуның менән һеҙ бәхетлеһегеҙ, яҡташтарым.

Ырымбур башҡорттары менән Баймаҡ башҡорттарын беҙҙең яҡташыбыҙ, Үрге Ильяс ауылынан сыҡҡан атаҡлы сәсән Мөхәмәтша Буранғолов бәйләп тора. Тап ул “Урал батыр” эпосын баймаҡтарҙан барып яҙып ала һәм халыҡҡа еткерә. Аҫыл хазинаны түкмәй-сәсмәй киләһе быуындарға еткергәндәре өсөн баймаҡтарға мең рәхмәт!”

Баймаҡ районының сәнғәт оҫталары ырымбурҙарҙы милли колоритлы концерт программаһы менән таң ҡалдырҙы. 2,5 сәғәт дауам иткән һоҡланғыс тамашала баймаҡтар милләттәштәребеҙҙе халҡыбыҙҙың аһәңле йырҙары, бейеүҙәре, сихри ҡурай моңдары менән арбаны, “Урал батыр” эпосындағылай тере һыу бөрктө. Туҡтауһыҙ алҡыштар, “Афарин, рәхмәт, баймаҡтар!” тигән ауаздар концерт буйына тынманы. Данлыҡлы Буранбай ауылының данлыҡлы “Буранбай” триоһы (Фәттәх һәм Фәннүр Аралбаевтар, Хәбир Раев), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил Харрасов, республика йыр конкурстары лауреаттары Айнур Туҡтаев һәм Сөмбөл Юлбахтина башҡарыуындағы йырҙарҙы, “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, республика конкурстары лауреаты Илшат Ғүмәров, Буранбай ауылынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Зарифа Аралбаева етәкләгән “Еҙ үксә” өлгөлө балалар ансамбле башҡарыуындағы бейеүҙәрҙе милләттәштәребеҙ аяғүрә баҫып алҡышланы. Тамашаны йәнле һәм йәмле итеп Рәсимә Моратова менән Сөмбөл Юлбахтина алып барҙы. Концертты ойоштороуға район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Х. Йыһаншина күп көс һалды.

15 июль көнө Красногвардейский районы ойошторолоуының 50 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы саралар Плешаново ауылы янындағы ҙур майҙанда үтте. Әйтергә кәрәк, байрам тантанаһы яҡшы ойошторолоуы менән күңелдә ҡалды, район халҡын ҡотларға Ырымбур өлкәһенең ауыл хужалығы министры Михаил Маслов етәкселегендәге ҙур делегация, күрше райондарҙың хакимиәт башлыҡтары килде. Һәм, әлбиттә, аҫаба башҡорт ерҙәренә Башҡортостан Республикаһының Өфө һәм Баймаҡ ҡалаларынан мәртәбәле делегацияның аяҡ баҫыуы байрамдың баһаһын бермә-бер арттырҙы, тарихи тамырҙарыбыҙҙы барларға ярҙам итте, өлкә башҡорттарына рухи көс өҫтәне, киләсәккә өмөт уятты.

Юбилей тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының комиссия рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев сығыш яһап, Красногвардейский районы халҡын байрам уңайы менән тәбрикләне, уның башлығы Н.В. Чернышевҡа һәм әүҙем милләттәштәребеҙгә Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Үҙ сиратында Баймаҡ районы делегацияһы етәксеһе  Радмир Ишбулатов Николай Валентиновичҡа Баймаҡ тәбиғәте төшөрөлгән картина, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнеү өсөн малайҙар һәм ҡыҙҙар милли кейемдәре, башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан милләттәштәребеҙгә Баймаҡ энциклопедияһын бүләк итте.  Баймаҡтар Ырымбур өлкәһе губернаторына ла матур бүләк – ҡурай һәм “Баймакский край” китабын әҙерләгән ине. Ә райондың танылған сәнғәт оҫталары һушты алырлыҡ концерт номерҙары менән һоҡландырҙы.

