Һамар өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре

6 июлдә Һамар өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башланды.
Был сара сиктәрендә Һамар ҡалаһында һәм башҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙа бейеү, йыр, ҡурайҙа өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Программала шулай уҡ милли кейем һәм биҙәүестәр, халыҡ аштары күргәҙмәһе, Башҡортостандан килгән сәнғәт оҫталары менән Һамар өлкәһе фольклор коллективтарының концерты ла ҡаралған.

-Һамар йәмәғәтселәренең башҡорттарҙы берләштереү буйынса эше хайран ҡалдыра – ти Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева – Өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙ үҙҙәренең телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған, тарихты, ошо төбәктән сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе өйрәнеү өсөн күп көс һалалар. Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре иһә һамар башҡорттары өсөн ҙур һәм мөһим ваҡиға.
7 июлдә милли мәғарифты үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәл һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн милли биҙәүестәр яһау буйынса оҫталыҡ дәресе ойоштороласаҡ.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *