Ҡоролтай етәксеһе Татар конгресы Милли шураһы рәйесе менән осрашты

8Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин бөгөн Татарстан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, Бөтөн донъя татар конгресы Милли шураһы рәйесе Вәсил Шәйхразиевты ҡабул итте.


7Сарала конгресс рәйесе урынбаҫарҙары Марс Туҡаев, Тәбрис Яруллин, шағир Роберт Миңнуллин, Башҡортостандың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева, Аҡһаҡалдар ҡоро етәксеһе Велмир Аҙнаев һәм башҡа йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре ҡатнашты.
Осрашыуҙа башлыса туғандаш халыҡтарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһында һүҙ барҙы, ҡунаҡтар бөтә донъя татарҙарын берләштергән проекттары менән таныштырҙы.
Сара һуңында етәкселәр матур бүләктәр менән алмашты.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *