Йәш эҙәрмәндәр эше

“Уларҙың бөтәһендә лә ҡул пулеметтары.” Немец һалдаты 1941 йылда хатында
совет яугирҙары тураһында шулай яҙа.

Һуғыш башында совет һалдаттарының автоматик винтовкалар (СВТ) менән ҡоралланыуы фашистар өсөн көтөлмәгәнлек була. Совет пехотаһының Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы төп шәхси ҡоралы- үҙ ҡорошло винтовка сит ил белгестәренән юғары баһа ала.

Әле ул Ҡырмыҫҡалы районы эҙәрмәндәре әҙерләгән күргәҙмәлә, яу яланынан табып алынған башҡа бик күп һуғыш ҡоралдары араһында. Тауһеңер ауылындағы байрамға килгән халыҡ күргәҙмә янынан өҙөлмәй.

Экспонаттарҙың барыһы ла “Хәтер вахтаһы”нда эҙләнеү эштәрендә табылған. Ленинград өлкәһенә экспедицияға барҙыҡ,тип һөйләй егеттәр.
Ҡырмыҫҡалы районының “Йондоҙ” хәрби-патриотик клубының эҙәрмәндәр отряды Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөтә. Егеттәр Ҡабаҡ ауылы мәктәбендә белем ала.

Эҙәрмәндәр менән республика етәксеһе лә аралашты. Егеттәр эше тураһында һөйләне.
Йәй һайын республика мәктәп уҡыусыларының 42 отряды яу үткән урындарға эҙләнеү эштәренә юллана.

«Русские поголовно вооружены ручными пулемётами». Так немецкий солдат писал домой летом 1941 года.
Значительное количество автоматических винтовок у советских стрелков стало неожиданностью для немцев в начале войны.
В 1940-х годах самозарядная винтовка должна была стать основным личным оружием советской пехоты.

Винтовки заслужили достаточно высокую оценку иностранных специалистов. Выставка поисковиков богата интересными экспонатами. Все они были найдены во время поисковых работ на экспедиции “Вахта памяти”. Как рассказывают сами юноши, поисковые работы велись в Ленинградской области.

Выставку подготовил поисковый отряд Кармаскалинского района  «Звезда» , он объединяет в своем  составе поисковый отряд имени Минигали Шаймуратова МОБУ СОШ д. Кабаково.

Руководитель республики пообщался с поисковиками, которые рассказали Радию Хабирову о работе, которую они проводят на местах сражений Великой Отечественной войны.

42 поисковых отряда башкирских школьников каждое лето выезжают на раскопки на места боев.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *