Өфөлә донъя әҙәбиәте ынйылары – башҡортса!

“Инеш” нәшриәте бөтә донъға билдәле әҙәби әҫәрҙәрҙе тәржемә итә. Льюис Кэрроллдың “Әлисә Мөғжизәләр илендә”, Джеймс Крюстың “Тим Талер, йәки Һатылған көлөү” һәм “Мең һәм бер кисә” йыйынтығынан ғәрәп әкиттәре баҫыуға әҙерләнә. 

Проекттың баш мөхәррире – башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллина. Тәржемәселәр – Гүзәл Ситдыҡова һәм Фәрзәнә Аҡбулатова. Художестволы биҙәү – Артур Вәлисовта, “Мең һәм бер кисә” әкиәттәренә иллюстрацияларҙы Сулпан Билалова эшләй. 

Һәр бер әҫәр 3 мең тираж менән сығарыласаҡ, йәмғеһе – 9 мең китап. Улар республиканың 

һәр бер китапханаһына ебәреләсәк тип хәбәр итә “Инеш” нәшриәтенең баш мөхәррире. 

Беренсе китап августа донъя күрәсәк, ҡалғандары 2019 йыл дауамында баҫылып сығасаҡ. 

Проект Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына бойомға ашырыла, тип хәбәр итә Башинформ.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *