Яңы Уренгой ҡалаһында бишбармаҡ һәм ҡаҙы яраталар

Ҡала көнөндә үткәрелгән “Милли ихаталар” сараһында башҡорт тирмәһенән кеше өҙөлмәгән. Клара Әлибаева әйтеүенсә, был байрамда Ямалда, Яңы Уренгойҙа йәшәгән төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм йолалары менән танышырға мөмкин.

Башҡорт тирмәһе лә ҡала үҙәк майҙанынан урын алды. Милләттәштәребеҙ ҡунаҡтарҙы ҡомалаҡтан әсе икмәк менән ҡаршыланы, милли ризыҡтар -бишбармаҡ, бауырһаҡ,ҡыҙыл эремсек менән һыйланы, ҡаҙы һоғондорҙо. Йыр-моң, һамаҡлауҙарға бай “Бәпес ҡайтты” йолаһын да уренгойҙар ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Милли кәсептәр, шулай уҡ, ҡала халҡының иғтибар үҙәгендә. Байрамға килеүселәргә селтәр-түшелдеректәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте, Ырымбур ҡыҙы Айгөл Дәүләтбаева кейеҙ һуғып күрһәтте.

Милләттәштәребеҙҙең сағыу сығышы 2-се дәрәжә диплом менән билдәләнде. Афарин! Ҡотлайбыҙ.

В г.Новый Уренгой любят бишбармак и казы! На мероприятии “Народные подворья”, который проводился в День города, башкирская юрта была в центре внимания. По словам Клары Алибаевой, на этом празднике можно ознакомиться с культурой и традициями народов, проживающих в Ямале, Новом Уренгое.

Башкиры Нового Уренгоя угощали всех желающих национальными блюдами — бишбармак, баурсак, казы и другие. Прошли мастер-классы по созданию тушелдерек и традиционному ремеслу башкирских мастериц- изготовлению войлока (кейез).
За яркое выступление соотечественников наградили дипломом второй степени. Молодцы! Поздравляем!

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *