“Аҡ тирмә” 30 августа башҡорт телен яҡлауға арналған ултырышҡа саҡыра

“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге башҡорт теле, милли мәҙәниәтебеҙ үҫешенә арналған ултырыштар циклын башлай.

Был ултырыштарға төрлө ойошма вәкилдәрен, уҡытыусыларҙы, мәктәп директорҙарын, юғары һәм урта махсус һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттары уҡытыусыларын, фән эшмәкәрҙәрен, уҡыусыларҙы, студенттарҙы, юристарҙы, һәм телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә битараф булмаған һәр кешене ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Башҡорт телен мәктәптәрҙә туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу проблемаларына арналған тәүге ултырыш 2017 йылдың 30 авгусында “Башҡортостан” Дәүләт концерт залының Кесе залында уҙғарыла. Көндөҙ сәғәт 2-лә башлана.

Йыйылышта сығыш яһарға теләүселәрҙең алдан яҙылыуын һорайбыҙ. Шулай уҡ йыйылыштың резолюцияһына эшлекле тәҡдимдәрегеҙ булһа, уларҙы 250-49-31 телефоны буйынса хәбәр итә алаһығыҙ. Бөтә документтарҙың проекттары беҙҙең ойошманың һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайттарына ҡуйыласаҡ.

“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *