Башҡорт телен өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымта

Башҡортостанда башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымта эшләнә. Проектҡа Башҡортостан Республикаһының Фәндәр Академияһы заказ биргән. Ҡушымта Android һәм IOS платформалы телефондар өсөн эшләнә, тип хәбәр ителә госзакупки сайтында. Подрядсы тәүҙә башҡорт теленең лексикаһы, терминологияһы, морфемикаһы, грамматикаһы буйынса тикшеренеүҙәр үткәрергә тейеш. Ҡушымта Breakthrough Level йәғни “элементар” кимәл өсөн төҙөлә. Унда эҙләү системаһы, “Һайланма”, “Ҡыҫҡа […]
Продолжить чтение…

 

“Юғарыға ос!”

Быйыл яңы уҡыу йылынан республикабыҙҙың ете тиҫтәнән ашыу белем усағына “Юғарыға ос!” мәғариф проектының “Интерактив башҡорт теле” модуле индерелә башланы. Шул иғтибарға лайыҡ, проект Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы Гранты бүлгән аҡсаға эшләнгән.
Продолжить чтение…

 

2 быуатлыҡ тарихы булған ҡомартҡы юҡҡа сыҡҡан. Вәхшиҙәрҙең ҡылығы башҡа һыймаҫлыҡ

Баймаҡ районының Күсей ауылындағы Иҫке зыяратта боронғо яҙыулы ҙур ҡәбер ташы онталған. Ауыл халҡы шаҡ ҡатырғыс күренештән шаңҡып ҡалды. Был ташты Вәлит кантон 1827 йылда вафат булған атаһы Яҡшембәт Ҡолсура улына ҡуйған. 200 йылға яҡын торған тарихи ҡомартҡыға кем ҡул күтәргән. Күсей ауылы халҡы ошо хәлде күреп-белгән кешеләрҙән ғәйепләнеүселәрҙе табыуҙа ярҙам һорай.
Продолжить чтение…

 

Яңы Уренгой ҡалаһында бишбармаҡ һәм ҡаҙы яраталар

Ҡала көнөндә үткәрелгән “Милли ихаталар” сараһында башҡорт тирмәһенән кеше өҙөлмәгән. Клара Әлибаева әйтеүенсә, был байрамда Ямалда, Яңы Уренгойҙа йәшәгән төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм йолалары менән танышырға мөмкин.
Продолжить чтение…

 

Сәлиә Мырҙабаева “Айыҡ ауыл” тураһында

“Айыҡ ауыл” конкурсы тураһында. Конкурстың тәүге этабы һөҙөмтәләре, ҡайһы райондар ҙур әүҙемлек күрһәткән — барыһы ла ошо сығарылышта.
Продолжить чтение…

 

Ҙур әҙәбиәт премияһы лауреаты — башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимов!

Мәскәүҙә Яҙыусылар союзы секретариаты Ҙур әҙәбиәт премияһы лауреаттары исемен атаны. Улар- «Покаяние над пропастью» трилогияһы өсөн Өфөнән Флүр Ғәлимов, «Крымский мост» һәм «Святые грешники» романдары өсөн Воронеждан Александр Лапин, һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары өсөн Минскиҙан Анатолий Авротин.
Продолжить чтение…