Тел буйынса гранттар

Башҡортостан Башлығының тел буйынса гранттарына өҫтәмә конкурс иғлан ителде
БР Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм БР халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарға ярҙам итеү өсөн БР Башлығы гранттарын алыуға өҫтәмә конкурс иғлан итте. Дөйөм суммаһы — 2 594 010,00 һум. Проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу ваҡыты — 2019 йыл.

БР Башлығы гранттарына мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәләрендә республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен, шулай уҡ төбәктән ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлек алып барған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелар дәғүә итә ала.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 2-се сентябрҙән 16-һына тиклем БР Мәҙәниәт министрлығында ҡабул ителә.
Гранттар тапшырыу тәртибе, ғариза формаһы һәм кәрәкле документтар исемлеге — республика Мәҙәниәт министрлығы сайтының Гранттар бүлегендә.

Объявлен дополнительный конкурс на языковые гранты Главы Башкортостана на 2,5 млн рублей
Министерство культуры РБ объявило дополнительный конкурс на соискание грантов Главы РБ на поддержку проектов, направленных на сохранение и развитие государственных языков РБ и языков народов РБ. Общая сумма — 2 594 010,00 рублей. Срок реализации проектов — 2019 год.
Соискателями грантов могут выступать некоммерческие организации, государственные и муниципальные унитарные предприятия республики, ведущие деятельность в сферах культуры, образования, науки, средств массовой информации, молодежной политики и спорта по сохранению и развитию государственных языков РБ и языков народов РБ, а также башкирского языка за пределами Башкортостана.
Заявки на участие в конкурсе принимаются со 2 по 16 сентября 2019 года Министерством культуры РБ.
Порядок предоставления грантов, форма заявки и перечень документов для участия в конкурсе — на сайте Министерства культуры республики в разделе Гранты.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *