Баймаҡта “Башҡорт китабы” үҙ ишектәрен асты!

Үткән шәмбе ҡала һәм район тормошонда ғына түгел, ә башҡорт донъяһы өсөн иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды: Баймаҡта Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең филиалы – “Башҡорт китабы” магазины үҙ ишектәрен асты. Күркәм тантанала район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, “Китап” нәшриәтенең генераль директоры Илһам Йәндәүләтов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, депутаттар, мәктәп уҡыусылары, киң […]
Продолжить чтение…

 

“Мәргән уҡсы” батырҙарҙы йыйҙы

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты милләттәштәребеҙ йыйынында ҡабул ителгән ҡарарҙы маҡсатлы тормошҡа ашырыуын дауам итә. Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә тағы бер район проектына нигеҙ һалынды – ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында “Мәргән уҡсы” ярышы үтте. Уны Ҡоролтай район хакимиәтенең физкультура һәм спорт комитеты менән берлектә ойошторҙо.
Продолжить чтение…