Һис тә арттырыу түгел, баймаҡтар кеүек берәү ҙә милли колорит бөркөлөп торған тирмә ҡора, уны халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаға тиң ҡомартҡы-экспонаттары, аш-һыу өлгөләре, ғәйәт бай тарихын бөтөн камиллығында сағылдыра алмай. Был юлы ла Темәс ауыл биләмәһе (башлығы Бикйән Камалетдинов) тарафынан ҡоролған тирмә байрамда ҡатнашыусыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итеп кенә ҡалманы, ә уның ысын биҙәге һәм ҡото булды. Юғары ҡунаҡтарҙы ла Баймаҡ һылыуҙары халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы – ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән ҡаршы алды. Тирмәлә Темәс тыуған яҡты өйрәнеү музейының (директоры Рәмилә Әбсәләмова), Темәс тарихи-мәҙәни үҙәгенең, Темәс эшҡыуарҙары Рәмил Солтанов һәм Данис Ҡотлоғәлләмовтарҙың,  Таһир ауылынан Суфия Әсәнова һәм Темәстән Яңылбикә Ғарифуллинаның экспонаттары урын алғайны. Әйткәндәй, Суфия Хәмзә ҡыҙы үҙе теккән милли кейемдәрҙән һәм ҡул эштәренән бик бай күргәҙмә әҙерләгән. Тирмәне ҡороуға, уны һәр яҡлап биҙәүгә район халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре Радмир Хәсәнов менән Айнур Күлибаев, шулай уҡ Темәс ауыл биләмәһе хеҙмәткәре Рамил Исҡужин күп көс һалған. Ҡул тирмәнендә бойҙай тарттырып, унан талҡан яһау шөғөлөн дә күрһәтте баймаҡтар. Әйткәндәй, беҙҙең эргәлә Пролетар ауыл Советының тирмәһе лә урын алғайны. Милләттәштәребеҙ һәр кемде милли кейемдә йыр-моң һәм ҡурай моңдары менән ҡаршы алды. Һәр хәлдә, М.Маслов етәкселегендәге делегацияны баймаҡтар һәм пролетарҙар ҡунаҡсыллығы, һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп итеп торған күркәм тирмә комплексы, ҡабатланмаҫ йыр-моңо менән таң ҡалдырҙы.

Ырымбурҙар Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең Баймаҡтағы “Башҡорт китабы” магазины тәҡдим иткән китаптарҙы, Наил Мортазиндың сувенирҙарын, Баймаҡ ҡымыҙын күпләп һатып алды.

Байрам сараларында башҡорттар ғына түгел, әрмәндәр, немецтар, татарҙар, украиндар ҙа үҙҙәренең йорт-ихатаһы аша мәҙәниәтен, тарихын, рухиәтен сағылдырырға тырышты.

Әйтергә кәрәк, Баймаҡ районы делегацияһының һәр ағзаһы был сәфәргә изге маҡсат, милләттәштәребеҙгә рухи ярҙам күрһәтеү ниәте менән барғайны һәм уларҙың барыһы ла иңдәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән атҡарып сыҡты. Өмөтбай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, “Төньяҡ амурҙары” клубы ағзаһы Айҙар Мәжитов, мәҫәлән, башҡорт казагы кейемендә халҡыбыҙҙың данлы яу юлы тураһында булған һәр ерҙә бәйән итеп кенә ҡалманы, балаларға уҡты атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтте. Әйтергә кәрәк, Ырымбур өлкәһенең ауыл хужалығы министры М.Маслов шәхсән Айҙар Рәйес улы менән осрашып, уның менән байтаҡ аралашырға ваҡыт тапты. А.Мәжитовтың башҡорт яугирҙәре, уларҙың 1812-1814 йылдағы Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары, үҙенең дә ата-олатайҙарыбыҙ үткән хәрби юлды ҡабатлап Бородинонан Парижғаса сәфәр ҡылыуы тураһында һөйләгәндәрен ишеткәс, министр һоҡланыуын йәшермәне.

Район делегацияһының иң йәш ағзаһы Татлыбай ауылынан билдәле спортсы Венер Нәбиев был байрамда ырымбурҙар өсөн милли көрәш буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреп кенә ҡалманы, ә был тәңгәлдәге ярыштарҙа баш судья булып та сығыш яһаны. Венер –  алдынғы ҡарашлы егет, ул милли көрәш буйынса күп тапҡырҙар район, Урал аръяғы һәм республика чемпионы, Бөтә Рәсәй турнирҙары еңеүсеһе. Милли көрәш һәм билбау көрәше буйынса спорт мастерлығына кандидат. Быйыл ғына Урал физик культура дәүләт университетының Стәрлетамаҡтағы институтын тамамлаған Венерҙың киләсәге бик өмөтлө тип ышаныс менән әйтергә мөмкин.

Райондың “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Хөрмә Биктимерова милләттәштәребеҙ төйәгенә сәфәр ҡылған көндәрҙә Красногвардейский районында “Ағинәйҙәр” ойошмаһы булдырыу, Пролетар мәктәбе менән Баймаҡ районының бер мәғариф усағы араһында ныҡлы бәйләнеш урынлаштырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы, үҙенең кәңәштәрен бирҙе. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов иһә Ырымбурҙағы милләттәштәребеҙ менән урындағы ҡоролтай хәрәкәтенең эшмәкәрлеген йәнләндереү буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы, үҙенең төплө фекерҙәрен еткерҙе.

Әйтергә кәрәк, аҫаба башҡорттар төйәге булған Ырымбур тарафтарына изге сәфәр үҙ маҡсатына иреште, ике төбәк араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек күперенә нигеҙ һалды. Сит төбәктә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн был сара ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк булды. “Туҡ буйы башҡорттарының баймаҡтарҙың шундай һоҡланғыс сәфәренән милли рух менән туҡланып, күңелдәре байып ҡалды, рәхмәт һеҙгә!” – бына шундай фекер еткерҙе ырымбурҙар.

Шуныһы үҙенсәлекле, баймаҡтарға ырымбурҙарҙан өйрәнәһе тәжрибәләр ҙә бар ине. Әйтәйек, унда төҙөкләндереү мәсьәләһенә етди иғтибар бүленә, ауылдар, урамдар таҙа һәм архитектура яғынан төплө уйланылған булыуы менән айырылып тора. Ундағы милләттәштәребеҙ туған телен бөгөнгәсә һаҡлап ҡала алған: олоһо ла, кесеһе лә ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшә, беҙҙәге кеүек вата-емерә урыҫса аралашмай. Башҡорт милләтенән булған ябай кеше лә, хакимиәттә ултырған чиновник та, эшҡыуары ла туған телебеҙҙә һөйләшә. Өлкәндәр менән бер рәттән йәштәрҙең дә башҡорт телендәге китаптарҙы һатып алыуына ҡыуанып ҡайттыҡ. Ырымбурҙар үҙҙәренең шәхестәрен данлай белә, бай эшҡыуарҙары тыуған еренә аҡсалата ярҙам күрһәтеүгә һәр саҡ мөмкинлек таба. Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк беҙгә!

“Район башҡорттары ҡоролтайы ағзаларының изге уй-ниәтен хуплап ҡаршы алғаны, уны ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн хакимиәт башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡовҡа, тирмә ҡороу, уны биҙәү буйынса ҙур эште атҡарып сыҡҡаны өсөн Темәс ауыл биләмәһе башлығы Бикйән Таңғатар улы Камалетдиновҡа, бай концерт номерҙары әҙерләгән артистарға, уларҙың етәкселәре Гөлназ Хәлидәр ҡыҙы Йыһаншинаға һәм Миңзифа Әхмәҙиә ҡыҙы Нәҙербаеваға, делегацияның башҡа ағзаларына район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән оло рәхмәтемде белдерәм”, -тине Ришат Ишембәтов.

Баймаҡ һәм Ырымбур дуҫлығы ныҡлы булһын, ул милләтебеҙ мәнфәғәтендә башҡарыласаҡ изге эштәргә нигеҙ һалһын!

Азамат Мөхәмәтшин.

Баймаҡ – Ырымбур – Баймаҡ.

Автор фотолары.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *