«Беренсе республика”

Булат Йосоповтың “Беренсе республика” тарихи нәфис фильмын 16 марттан 21 июлгә тиклем 40 мең кеше ҡараған.

Фильм республиканың 54 районында күрһәтелде, прокатта 16 кинотеатр, 182 ҡала-ауыл ҡатнашты. “Беренсе Республиканы” Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан Республикалары, Силәбе, Ырымбур, Владимир, Пенза, Һарытау өлкәләрендә, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Лос-Анджелес ҡалаһында ла ҡаранылар. Ошо ваҡыт арауығында 2 меңдән ашыу видео һәм хат баһаламаһы йыйылды.

“Беренсе республика” фильмы 41-се Мәскәү халыҡ-ара, Чебоксар халыҡ-ара һәм FESTPRO Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалдәрендә ҡатнашты. “Иң яҡшы сценарий”, “Рәссам-ҡуйыусының иң яҡшы эше” номинацияларында еңеүсе булды һәм FESTPRO фестиваленең бер нисә номинацияһында еңеү яуланы.

“Тере лента” кинокомпанияһында фильмды күрһәтеү август айында ла дауам итәсәк тип хәбәр итәләр.

“Беренсе республика” тарихи фильмы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған. Билдәле башҡорт режиссеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтай Башҡарма комитеты ағзаһы Булат Йосоповтың эше башҡорт әҙәбиәте, сәнғәте, драма һәм музыкаль театрҙарын ойоштороуға ҙур өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәр тураһында.

Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла Рәсәй төбәктәрендә фильмды күрһәтеүҙә ярҙам итә.

Сығанаҡ: Башинформ

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *