2019 – Халыҡ-ара ерле халыҡтар телдәре йылы

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2019 йылды Халыҡ-ара ерле халыҡтар телдәре йылы тип иғлан итте. Маҡсаты – ерле халыҡтарҙың теленә ярҙам итеү, хуплау һәм әүҙемләштереү. Был башланғысты бөтә ағза-дәүләттәр, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы хупланы. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының әйҙәүсе агентлығы булараҡ, ЮНЕСКО Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар телдәре йылына старт бирәсәк рәсми сара ойоштора. Ул 28 ғинуарҙа ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында үтә.
Продолжить чтение…