Һауаларға, ай, уҡ сойорғоттом!

Ғафури районы Имәндәш ауылы янында “Мәргән уҡсы” традицион яндан уҡ атыу буйынса IV халыҡ-ара фестивале үтә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзалары Фәнит Моратбакиев менән Ғаяз Ғарипов фестиваль сиктәрендә республикала этноспортты, милли спорт төрҙәрен үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында уҙғарылған түңәрәк өҫтәлдә сығыш яһанылар.

Сарала этноспорт Федерацияһына нигеҙ һалынды. Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын “Төнъяҡ амурҙары” ойошмаһы ағзаһы Илдар Шәйәхмәтовҡа тапшырҙы.

Ә «Мәргән уҡсы» фестивале үҙ эшен дауам итә!

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *