112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙарында

Башҡортостандың Милли һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙарында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған күргәҙмә эш башланы.


Өфөнөң Дим биҫтәһендә дивизия исемен йөрөткән музейҙа халыҡ иғтибарына Шайморатов генералға бәйле иҫтәлектәр күргәҙмәгә сығарылды. Улар араһында үҙ ҡулдары менән яҙған рус-ҡытай һүҙлеге лә бар.
Күргәҙмә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында ойошторолдо. Уны асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Башҡарма комитет рәйесе Искәндәр Юлдашев һәм Башҡарма комитет ағзаһы Азат Ярмуллин ҡатнашты. Искәндәр Юлдашев Бөтә донъя донъя башҡорттары ҡоролтайының легендар комдивтың исемен мәңгелләштереү буйынса эше менән таныштырҙы.

Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән флешмоб 7 сентябргә тиклем дауам итә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин да флешмобҡа ҡушыла.

https://bash.news/news/103989_bgn_milele_shajmoratovty_tyuyuyna_120_jyl?lang=bash

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *