Башҡорт эйәре Ростов өлкәһендәге музейҙа һаҡланасаҡ

Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәгән башҡорттар “Самбек ҡалҡыулығы” халыҡ хәрби-тарих музей комплексына эйәр, ҡурай, ҡамсы, бетеү, йүгән, даға тапшырҙы. Эйәрҙе музейға Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылынан Филүс Хәлиуллин бүләк иткән. Ә йүгән менән дағаны 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы алышҡан яу яланынан 2017 йылда Хәтер вахтаһында табып алғандар.

Бөгөн Таганрог ҡалаһын фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә бағышланған сарала “Самбек ҡалҡыулығы” тип исемләнгән музей биләмәһендә митинг үтте һәм Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған 46 һалдат ҡайтанан ерләнде. Бында аяуһыҙ алыштарҙа 800 меңдән ашыу совет яугиры Ватан өсөн йәнен биргән.

Ветерандар менән бергә сарала Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев экспонаттар менән танышты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Мәхмүт Сәлимов әйтеүенсә, Дондағы Ростов башҡорттары майҙа Еңеү байрамына музейға 112-се Башкавдивизияһының байрағы күсермәһен тапшырған. Музейҙа , шулай уҡ, легендар дивизияға бәйле 200-ҙән ашыу төрлө документ һәм фоторәсемдәр һаҡлана.

🌐Башкирское седло будет храниться в музее “Самбекские высоты” в Ростовской области.

Башкиры г.Ростова-на-Дону передали народному военно-историческому музейному комплексу” Самбекские высоты” седло, курай, камсы(плеть), бетеу(оберег), уздечку, подковы. Седло передал для музея фермер из д. Ново-Япарово Давлекановского района РБ Филюс Халиуллин. А уздечка и подковы были найдены на местах боев 112-й Башкирской кавалерийской дивизии во время вахты памяти 2017г.

Сегодня в мероприятии, посвященному Дню освобождения г. Таганрога от фашистских захватчиков на территории строящегося народного военно-исторического музейного комплекса “Самбекские высоты” состоялись митинг и церемония захоронения останков 46 воинов Великой Отечественной войны. Здесь при прорыве Миус-фронта общие потери советских солдат превысили 800 тысяч человек.

Вместе с ветеранами память героев почтил губернатор Ростовской области Василий Голубев и ознакомился с экспонатами.

По рассказу члена Исполкома МСОО “Всемирный курултай(конгресс) башкир” Махмута Салимова , башкиры г.Ростова-на-Дону ранее, в мае 2019 г. к Дню Победы, передали музею копию знамени 112-й Башкирской кавалерийской дивизии. В музее также хранятся более 200 копий архивных документов и фотографий, касающихся Башкавдивизии.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *