Башҡорт теле көнө илһөйәр балаларҙы бер майҙанға йыйҙы

IMG_6226Ҡоролтайҙың интернет конкурстарында еңгән балалар, шулай уҡ бөтә республиканан башҡорт телен өйрәнеүҙә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар Башҡорт теле байрамына йыйылды. Сара 11 декабрҙә Өфөнөң  иң мәртәбәле сәхнәһендә – Конгресс-холда үтте.

Бар донъяһын онотоп әкиәт һөйләгән балаларға тыныс ҡына ҡарап булмай. Кескәйҙәрҙең һәр һүҙе күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә, йөрәккә үтеп инә. Был конкурсҡа республиканың төрлө төбәктәренән 500-ләп эш ҡабул ителде, әммә ярыш булғас, еңеүселәр ҙә бар. Иң шәп әкиәтселәр Сибайҙа йәшәй, был конкурста еңеүселәрҙең күбеһе ошо ҡаланан.

“Илен һөймәҫ кенә, телен һөймәҫ” иншалар конкурсында иһә беренсе урындарҙы Баймаҡ уҡыусылары яулаған, уларҙың эштәре тәрән йөкмәткеһе, һутлы теле менән айырылып тора. Ошондай уҡ сифаттар тәржемә конкурсында ла талап ителде. Әҙәби тәржемә ярышы өлкәндәр һәм балалар араһында барҙы һәм бында Салауат ҡалаһы уҡытыусылары оҫтараҡ булып сыҡты.

“Иң шәп башҡорт теле уҡытыусыһы” видеороликтар конкурсы үҙ эшенең оҫтаһы булған, уҡыусыларҙа телгә һөйөү тәрбиәләгән педагогтарҙы асыҡларға булышлыҡ итте. Социаль плакаттар буйынса ярышта балалар башҡорт телен пропагандалауға арналған бай йөкмәткеле материалдар ебәрҙе, улар уҡыусыларҙың туған теленә, еренә һөйөүе менән һуғарылған.

Оло форумға республиканың төрлө төбәгенән Ҡоролтайҙың интернет-конкурстары һәм республиканың Мәғариф министрлығы ойошторған «Республикамды йырлайым!» , «Башҡортостандың 100 шағиры», Республика йәш сәсәндәр һәм «Урал батыр» эпосын яттан һәйләүселәр бәйгеләре еңеүселәре йыйылды.

Халҡым, телем тип янған балалар өсөн үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс программа әҙерләнде. Балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, интерактив уйындарҙа ҡатнашты, төрлө конкурстарҙа үҙ көсөн һынап ҡараны. Бәләкәй ҡунаҡтар менән Мәғариф министрлығы әҙерләгән уҡытыусылар һәм студенттар эшләне.

– Телдең киләсәге – балаларҙа! Бөгөн байрамға йыйылған балалар бер нисә тиҫтә йылдан һуң туған телебеҙҙе киләһе быуынға – үҙҙәренең балаларына еткерәсәк. Икенсенән, Рәхмәт ҡағыҙҙары, бәләкәй генә бүләктәр биреү ҙә бит уларға ҡанат ҡуя. Бала сағымдан беләм, уҡыуҙа алған Маҡтау ҡағыҙҙарым миңә тағы ла тырышып уҡырға, эшләргә ярҙам итте, – тип билдәләй байрамдың төп бурысын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин.

Йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе әйтеүенсә, киләһе йылда был слеттың даирәһен киңәйтеп, туған тәбиғәтеңде, башҡорт телендәге төрлө топонимика, гидронимдарҙы, йәғни ер-һыу атамаларын өйрәнеп, уларҙың тарихын белеп, тикшеренеү эштәре яҙыуҙы ла ойошторорға кәрәк. Беҙҙең балалар тел менән бергә йәшәгән төбәгебеҙҙе лә яҡшы белергә бурыслы. Үҙен уратып алған тәбиғәтте, мөхитте өйрәнеп, уларҙы һаҡлау маҡсаты ҡуйып үҫергә тейеш киләһе быуын. Башҡорт ер-һыу атамалары юғала. Мәҫәлән, бихисап мәмерйәләребеҙҙе геологтар өйрәнгән саҡта рус исемдәре менән атаған һәм китапта шулай теркәгән. Был – этноцид, халыҡтың хәтерен юйыу.

Өфөлә үткән Башҡорт теле көнө ысын мәғәнәһендә рух һәм күңел байрамына әйләнде, сөнки был йыйын телем, халҡым тип янған төрлө быуын фекерҙәштәрен бергә тупланы. Балаларҙы республиканың Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты  Гөлнур Ҡолһарина кеүек һәм башҡа билдәле шәхестәр ҡотланы.

Асылда, Башҡорт теле көнө йыл һайын 14 декабрҙә билдәләнә (Ҡоролтайҙың балаларҙы байрамға 11 декабрҙә йыйыуы Конгресс-холдың ошо көндә генә буш булыуына бәйле). Һәм был Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе һәм республиканың мәғариф министры тарафынан раҫланған Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү учреждениеларында билдәле әҙиптәр һәм мәғариф эшмәкәрҙәренең тыуған көндәренә арналған саралар планы положениеһына ярашлы ойошторола. Ошонан сығып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күренекле мәғрифәтсе, шағир, яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөн Башҡорт теле көнө тип тәҡдим итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡала һәм район ҡоролтайҙарын да Башҡорт теле көнөн лайыҡлы билдәләргә, мәҫәлән, мәғариф учреждениеларында лингвистик викториналар, тоталь диктант, конференциялар, Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын йәки әкиәттәр һөйләү буйынса конкурстар үткәрергә саҡыра.

 

Саранан фотоларҙы ошонда ҡарарға мөмкин.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *