Радий Хәбиров: Башҡортостан сит төбәктә йәшәүсе милләттәштәребеҙ үҫеше өсөн яуаплы

Радий Фәрит улы Хәбиров Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашты. Йыйылышта Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге асыу, төбәктәрҙә башҡорт телен уҡытыу, Пермь һәм Свердловск өлкәләрендә “Башҡортостан” сауҙа йортон һалыу кеүек һорауҙар күтәрелде. Ултырышта ошо форматтағы саралырҙы 2 йылға бер тапҡыр үткәрергә һүҙ ҡуйылды.

Әлеге ваҡытта ҡатнашыусылар “Беренсе Республика” фильмы актерҙары һәм режиссерҙары менән аралашалар.

Сара тураһында тулыраҡ “Башинформ” сайтында уҡырға мөмкин: http://www.bashinform.ru/news/1340297-v-regionakh-rossii-mogut-poyavitsya-eshche-odno-predstavitelstvo-i-torgovye-doma-bashkortostana/#

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *