“Тамырҙарға ҡайтыу” аудиовизуаль энциклопедияһы

Рәсәйҙә “Тамырҙарға ҡайтыу” тип аталған аудиовизуал энциклопедия эшләнә. Унда Волга буйы федераль округында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында 14 видеофильм инәсәк. Этнографик экспедициялар Башҡортостан, Марий Эл, Удмурт, Мордовия, Сыуашстан, Татарстан Республикалары, Пермь крайы, Киров, Нижегородск, Ырымбур, Пенза, Һамар, Һарытау, Ульяновск !өлкәләрендә ойоштороласаҡ.

Июль айынан башланып, ноябрь аҙағына тиклем халыҡ менән осрашыу, мәғлүмәт туплау ҡаралған. Фильмдарҙың төп геройҙары – ижади төркөмдәр, музыкаль коллективтар һәм һөнәр оҫталары. Аудиовизуал энциклопедияға ингән материал төбәк телеканалдарында күрһәтеләсәк һәм урындағы мәҙәни үҙәктәргә тапшырыласаҡ.

“Берҙәмлек” мәҙәни-ара һәм ижтимағи партнерлыҡ үҙәге” йәмәғәт ойошмаһы менән этник-ара журналистар Гильдияһының Һамар өлкәһе бүлексәһе Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына эшләнгән был проекттың тәүге этабын Һамар өлкәһенән башланы. Ойоштороусылар фильмдарҙы 28 миллиондан ашыу кеше ҡараясаҡ тип күҙаллай.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *