“Яратҡан ҡалам”

Баш ҡаланың Ленин урамында бөгөн тик йәйәүлеләргә үтергә рөхсәт.
Бында “Яратҡан ҡалам” исемле фестиваль уҙа.
Йыр-моңло, театрлы, телевизион, һәләтле. Сараны ойоштороусылар Өфөнө һәр яҡтан күрһәтергә ниәтләгән. Төрлө тематикала бер нисә майҙансыҡ эшләй.

Фестивалдә республика етәксеһе лә булды. Радий Хәбиров оҫталар һәм артистарҙың эш кимәлен баһаланы, майҙансыҡтарҙы ҡараны. Бындай саралар баш ҡалабыҙҙың мәҙәни-күңел асыу йүнәлешен күтәреп кенә ҡалмай, күберәк туристар йәлеп итеүе менән дә мәртәбәле.

Бөгөн Өфөлә, шулай уҡ, тәмле ризыҡ фестивале һәм Халыҡ-ара марафон уҙҙы. Һуңғыһында 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *