Ҡоролтай йәштәр менән бергә!

«Минең төбәгем» блог-туры Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамы менән эшләнгәйне. Проект авторҙарының маҡсаты — сит өлкәләрҙә, илдәрҙә йәшәүселәргә Башҡортостандың матурлығын күрһәтеү, социаль селтәрҙәрҙә сифатлы контент булдырыу. Әлегә блог-тур тураһында беренсе фильм сыҡты. Киләсәктә ошондай видеояҙмалар башҡорт телендә лә төшөрөлөр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Продолжить чтение…