Выступление Гайнуллина Д.А на V Всемирном курултае башкир (28.06.19)

Хөрмәтле V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары һәм ҡунаҡтары!

Барығыҙҙы ла дөйөм байрамыбыҙ – оло ҡорға йыйылыуыбыҙ менән  ихлас ҡотлайым!

Бөгөн башҡорт халҡының тормошонда мөһим тарихи ваҡиға. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Башҡортостан Республикаһынан – 288,  Рәсәй Федеарцяиһы субъекттарынан – 157, сит илдәрҙән 50 делегат   эшлекле шарттарҙа башҡорт халҡының үҫеш, йыйылған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү өсөн йыйылды.

Һуңғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Федерацияһында башҡорт милләтенән булған 1 673 389 граждан йәшәй. Башҡортостандың үҙендә 1 172 287 башҡорт теркәлгән, был дөйөм республика халҡы иҫәбенең 28,79 процентын тәшкил итә. Башҡорттар Рәсәйҙә һан буйынса дүртенсе урынды биләгән милләт. 26 процент башҡорт Башҡортостандан ситтә, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәһе, Пермь крайында, үҙҙәренең тарихи ватаны ерҙәрендә, аҫаба халыҡ хоҡуғында йәшәй. Уларҙың төп өлөшө тотороҡло милли үҙаңын һаҡлап ҡалған, үҙен дөйөм башҡорт этносының бер өлөшө тип тоя. Төмән өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттарҙың күпләп тупланып йәшәүе менән билдәле. Бынан тыш, башҡорт диаспоралары яҡын һәм алыҫ сит ил дәүләттәрендә: Ҡаҙағстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда, Балтика буйы илдәрендә һәм башҡа ерҙәрҙә бар. Донъяла башҡорттарҙың дөйөм һаны 2 миллион самаһы.

Борон-борондан бөтөн башҡорттарҙың мәнфәғәтен күҙаллаған ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк булғанда халыҡ съездары – йыйындар йыйылған. 1917 йылда милли хәрәкәт киң ҡолас алғас, йыйындар институты Бөтә Башҡорт ҡоролтайы тип үҙгәртелә. Был осорҙа Ҡоролтай территориаль үҙбилдәләнеш һәм Башҡорт автономияһын ойоштороу кеүек башҡорт халҡы өсөн мөһим булған  ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша.  1995 йылда Бөтә Башҡорт ҡоролтайҙарының дауамы булып торған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоу менән, тамырҙары боронғолоҡҡа тоташҡан халыҡ съездары традицияһы артабан үҫеш алды.

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәренең 69 ҡоролтайын, Өфө ҡалаһы башҡорттарының берләшкән ҡоролтайын, Рәсәй Федерацияһының төрлө субъекттарында ойошторолған 37 төбәк ҡоролтайын, шулай уҡ 35 сит ил ойошмаһын берләштерә.

24 йыл эшләү дәүерендә ойошма Рәсәй Федерацияһы составында Башҡортостандың автономиялы дәүләтселегенең милли-территориаль формаһын нығытыу буйынса ҙур күләмле эш башҡарҙы.

Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан барлыҡ район-ҡалаларҙа отчет-һайлау ҡоролтайҙары үтте. Һөҙөмтәлә уларҙың 21-ендә яңы рәйестәр һайланды, был дөйөм һандың 30 процентын тәшкил итә. Оло быуын вәкилдәренә алмашҡа энергиялы йәштәр килде. Бигерәк тә Баймаҡ, Дыуан, Яңауыл, Дүртөйлө, Мәләүез райондары, Күмертау, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары ҡоролтайҙары актив эшләй. Бөгөнгә республиканың район-ҡалалары ҡоролтайҙары рәйестәренең йәш буйынса составы түбәндәгесә: 35 йәшкә тиклем – 4 кеше (5,7%);

35 йәштән 50 йәшкә тиклем – 26 кеше (37,1%);

50 йәштән 60 йәшкә тиклем – 25 кеше (35,7%);

60 йәш һәм унан өлкәнерәктәр – 15 кеше (21,5%).

35 йәшкә тиклемге ҡоролтай рәйестәре етәкселәре һанына иғтибар итеүегеҙҙе һорайым: был бик түбән күрһәткес. Сафтарыбыҙға йәштәрҙе йәлеп итеү бик мөһим. Йәштәр заманса ижади ҡарашлы, яңы технологияларҙы яҡшы белә. Әлбиттә, оло быуын етәкселәрҙе ихтирам итәбеҙ, әммә уларҙың тәжрибәһе йәштәрҙең алдынғы ҡарашы менән үрелеп барырға тейеш.

Беҙ ҡоролтай составын йәшәртергә йүнәлеш алғайныҡ. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау тураһындағы Положениеға делегаттарҙың 30 проценттан да кәм булмаған өлөшө 35 йәшкә тиклемге йәштәр булырға тейеш тигәна айырым пункт индерелде. Әммә был талап үтәлмәне. Урындарҙа үткәрелгән ҡоролтайҙар һөҙөмтәләрен анализлағандан һуң, 35 йәшкә тиклемге делегаттарҙың 21,6 процент ҡына булыуы асыҡланды. Республиканың район-ҡала ҡоролтайҙарын, нигеҙҙә, ир-егеттәр (62,8 процент) етәкләй. 26 етәксе – ҡатын-ҡыҙ (37,2 процент).

Ҡоролтай хәрәкәтендә әүҙем эшләгән ойошмаларыбыҙҙы әйтеп үтергә кәрәк: Пермь крайы (рєйесе – Рєсил Мїхємєтйєнов), Ћамар (Сєфиулла Вилданов), Љурѓан (Ильяс Бєџретдинов) їлкєлєре, Ханты-Манси (Рєўџєт Љолмєнбєтов), Ямал-Ненец (Ирек Мәҡсүтов) автономиялы округтары, Татарстан (Ѓєли Хєсєнов), Љаџаѓстан (Урал Аџнабаев) Республикалары башљорттары љоролтайџары єўџем ћєм ћїџїмтєле эшлєй. Европа илдєренењ дє (Швейцария, Италия, Испания, Германия ћ.б.) эштєре активлашты. Быйыл рєсми рєўештє Канада башљорттары љоролтайы теркєлде. Шул уљ ваљытта ўџ-ара берџємлек ћєм дуѕлыљ булмаѓан Силєбе, Свердловск їлкєлєренењ башљорт йємєѓєт ойошмалары менєн эшмєкєрлекте яйѓа ћалырѓа кєрєк.  Ўзбєкстанда эштєрџе яљшыртыр їсїн оло быуынѓа йєштєргє юл биреў зарур.

Башљарма комитет аѓзалары Гөлфиә Янбаева, Нурислам Љалмантаев, Лариса Абдуллина, Азат Ярмуллин, Алћыу Сирѓєлина, Мәхмүт Сәлимов, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Ринат Рамаҙанов, Артур Ғайсаров  актив эшләйҙәр. Туған телде һаҡлау һәм үҫтереүҙә әүҙем эшләгән, Ҡоролтай ҡарамағындағы Ата-әсәләр комитеты етәкселәре Эльвира Байназарова, Руслан Биккинин һәм Айгөл Атанованың тынғыһыҙ хеҙмәте лә ихтирамға лайыҡ. Көндәлек эшмәкәрлекте уңышлы һәм һөҙөмтәле алып барыусы Ҡоролтай аппараты хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде белдерәм.

1995 йылдың 1-2 июнендә үткән I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 80 йылдан ашыу ваҡытта беренсе тапҡыр Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәренән һәм донъянан башҡорт халҡының барлыҡ вәкилдәрен йыйҙы. 596 делегат һәм Европа, Азия, Американан килгән 186 рәсми ҡунаҡ башҡорт халҡының сәйәси, иҡтисади, мәҙәни бәйләнештәре мәсьәләләре, туған телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, үҫтереү проблемалары буйынса фекер алышты. Съездың һәм уның барышында ҡабул ителгән ойоштороу ҡарарҙарын артабан тормошҡа ашырыуҙың юғары һөҙөмтәлелеген билдәләргә кәрәк. I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Резолюцияһына индерелгән 10 пункттың 8-е тулыһынса йәки өлөшләтә үтәлгән.

II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң резолюция положениеларының үтәлеше ҡырҡа түбәнәйә бара. 11 пункттың ни бары 5-һе генә тормошҡа ашырыла. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иң түбән һөҙөмтәлелек күрһәтә: Резолюцияның 20 пунктының ни бары 2-һе генә үтәлә. IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һөҙөмтәләре буйынса резолюцияның 38 пунктының 4-һе үтәлә.

Үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙы анализлау бик күп һорауҙар тыуҙыра: съезда ҡатнашыусылар ҡуйған бурыстар йә үтәлмәҫлек була, йә булған проблемаларҙы һанап китеүҙе күҙаллай. Бөгөн хәл-торошто тамырынан, ҡырҡа үҙгәртергә кәрәк. Халыҡ беҙҙән, үҙенең вәкилдәренән, башҡорт милләтен үҫтереүҙә көнүҙәк социаль, мәҙәни, иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе көтә. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йомғаҡтары буйынса Резолюция ҡабул итергә генә түгел, уларҙың үтәлеше өсөн яуаплылыҡ та тойорға тейешбеҙ.

Хөрмәтле Ҡоролтай делегаттары һәм ҡунаҡтары!

Бынан 100 йыл элек, 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында “Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү”гә ҡул ҡуйыла. Яңы тарихи хәл-торошта килешеү төҙөү Башҡортостандың үҙәк менән мөнәсәбәттәренең договор нигеҙендә булыуын раҫлай һәм илдә милли-территориаль федерализмға нигеҙ һала.

Башҡорт халҡының дәүләтселек яулап алыуы мөһим тарихи әһәмиәткә эйә. Социализм осоронда башҡорт халҡы социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫештә ҙур уңыштар ҡаҙана. Милли мәктәптәр ойошторола, урта һәм юғары уҡыу йорттары, театрҙар, фәнни-тикшеренеү институттары асыла, милли интеллигенция формалаша. Советтар Союзы тарҡалған ҡатмарлы йылдарҙа, ауыр социаль, иҡтисади һәм сәйәси көрсөк шарттарында 1990 йылдың 11 октябрендә республика Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. Был документ Башҡортостан Республикаһының 1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителгән Конституцияһы нигеҙендә тора.

Бөгөн республика Рәсәй Федерацияһы составында, үҙенең дәүләт символикаһына һәм закондар сығарыу системаһына эйә. Башҡорт теле рус теле менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле статусын алды. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 3-сө статьяһы республикала халыҡ власының конституцион системаһы ғәмәлдә булыуын белдерә. Ошоға нигеҙләнеп, республика территорияһында йәшәгән һәр башҡорт үҙ тормошо сифатын яҡшыртыуға, башҡорт халҡы араһында социаль бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән көсөргәнешле, инициативалы эш алып барырға, үҙенең мәҙәниәтен, телен һәм дәүләтен һаҡлау өсөн көрәшергә тейеш. Был – башҡорт халҡының үҫешә барған глобалләшеү процестары шарттарында дәғүәселек һәләтен үҫтереүҙең төп шарты.  

Республикала күҙәтелгән демографик процестар өсөн донъя һәм дөйөм Рәсәй һыҙаттары – балалар тыуымы түбәнәйеүе һөҙөмтәһендә оҙайлы ваҡыт тыуымдың кәмеүе, никахһыҙ балалар тыуыуы, никах структураһының насарайыуы, халыҡ артымының сағыштырмаса насар күрһәткестәре, ауыл халҡының, бигерәк тә эшкә яраҡлы йәштәге ир-аттың үлем күрһәткестәре юғары булыуы хас.

Башҡортостанда ауылдарҙа үлем күрһәткесе уртаса Рәсәйҙекенән насарыраҡ. Шул уҡ ваҡытта республикала ауыл халҡының үлемен ҡала халҡыныҡы менән сағыштырғанда, 2012 йылда айырма 3,2 йыл була, ә Рәсәйҙә – 2,2 йыл. Үҙ-үҙенә ҡул һалыу ауыл халҡы араһында 3,5 тапҡырға күберәк. Үткән быуаттарҙа батырҙарҙы батша карателдәре дарға аҫһа, бөгөн  дәрте ташып  торған ир-егеттәр үҙе теләп муйынын элмәккә тыға. Быны нисек аңларға? Бөтөн донъя менән ошо афәт менән көрәшергә, был эшкә диндарҙарҙы, йәмәғәт активистарын, ауыл зыялыларын йәлеп итергә кәрәк. Ауылдарыбыҙға ябырылған бар бәләләрҙән ошо ауылдарҙа йәшәгәндәр үҙҙәре генә ҡотҡара аласаҡ. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ошондай бурыс ҡуя ла инде. Эшлекле ир-егеттәребеҙҙе Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары (ТОС-тар) ойоштороп, ауылда хужа булырға саҡырыу ҙа, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡорҙары, ауыл ҡоролтайы, йәштәр ҡорҙары ойошторорға саҡырыуҙар ҙа – барыһы  ошо маҡсаттан сығып уйланылған.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы ауылдарында айыҡ тормош рәүешен пропагандалау, ауыл халҡын биләмәләр тормошонда ҡатнашыуға ылыҡтырыу, республика халыҡтарының шәхси, ғаилә һәм йәмәғәт тормошонда айыҡлығын тергеҙеү маҡсатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты 2019 йылда “Айыҡ ауыл” республика конкурсын үткәрергә ҡарар итте.  2019 йылдың 30 майында ошо турала Хөкүмәт ҡарары сыҡты. Конкурс йомғаҡтары буйынса айыҡ тормош рәүешен пропагандалауҙа ҙур әүҙемлек күрһәткән ауыл биләмәләре аҡсалата приздар менән бүләкләнәсәк һәм был сумма артабан аныҡ ауылдың ихтыяжына тотоноласаҡ.

Бөгөн ауылдарҙа хеҙмәт йәшендәге халыҡтың үлем күрһәткесе юғары булыуының сәбәптәренең береһе, һис шикһеҙ, медицина хеҙмәтен алыу мөмкинлегенең түбәнлегендә. Был кире күренеште үҙгәртеү йүнәлешендә лә Радий Фәрит улы үҙенең ныҡлы позицияһын белдерҙе:  уның халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуҙы, ауыл ерҙәрендә ФАП-тарҙы асыуҙы, дауаханаларҙың һәм поликлиникаларҙың сифатлы эшләүен талап итеүе хуплауға лайыҡ.

Һуңғы йылдарҙа республикала һәм федераль кимәлдә башҡорттарҙың кәмеүе хәүефләндерһә лә, территорияларҙың киҫелешен анализлау шуны раҫлай: башҡорт халҡы һан буйынса күпселекте тәшкил иткән райондарҙа тыуымдың дөйөм коэффициенты иң юғарыһы. Сағыштырыу өсөн: Рәсәй Федерацияһында тыуымдың дөйөм коэффициенты 1,69 бала булһа, Башҡортостанда – 1,86[1]. Иң “йәш” этнос – башҡорттар, уларҙың уртаса йәше 34,9. Кесе йәш төркөмөндә – 19 йәшкә тиклем балалар һәм үҫмерҙәр – ауылда ла, ҡалала ла башҡорттар күберәк. Тимәк, башҡорттар араһында тыуымдың күберәк булыуы киләсәккә яҡшы өмөттәр уята!

Хөрмәтле Ҡоролтай делегаттары һәм ҡунаҡтары!

Республиканан ситтә лә башҡорттар ҡатмарлы этномәҙәни шарттарҙа йәшәй һәм теге йәки был дәрәжәлә ассимиляция процестарына дусар ителә. Беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе – башҡорт халҡының ошо өлөшөнә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү. Был йәһәттән 2017 йылға тиклем ғәмәлдә булған “Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” республика программаһы һөҙөмтәле эшләне һәм тағы ла шундай маҡсатлы программаны кисекмәҫтән ҡабул итеү зарур.

Шулай уҡ үткән бер быуатта Башҡортостандың милли сәйәсәте башҡорт мәҙәниәтен нигеҙҙә көньяҡ-көнсығыш диалектын таратыу, бары тик көньяҡ башҡорттарына ғына хас булған  мәҙәни ҡиммәттәрҙе һәм атрибуттарҙы популярлаштырыу иҫәбенә бер төрлөгә әйләндереүгә йүнәлеш алды. Башҡорт телендә өс диалект булыуы фәнни яҡтан дәлилләнгән, уны инҡар итеп булмай. Был хәл-торошта башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын йөрөтөүселәргә айырым иғтибар бүлергә кәрәк, уларҙың мәҙәниәте – дөйөм милли мәҙәниәттең мөһим өлөшө.  “Айырылғанды  айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар”, тип юҡҡа әйтмәгән халҡыбыҙ. Халыҡ аҡылына ҡолаҡ һалайыҡ, ата-бабалар аҡылына таянайыҡ: ниндәй диалектта һөйләшеүенә ҡарамаҫтан, бары тик барлыҡ башҡорттарҙы берләштереү генә беҙҙе берҙәм милләт итә!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был йүнәлештә маҡсатлы эш алып бара, Башҡортостандың көнбайышында һәм төньяҡ-көнбайышында төбәктең  башҡорт халҡының  милли идентиклығын нығытыу өсөн төрлө саралар уҙғара. Мәҫәлән, былтыр 16 мартында Борай башҡорт автономиялы кантоны иғлан ителеүенең 100 йыллығына (1918, февраль) арналған зона фәнни-ғәмәли семинары ойошторолдо. Бүздәк районында республиканың дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында “Халиҡов уҡыуҙары” Республика ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәреү йолаға әүерелде, ошо төбәк башҡорттарының тарихын тергеҙеү буйынса Салауат Хәмиҙуллин етәкселегендә “Башҡорт ырыуҙары тархы” проектының ғилми китаптары сығарылды, даими рәүештә шул төбәктәрҙә Шәжәрә байрамдары үткәрелә.  

Хәҙерге башҡорт йәмғиәтендә ислам дине лә мөһим роль уйнай. Ул йәмғиәттең традицион әхлаҡи ҡиммәттәрен, ғаилә институтын һаҡларға ярҙам итә, йәмғиәтте сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтә, шәхесте тәртипкә өйрәтә. Шуға күрә милләтте берләштереү тураһында һүҙ алып барғанда диндең әһәмиәтенә лә күҙ йоморға тейеш түгелбеҙ.

Башҡорт теле – беҙҙең тарихи һәм мәҙәни мираҫыбыҙ. Телде һаҡлау – башҡорт милләтен һаҡлауҙың иң мөһим шарттарының береһе.

Бөгөн, глобалләшеү процестары тиҙләнеш алғанда һәм этномәҙәни сиктәр юйылғанда, балаларҙы туған телдә уҡытыу башҡорт халҡы өсөн фундаменталь проблемаларҙың береһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа милли республикаларҙа туған телдәрҙе мотлаҡ уҡытыу туҡтатылды, тиергә мөмкин.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда үҙ аллы 200 башҡорт мәктәбе, шул иҫәптән 40-тан ашыу башҡорт гимназияһы һәм лицейы бар, улар башҡорт милли мәғарифын үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индерә. Тыуған илдең һәм үҙ халҡының патриоттарын тәрбиәләргә ярҙам иткән, тейешле белем биреү сифаты һәм милли нигеҙ булған иң яҡшы мәктәптәр, гимназиялар, лицейҙар рәтендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Рсепублика Башҡорт гимназия-интернатын, Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын, Ағиҙел, Дүртөйлө, Бәләбәй ҡалаларының башҡорт гимназияларын, Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһын, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө лицей-интернатын, Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейын, Күмертау ҡалаһындағы 13-сө башланғыс мәктәбен индерергә мөмкин.

Өфө ҡалаһында йылдан-йыл балаларын башҡорт телендә уҡытырға  теләүсе ғаиләләр һаны арта, әммә Өфөлә эшләп килгән 8 башҡорт гимназия һәм лицей беренсе синыфҡа  барлыҡ теләүселәрҙе лә ҡабул итә алмай. Был проблемаға дәүләт властары иғтибар йүнәлтеренә ышанабыҙ.

Шуға ҡарамаҫтан, хәл итеү үҙебеҙҙән торған проблемалар ҙа бар. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” Федераль законға ярашлы, балаларының ниндәй телдә уҡыясағын ата-әсәләр һайлай. Әгәр улар башҡорт телендә уҡытыуҙы һорап ғариза яҙһа, башҡорт мәктәптәре лә буласаҡ.

Мәғариф өлкәһендәге тағы бер мөһим мәсьәлә – милли кадрҙар. Башҡортостан вуздарында мәғариф, мәҙәниәт һәм матбуғат кеүек тармаҡтарҙа башҡорт телен белгән кадрҙарҙы әҙерләү үҙағышына ҡуйыла. Һөҙөмтәлә һуңғы йылдарҙа республика властары тарафынан вуздарға башҡорт теле менән бәйле специальностарға ҡабул итеү ҡыҫҡартылыуы күҙәтелә. Был Нефткама (башҡорт теле) һәм Бөрө (мари теле) ҡалаларындағы вуздарҙа милли кафедраларҙың ябылыуына килтерҙе. БДУ-ның күҙаллаған мәғлүмәттәренә ярашлы, 2023 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” профиле буйынса сығарылған студенттар һаны ни бары 20 буласаҡ (әлеге ваҡытта – 88).

Шулай уҡ оптималләштереү ҙә милли мәктәптәргә емергес һөжүм яһаны: әгәр оптималләштереүгә тиклем республикала 750-нән ашыу, Силәбе өлкәһендә 80-дән ашыу, Ырымбур өлкәһендә 50 самаһы мәктәп булһа, бөгөн уларҙың һаны өс тапҡырға тиерлек кәмегән. Оптималләштереү уҡытыу телен иҫәпкә алмай үткәрелә. Әгәр беҙ ысынлап та башҡорт милләтен һәм телен һаҡлап ҡалыуҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр булыуын теләйбеҙ икән, һынылышлы аҙым яһарға: һәр ауылда балалар баҡсаһы-башланғыс мәктәп комплексы булырға кәрәк. Был аҙым, беҙҙеңсә, ауылдың үҫешенә лә йоғонто яһаясаҡ.

Әгәр 40-50 йыл элек ауылдан сығыусылар өсөн рус телен белеү проблема булып торһа, бөгөн хәл тамырынан үҙгәрҙе. Телевидение һәм интернет арҡаһында хатта төпкөл ауылдарҙа ла балаларҙың теле русса асыла. Ата-әсәләр халыҡ-ара глобаль селтәрҙәге мәғлүмәт ағымына ҡаршы тора алмай.  Бында “Тамыр” балалар телеканалы эшмәкәрлегенә иғтибар йүнәлтергә кәрәк:  асыҡтан-асыҡ әйткәндә, ул телде һаҡлау һәм үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара. Уға киңәйеү, статусын ҡабаттан ҡарау, мәғрифәт-мәҙәни үҙәк булыу һәм республика буйынса тәжрибә таратыу зарур.

Башҡорт баҫмалары милләттәштәребеҙҙең берҙән-бер рупоры, берләштереүсе фактор булып тороуға ҡарамаҫтан, 2019 йылда ни бары өс баҫма – “Башҡортостан” гәзите, “Башҡортостан ҡыҙы” һәм “Ватандаш” журналдары ғына “Рәсәй почтаһы”ның яҙылыу каталогына ингән. Тимәк, республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ милли баҫмаларыбыҙҙың башҡаларын уҡыуҙан мәхрүм ителгән. Башҡортостанда ике дәүләт телеканалы эшләй: ВГТРК-ГТРК “Башҡортостан” һәм республика булдырған Башҡортостан юлдаш телеканалы (ГУП ТРК “Башҡортостан”). “Россия1 – Башкортостан” каналында башҡорт телендәге программалар өсөн эфир ваҡыты бик аҙ бүленә. Ошоно һәм башҡорт халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек контент тәҡдим иткән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  мультиплекста – 20 каналдан торған бушлай каналда булмауын иҫәпкә алып, төбәк мультиплексын ойоштороу һәм Башҡортостанда, башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙә тапшырыуҙарын йәйелдереү даирәһен киңәйтеү мөһим, тип белдерәбеҙ.

Башҡорт теле цифрлы мөхиткә тулыһынса күсеп бөтмәгән әле. Тел асыҡ глобаль мәғлүмәт киңлек шарттарында дәғүәселеккә һәләтле булһын өсөн айырым технологик инфраструктура (клавиатуралар, шрифттар, һүҙлектәр) һәм онлайн-ресурстар (яңылыҡтар, китапханалар, медиаканалдар) булдырылған, артабан үҫтешреү талап итә. Киң кулланылған операцион системаларҙың (Windows) һәм платформаларҙың интерфейстары тәржемә ителмәгән. Башҡорт теленә үҙ аллы һәм ситтән тороп өйрәнеү ҡушымталары бөтөнләй эшләнмәгән. Интернет селтәрендә башҡорт телендә сығарылған мәғлүмәттәрҙе (медиаконтент, яңылыҡтар, хеҙмәттәр) табыу һаман ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра.

Башҡорт телендә сығарырлған китаптар, тарихи документтар, музыка, видеоҙмалар тейешле кимәлдә цифрлаштырылмаған һәм интернет киңлектәренә күсерелмәгән. Был йүнелештә эш алып барылмай һәм дәүләт программаларында кәрәкле саралар планлаштырылмаған. Шул сәбәптән күп материалдар мәңгелеккә юғалып ҡалыуы мөмкин, ҡайһы бер архивтар юҡҡа сыҡҡан инде.

Машина тәржемәсеһе системаһын үҫтереү буйынса эш тейешле кимәлдә алып барылмай: кин танылған («Яндекс.Переводчик» һәм «Google-Translate») автоматик тәржемәләр системаларына башҡорт телен индереү буйынса компаниялар менән менән хеҙмәттәшлек юҡ. Был йүнәлештә барлыҡ эштәр тик ирекмәндәр тарафынан ғына башҡарыла. 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү маҡсатлы дәүләт программаһына был саралар индерелмәгән, башҡа төрлө финанслау ҡаралмаған.

Тел буйынса дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу өсөн һәр ваҡыт аныҡ башҡарыусылар, ғәҙәттә дәүләт бюджет учреждениелары билдәләнә. Һәр саҡ уларҙың эш һөҙөмтәһе түбән кимәлдә була, бигерәк тә башҡарыусынан заманса технологияларҙы, кешеләрҙе ойоштороу ысулдарын аңлау талап ителгән проекттарҙа. Бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре эшләнгәнде бикләп ҡуйып, йылдар буйы өҫтәлмә финанслау һорап ята. Ошо ваҡытта аныҡ эштәрҙең күп өлөшө дәүләт хеҙмәттәшлек урынлаштыра белмәгән ирекмәндәр һәм коммерция компаниялары тарафынан ғына башҡарыла. Әйткәндәй, «Башҡорт проекттары» һәм «Башҡортостан Википедиясылары» берләшмәләренең эшен айырым билдәләп үтергә кәрәк.Дәүләт программаһында билдәләнгән башҡорт теленең милли корпусы, телде анализлау, синтезлау, тикшереү ҡоралдары билдәләнгән, ләкин һөҙөмтәһе 2024 йылда ғына көтөлә. Йәмғиәт тағы 6 йыл көтөргә әҙер микән?

2018 йыл һуңынан Башҡортостандың тел сәйәсәтендә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров инициативаһы менән башланған ыңғай үҙәрештәр күҙәтәбеҙ. 11-12 апрелдә иҫтәлекле ваҡиға булды – Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезы үтте. Республика етәксеһе тарафынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының статусын күтәреү һәм башҡорт телен өйрәнеүҙе дәртләндереү буйынса иғтибарҙы йәлеп итерлек, үтәлерлек тәҡдимдәр индерелде. Быйыл 18 майҙа башҡорт теленән бишенсе тапҡыр диктант яҙылды. Беренсе тапҡыр ул халыҡ-ара статусҡа эйә булды һәм уның географияһы һиҙелерлек киңәйҙе: акцияла 70 мең самаһы кеше ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының барлыҡ район-ҡалаларҙағы, Рәсәй төбәктәрендәге һәм сит илдәрҙәге ойошмалары был акцияны ойошторуға күп көс һалды һәм әүҙем ҡатнашты.

Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

Илe юҡтың ғына теле юҡ!

Күптән түгел киләсәктә башҡорт мәҙәниәтен, тәү сиратта, ҡала башҡорттары өсөн заманса һәм кәрәкле итергә һәләтле яңы милли контент булдырыуҙың ыңғай миҫалдары барлыҡҡа килде. 20 йыллыҡ торғонлоҡтан һуң яйлап ҡына башҡорт кинематографы терелә башланы. “Өфөнән һөйөү менән”, “Бабич”, “Беренсе республика” фильмдары тамашасылар һөйөүен яуланы һәм Рәсәй кимәленә сыҡты. Улар милләтебеҙҙе берләштереү әһәмиәтенә эйә икәнлеген дә күрһәтте.

Ҡала мәҙәниәтен үҫтереү йәһәтенән Өфөлә “АртКлуб” ижади оҫтаханаһы базаһында башланғыс белем кимәле булыусылар өсөн башҡорт телен өйрәнеү курстарын да билдәләргә кәрәк (проекттың инициаторҙары – А. Рәшитова һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд директоры Г. Йосопова ). Әммә был ҡала башҡорттарының ойошоуының һирәк күҙәтелгән миҫалы, ә проблема үҙе, йәғни туған телдә уҡытыу буйынса заманса белем биреү системаһын булдырыу бары тик дәүләт төбәк программалары сиктәрендә генә хәл ителергә мөмкин.

Хөрмәтле Ҡоролтай делегаттары һәм ҡунаҡтары!

Республиканың тәбиғи байлыҡтары уның социаль-иҡтисади кимәленә йоғонто яһаусы ыңғай фактор булып тороуы барыбыҙға ла мәғлүм. Шулай булыуға  ҡарамаҫтан, төбәктең төп халҡының – башҡорттарҙың тормош сифаты шәптән түгел. Тәү сиратта, был башҡорт халҡы тупланып йәшәгән, республика майҙанының 1/3 өлөшөн алып торған һәм оҙаҡ йылдар депрессив, дотацион булған Урал аръяғы, төньяҡ-көнсығыш райондарына ҡағыла.

Һуңғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса республикала башҡорттарҙың 59,3 проценты ауыл ерендә йәшәй. Шуға бәйле Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ауылдың социаль-иҡтисади үҫеше, ауыл халҡының тормош сифаты, тормош етешлеге мәсьәләләрендә үҙенең позицияһын булдырырға бурыслы һәм бөгөн популярлыҡ яулай барған башҡорт халҡының традицион хужалыҡ төрҙәрен интенсив тергеҙеүгә иғтибар йүнәлтергә тәҡдим итә. Мәҫәлән, Баймаҡ районыныда бөгөн йылҡысылыҡ үҫешә. Унда йылҡыларҙың дөйөм һаны 20 меңгә етә. Бөрйән районында боронғо кәсеп – солоҡсолоҡ тергеҙелә, солоҡ балы ҡулланыусылар араһында бик популяр. Шулай уҡ Бөрйәндә Шүлгәнташ мәмерйәһенең ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫы исемлегенә дәғүә итеүен һәм донъя кимәлендәге музей комплексы төҙөлөүен иҫәпкә алып, был йүнәлештә эшләүҙе әүҙемләштерергә кәрәк. Традицион хужалыҡ төрҙәрен, кәсепселекте, этнотуризмды  һаҡлап һәм үҫтереп, башҡорт аш-һыуын һәм башҡа продукцияны популярлаштырып беҙ баҙарҙың буш урындарын биләй алабыҙ. Шул осраҡта, бәлки, эшһеҙлектән ситтә йөрөргә мәжбүр булған ир-егеттәребеҙ ҙә тыуған ерҙәренә кире әйләнеп ҡайтып, ең һыҙғанып эшкә тотонор ине.

Башҡортостан тигәндә, күҙ алдына иң элек башҡорт балы килә. Хатта  был продукцияны планетаның барлыҡ сауҙа нөктәләрендә лә осратырға мөмкин. Әммә башҡорт бал ҡорто егәрле булһа ла, ул бөтә донъяны бал менән тәьмин итә алмай. “Башҡорт балы” бренды күптән рәсми теркәлгән, әммә контрафакт продукция етештереүселәр бының менән иҫәпләшмәй. Дәүләт күҙәтеү органдарын халыҡ хужалығының ошо тармағында тәртип урынлаштырырға саҡырабыҙ. Башҡорт балы – ул беҙҙең милли байлығыбыҙ!

Шулай уҡ башҡорт өсөн мөһим темаларҙың береһе булған ер мәсьәләһен дә күтәрмәй булмай. Һуңғы 5 йылда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең майҙаны 411 мең гектарға, һуңғы сирек быуатта һөрөнтө ерҙәр майҙаны 25 процентҡа – 1 220 мең (млн) гектарға кәмегән. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында файҙаланылмаған ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр иҫәбе буйынса беренсе урында тора. Ер өлөшөнә эйә 309 меңдән ашыу граждан (87 процент) 1,9 миллион гектар ергә үҙҙәренең милек хоҡуғын теркәгән. Эйәһеҙ ерҙәр тип дөйөм майҙаны 354,5 мең гектар тәшкил иткән 54 мең ер өлөшө (пай ерҙәренең 15 проценты) танылыуы ихтимал. Рәсми статистика шундай. 

Әммә граждандарҙың ер өлөшөнә милек хоҡуғын теркәтеүе уларҙың үҙ еренә тулы хоҡуҡлы хужа булып китеүен аңлатмай. Күптәре, пайсылар кеүек үк, хатта ер участкаларының ҡайҙа икәнен дә белмәй. 8-10 гектар ергә эйә пайсылар һәм милекселәр уны ҡуртымға биреүҙән бер ниндәй ҙә файҙа күрмәй, үҙен ер хужаһы тип тойоу, шәхси фермер хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығына субсидия биреү буйынса дәүләт программаларында ҡатнашыу мөмкинлегенән мәхрүм.

Борон-борондан башҡорттар Уралда йәшәй. XVI быуатта башҡорттар үҙ ирке менән Рус дәүләте составына ингәндә, улар үҙҙәренең ерҙәрен аҫаба хоҡуғы шарттарында һаҡлап ҡалған һәм 1917 йылға тиклем һәр аҫаба башҡорттоң кәм тигәндә 40 гектар ере булған. 1917 йылда башҡорт милли хәрәкәтенең төп лозунгыһы тупраҡлы-территориаль автономия алыу була. Ошо күҙлектән ҡарағанда бөгөн башҡорт халҡының тыуған еренән китеү процесы барыбыҙҙы ла борсорға тейеш.

Бөгөн муниципаль райондарҙың дәүләт программалары һәм уларҙы алға ебәреү тураһында халыҡҡа мәғлүмәт биреү буйынса эшмәкәрлеген активлаштырырға кәрәк. Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре формаль яуап яҙыу һәм отчет тултырыу менә генә сикләнмәҫкә, ә халыҡтың законлы мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндереү өсөн көрәшергә тейеш. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың  республиканың ер аҫты байлыҡтарын һаҡлау һәм файҙаланыу, Башҡорт Урал аръяғының иҡтисадын үҫтереү буйынса эшмәкәрлеген оло ихтирам менән билдәләп китергә кәрәк. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе  шәхси милеккә күсереүҙә ғәҙел хосусилаштырыу процесын тамамлау өсөн барлыҡ көстө һалыу зарур. Республикала эйәһеҙ ерҙәр булырға тейеш түгел. Был йәһәттән беҙ Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға берлектәге көс менән милләттәштәребеҙҙе, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, тарихи Ватандарына ҡайтарыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итәбеҙ.

Уралҡайҙың аҫты алтын,

Өҫтә шиғыр, үҙе нур:

Киләсәктә был ергә

Хоҙай үҙе ҡыҙығыр!

Хөрмәтле Ҡоролтай делегаттары һәм ҡунаҡтары!

Яңы дәүер беҙҙән бөтөнләй яңы ҡараш, яңы эш алымдары талап итә. Беҙ халыҡ булараҡ, ошо үҙгәрештәргә яраҡлашырға, һәр ҡайһыбыҙ үҙгәрергә һәм шул уҡ ваҡытта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла заман менән бергә атларға тейеш. Күреүебеҙсә, тиҫтә йылдар элек һөҙөмтәле булған ысулдар бөгөн, мәғлүмәт технологиялары быуатында әһәмиәтен юғалта.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барлыҡ башҡорттарҙың мәнфәғәтенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү өсөн ойошторолһа ла, элекке механизмдар менән сикләнгән коллектив ҡарарҙар ҡабул итеү системаһы дөйөм проблемаларҙы биш йылға бер генә күтәреү мөмкинлеген бирә. Шуға күрә беҙ ҡарарҙарҙың легитимлығын һәм йәмғиәттең тағы ла ҙурыраҡ өлөшөн ылыҡтырып, был процесты тиҙләтеүҙе хәл итергә бурыслыбыҙ һәм яңы – “Электрон Ҡоролтай” мәғлүмәт системаһын эшләүҙе көн талабы тип ҡарайбыҙ. Барлыҡ операцион системаларға ҡушымталарҙан һәм платформанан торған был проект төрлө кимәлдәге ҡоролтайҙар эсендә ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн ҡулланыласаҡ. Электрон тауыш биреү йыйылыштарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙарға тиң һәм шундай уҡ көскә эйә буласаҡ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының көндәлек эш менән шөғөлләнгән структуралары ла камиллашыуҙы талап итә. 2019 йылдың ғинуарынан  Башҡарма комиетта Башҡорт проекттары штабы эшләй. Унда башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм башҡорттарҙың кешелек ҡеүәтен үҫтереү өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыусы йәмәғәт активистары йыйыла. Был тәжрибә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә йәлеп ителгән көслө йәш команда тупларға ярҙам итеп кенә ҡалманы, ә проект эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген дә күрһәтте. Шуға күрә Ҡоролтай ҡарамағында Проект үҙәге ойошторорға тәҡдим итәбеҙ. Ул иң алдынғы методикалар һәм донъя тәжрибәһенән сығып, мөһим стратегик әһәмиәткә эйә башҡорт проекттарын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу үҙәге, бөгөн беҙ ҡытлыҡ кисергән кадрҙар һәм проекттар менеджерҙары тәрбиәләү урыны буласаҡ.  

Һәм беҙҙең өсөн иң мөһим проект – Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы. Был киң масштаблы проекттың һөҙөмтәләрен V Ҡоролтайҙа уҡ күрһәтә алмайбыҙ. Шуныһы бәхәсһеҙ: беҙ стратегик планлаштырыуҙың өҙлөкһөҙ процесс булыуын,  шунһыҙ хәҙерге заманда киләсәкте планлаштырыу һәм үҫеш бик ҡатмарлы икәнлеген аңланыҡ. Был эштең башланыуы яҡшы күренеш һәм яҡын киләсәктә ул үҙенең һөҙөмтәләрен күрһәтер тип өмөтләнәбеҙ. Әлеге ваҡытта, ысын мәғәнәһендәге халыҡ проектында бөтөн донъянан 400-ҙән ашыу тәҡдим ебәрелде.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының да яңы форматта үтеренә, башҡорт халҡының үҫеш йүнәлештәрен һәм күп йылдарҙы алдан күҙаллаған стратегик бурыстар билдәләребеҙгә ышанам. Ошо залда ултырған һәр башҡорт үҙенең, халҡының, милләтенең киләсәге өсөн шәхси яуаплылыҡ тойоуы мөһим. Киләсәкте бергәләп күҙаллау, дөйөм эшмәкәрлек стратегияһы һәм һәр беребеҙҙең тырышлығы беҙҙе мотлаҡ маҡсатҡа еткерер.

Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ –

Булғанбыҙ, буласаҡбыҙ!

Уралдың һәр ҡаяһына

Бөркөттәй ҡунасаҡбыҙ!

Ҡәүемебеҙҙе ишәйтеп,

Уралға туласаҡбыҙ!


[1] Демографическийежегодник России. 2013: Стат.сб./ M.: Росстат, 2013.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *