Башҡарма комитетының ултырышы

8 июлдә Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте.

Ултырышта ҡатнаша алмаған Башҡарма комитет ағзалары менән Интернет аша онлайн видеобәйләнеш булдырылды.
Көн тәртибенә ярашлы, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының өҫтәлмәләр һәм тәҡдимдәр менән тулыландырылған Резолюция башҡарма комитет ағзалары иғтибарына сығарылды.


Был мөһим документ Башҡортостан Республикаһында, төбәктәрҙә, сит илдәрҙә эшләп килгән ҡоролтайҙарға, барлыҡ башҡорт халҡына таратылырға тейеш тигән тәҡдим ҡабул ителде.
Бынан тыш, Башҡарма комитеты структураһындағы комиссиялар исемлегенә үҙгәрештәр индерелде, уларҙың яңы составы раҫланды.

«Башҡарма комитет ағзаларының бай тәжрибәһе, юғары профессиональ кимәлен иҫәпкә алып, яңы раҫланған комиссияларҙың эшмәкәрлегенә уларҙың ыңғай, һөҙөмтәле булышлыҡ итеүенә ышынам» – тигән фекерен белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Хисмәтулла улы Юлдашев.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *