Башҡорт авторҙары китаптары — Әзербайжан китапханаларында! // Книги башкирских авторов в Азербайджане!

Әзербайджандың баш ҡалаһы Бакула “Китапханалар — мәғлүмәти үҙәктәр кеүек” Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сарала Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының директор урынбаҫары Люциә Ильясова ҡатнаштылар. Конференция сиктәрендә Әзербайджандың Милли китапханаһында халыҡ-ара хеҙмәттәшлек Залы асылды. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» башҡорт нәшриәте баҫтырған «Урал батыр», «Башҡортостан моңдары» китаптары, Мостай Кәримдең дүрт […]
Продолжить чтение…

 

Башҡорт рухы, башҡорт моңо байрамы Һарытауҙа

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрендә ҡатнашыусыларға өлкә губернаторы Валерий Радаев тәбрикләү сәләме еткерҙе. Уның ҡотлау хатын эске сәйәсәт һәм өлкә йәмәғәтселеге эштәре министры Наталья Трошина уҡып ишеттерҙе. 
Продолжить чтение…

 

Самауыр сәйе күпкә файҙалыраҡ // Пышет жаром самовар

Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй ауылында «Самауыр байрамы».  Үрге Мөрсәләйҙәр айыҡ тормош яҡлы. Спиртлы эсемлектәр түгел, байрам табынында самайыр сәйе булһын, ти улар. Самауырҙа ҡайнаған һыу сәйнүктекенә ҡарағанда йомшағыраҡ, тип аңлата инәйҙәр. Тәмлерәк тә.  Ауыл халҡы милли байрамдарҙы йыш ойоштора. Был юлы ла ауылдың олоһо – кесеһе самауыр янында йыйылып боронғо ғөрөф- ғәҙәттәр, йолалар тураһында һөйләште, бала […]
Продолжить чтение…

 

Силәбе өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе эфирға сыҡҡан яңы тапшырыу менән ҡотлайбыҙ!

“Уралым” тапшырыуының ижади төркөмөнә ялҡынлы темалар, матур геройҙар һәм оҙон ижади ғүмер теләйбеҙ.
Продолжить чтение…

 

Сәйетбабалар Һарытауҙа ҡунаҡ ҡаршылай // Сегодня, 28 сентября, приглашаем в г.Саратов

Сәйетбабалар Һарытауҙа ҡунаҡ ҡаршылай  Бөгөн, 28 сентябрь, Һарытау ҡалаһына рәхим итегеҙ. Н.Г.Чернышевский ис. Һарытау милли тикшеренеү дәүләт университетында “Һарытау Волга аръяғы башҡорттары һәм дала Евразияһы мәҙәниәте” исеме аҫтында түңәрәк өҫтәл үтә. ( Һарытау ҡ., Астрахань урамы,83, 11-се корпус.)  Университет биләмәһендә башҡорт тирмәһе ҡоролған. Тирмә янында уҡ-һаҙаҡ, милли биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үтә. Сәғәт өстә университеттың […]
Продолжить чтение…

 

Һарытау өлкәһенән Күсембәт (Ҡатай) ауылы мәктәбе уҡыусылары ла #Шайморатов флешмобынан ситтә ҡалманы.

Балалар оҫталыҡ дәрестәрендә йырҙарҙан тыш, башҡортса тыпырлатырға, ҡурайҙа һыҙғырырға, ҡумыҙ сиртергә өйрәнгән. Башҡорт халыҡ йырҙары менән уларҙы Әхмәтов ис. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, йырсы Сәйҙә Ильясова һәм Лилиә Низаметдинова таныштырҙы. Заһир Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы өлкән уҡытыусыһы Венер Йылҡыбаев һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте. Башҡорт бейеүе […]
Продолжить чтение…

 

Һарытау өлкәһендәге Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре барышы менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Милләттәштәребеҙ Мәҡсүт (Бишул) ауылынан Диләрә һәм Римма Биктимерова, Бәғәнәштән Рәйсә Туҡтарова бөгөнгө саранан алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
Продолжить чтение…

 

Башҡорт телендә һөйләшәм!

Һарытау өлкәһендәге Перелюб районының Күсембәт (Ҡатай) һәм Калинин ауылы балалары Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясованың ҡул аҫтында йөкмәткеле, сағыу концерт тамашаһы әҙерләгән. 
Продолжить чтение…

 

Һарытау өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ тирмәле булды

Перелюб районы халҡына сәхнә костюмдары, милли уйын ҡоралдары -ҡурай һәм ҡумыҙ ҙа тапшырылды. Бүләктәрҙе милләттәштәребеҙ шаулы алҡыштар менән тәбрикләне. 
Продолжить чтение…