“Интерактив башҡорт теле” проекты

Башҡортостанда башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн веб-ресурс эшләнә. “Интерактив башҡорт теле” проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында бойомға ашырыла.
Веб-ресурс өҫтөндә мәғарифты үҫтереү институты командаһы эшләй.

Проект башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү һәм йәнле һөйләү телмәрен үҫтереү өсөн медиаконтенттан тораУны өҫтәмә белем алыу программаларында ла ҡулланыу ҡаралған. Проект сайтында интерактив онлайн-дәрестәр, видеороликтар, һүҙлек буласаҡ. 34 темаға
күнекмәләр ҡаралған.

Проект гранттар буйынса эксперт советы ултырышында күрһәтелде. Веб-ресурсты тест режимында көҙ сығарыу ҡаралған, тип хәбәр итә «Башинформ».

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *