Хуш, “Йәйләү”-2019

Ҡумыҙ сиртергә өйрәнергә, ҡурайҙа һыҙғырырға, дәртле көйгә баҫырға һәм, әлбиттә, саф башҡортса аралашырға. 20 көн буйы балалар башҡорт моңо, башҡорт рухына сорналып йәшәне.Ейәнсура районы “Ал елкән” балалар һауыҡтырыу лагерында “Йәйләү” профилле сменаһын ябыу тантанаһы үтте.Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева йәш быуынға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә һөҙөмтәле эшләгән уҡытыусы […]
Продолжить чтение…

 

«Айыҡ ауыл» проекты буйынса хәбәрҙәр!

Бөгөн Ейәнсура районы Байдәүләт ауылы конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ауылда үткән йыйылышта халыҡ үҙе ошо теләген еткерҙе. Ҡоролтай Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, район хәкимиәте башлығы Дәмин Юланов Байдәүләттә йәшәүселәр менән әңгәмәләште, проектта ҡатнашыу буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.
Продолжить чтение…

 

Имәндәш ауылында һәйкәл ҡуйылды

Башҡорт уҡсыларына — һәйкәл! Ғафури районының Имәндәш ауылында башҡорт уҡсыларына һәйкәл ҡуйылды. Был проектты Ғафури районы хәкимиәте ярҙамында замандашыбыҙ, рәссам-педагог Илдар Шәйәхмәтов тормошҡа ашырҙы. Этник арт-объект Уҡлы-ҡая янында ҡуйыла — тап ошонда төрлө дәүерҙә боронғо уҡтар табылған.
Продолжить чтение…