Генералға Советтар Союзы Геройы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров: “Республика Хөкүмәте, йәмәғәт ойошмалары Генералға Советтар Союзы Геройы исемен биреү буйынса оҙаҡ йылдар эш алып барҙы. Вәғәҙә бирәм: был ниәтте атҡарып сығыр өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын. Ышанам: маҡсатыбыҙ хуплау табыр.”
Продолжить чтение…

 

Яңы уҡыу йыл/ Новый учебный год

2 сентябрь республикала 487737 бала мәктәпкә бара. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы биргән мәғлүмәткә ярашлы, 55 меңдән ашыуы “тәү тапҡыр үрелеп” мәктәп ишеген асасаҡ (1-се класс уҡыусыһы). Белем усаҡтарының бөтәһе лә- 1310 мәктәп- яңы уҡыу йылына әҙер.Ә һеҙ? По данным Минобразования Башкирии, 2 сентября в школы республики пойдут 487 737 учащихся. Впервые за школьную парту сядут более […]
Продолжить чтение…

 

Башҡортостанда 2020 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса 3 модель китапхана барлыҡҡа киләсәк

Благовар үҙәк район, Дүртөйлө районы Әсән ауылы, Туймазы районы Ҡандры ауылы китапханаларының заявкалары Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы тарафынан хуплау тапҡан.Модель китапханалар төҙөү өсөн Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 20 миллион һум аҡса аласаҡКитапханаға килеүселәр фәнни, матур әҙәбиәт буйынса йә баҫма матбуғаттың һанлаштырылған ресурстарына инә аласаҡ. Ҡулланыусыларға шәп тиҙлектәге интернет һәм Милли электрон китапханаға инеү мөмкинлеге лә асыла.
Продолжить чтение…

 

Башҡорт эйәре Ростов өлкәһендәге музейҙа һаҡланасаҡ

Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәгән башҡорттар “Самбек ҡалҡыулығы” халыҡ хәрби-тарих музей комплексына эйәр, ҡурай, ҡамсы, бетеү, йүгән, даға тапшырҙы. Эйәрҙе музейға Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылынан Филүс Хәлиуллин бүләк иткән. Ә йүгән менән дағаны 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы алышҡан яу яланынан 2017 йылда Хәтер вахтаһында табып алғандар.
Продолжить чтение…

 

5-се Өфө халыҡ-ара марафон / 5-ый Уфимский марафон

1 сентябрь республиканың баш ҡалаһында 5-се Өфө халыҡ-ара марафоны үтәсәк.  Спорт сараһында 5 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Улар төрлө ҡатмарлыҡтағы араға йүгерәсәк. Рәсәй марафондары тарихында тәүге тапҡыр 5 һәм 10 саҡрым араны скандинав таяҡтары менән үтергә мөмкин.Байрам мәлендә ҡаланың үҙәк урамдары автомобилдәр өсөн ябыҡ буласаҡ.
Продолжить чтение…

 

Тел буйынса гранттар

Башҡортостан Башлығының тел буйынса гранттарына өҫтәмә конкурс иғлан ителдеБР Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм БР халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарға ярҙам итеү өсөн БР Башлығы гранттарын алыуға өҫтәмә конкурс иғлан итте. Дөйөм суммаһы — 2 594 010,00 һум. Проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу ваҡыты — 2019 йыл.
Продолжить чтение…

 

Ҡазанда үткән WorldSkills

Башҡортостан студенты Илмир Сәйетбатталов «Ворлдскилс» чемпионатында миҙалға лайыҡ булды. Илмир- Сибай күп профилле һөнәри колледж студенты. Ҡазанда үткән «Ворлдскилс» 45-се донъя чемпионатында «Юғары оҫталыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ.
Продолжить чтение…

 

2 миллионлыҡ грант “Арғымаҡ” төркөмөндә.

Ҡырымда уҙған “Таврида-Арт” фестивалендә Ринат Рамаҙанов һәм уның командаһы берешәр миллион һумлыҡ ике грант отоп ҡайтты.Бер проект “Ҡымыҙ” фестивале , икенсеһе «Эра Урала» кибер-шоу буйынса.Афарин!
Продолжить чтение…

 

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙарында

Башҡортостандың Милли һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙарында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған күргәҙмә эш башланы.
Продолжить чтение…