«Янғантау» — ЮНЕСКО-ның геопарктар глобаль селтәренә ингән Рәсәйҙәге тәүге геопарк.

Был ҡарарҙы Индонезияла үткән Совет ултырышында сығарҙылар. Башҡортостан Республикаһының Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров геопаркты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам ҡулын һуҙған һәр кешене еңеү менән ҡотланы. Әле республикала тағы бер геопарк — «Торатау» өҫтөндә эш барыуын белдерҙе.

ЮНЕСКО-ның геопарктар селтәрендә 41 илдән 147 объект бар. Был статус — Башҡортостанда донъя кимәлендәге геопарк булыуын иҫбатлай. Тимәк, киләсәктә туристарҙы күберәк йәлеп итергә мөмкинлек арта.

Геопарк Салауат районында урынлашҡан, уның презентацияһы Индонезияла үтә.

Сығанаҡ — Башинформ: http://www.bashinform.ru/news/1347544-v-bashkirii-geo..

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *