Топонимдарҙы ҡурсыйыҡ

“Инйәр теше” түгел, ә “Ирәкташ! “Инзерские зубчатки” тигән урындың дөрөҫ атамаһын күптәр белмәй , ти билдәле яҙыусы Гүзәл Ситдыҡова. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыуға килгән сит төбәктәрҙәге башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре тарихсылар, ғалимдар менән аралашты.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссияһының киңәйтелгән ултырышында башҡорт этногенезы ойошторолоуҙа Рәсәй дәүләте әһәмиәте, башҡорт ырыуҙары тарихы, башҡорт топонимияһы, тыуған яҡты өйрәнеүселәр (краеведтар) хәрәкәте тураһында һүҙ барҙы.
Топонимдар-тарихыбыҙ һәйкәлдәре, ти әүҙем википедист Гүзәл Ситдыҡова. Улар “ бында башҡорт йәшәгән” тип ҡысҡырып тора! Топонимдарҙы ҡурсыу – рух Ватаныбыҙҙы ҡурсыу!
Шуға күрә Википедияла ул Башҡортостандан ситтә ятҡан башҡорт сығышлы географик объекттар тураһында мәҡәләләр яҙыуға өҫтөнлөк бирә.

Башҡорт Википедияһы администраторы Зөфәр Салихов бар милләттәштәрҙе был эшкә ҡушылырға саҡыра. Тыуған төбәгегеҙҙәге топонимдарҙы яҙып алып, туплап, “Башҡорт википедияһы” https://vk.com/bash_wikipedia йәиһә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы https://vk.com/ik_vkb төркөмдәренә мөрәжәғәт итегеҙ.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *