Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссияның беренсе ултырышы

24 июль Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышы үтте. 

Йыйылышта «Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес», «Рәсәй төбәктәрендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре» кеүек проекттар тураһында һүҙ алып барылды. Комиссияның кураторы Азат Ярмуллин төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән эш алып барыу мәсьәләһен күтәрҙе. 

Ултырышта тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы кеүек саралар ойоштороу, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған күргәҙмә материалдары әҙерләү хаҡында ла һүҙ барҙы. 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *