Йәнһүрәт –туған телдә

«Башҡортостан» киностудияһы рсепублика халыҡтары телдәрендә йәнһүрәттәр сығарасаҡ. 3-4 минутлыҡ йәнһүрәттәр ҡыҙыҡлы ғына түгел, файҙалы ла буласаҡ: контент балаларҙың белемен үҫтереүгә лә йүнәлтеләсәк. 

Режиссер Рим Шәрәфетдинов әйтеүенсә, әле әкиәттәр һайлап алына, рәссамдар персонаж образын әҙерләй, эскиздар төшөрә. Һәр фильм төрлө жанрҙа һәм төрлө стилдә төшөрөләсәк, халыҡ йырҙары ҡулланасаҡ. 

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына эшләнә. Ул 2019 йылдың декабрендә донъя күрәсәк.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *