Ҙур әҙәбиәт премияһы лауреаты — башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимов!

Мәскәүҙә Яҙыусылар союзы секретариаты Ҙур әҙәбиәт премияһы лауреаттары исемен атаны.

Улар- «Покаяние над пропастью» трилогияһы өсөн Өфөнән Флүр Ғәлимов, «Крымский мост» һәм «Святые грешники» романдары өсөн Воронеждан Александр Лапин, һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары өсөн Минскиҙан Анатолий Авротин.

Флүр Ғәлимов — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, хикәйәләр, повестар һәм пьесалар авторы. «Яңы башҡорт» романы, «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы менән башҡорт прозаһында, башҡорт әҙәбиәтендә яҙыусы-новатор булараҡ танылды.

Флүр Ғәлимовтың «Покаяние над пропастью» трилогияһы 2018-се йылда баҫтырыла һәм рус, инглиз, төрөк теленә тәржемә ителә. Бынан тыш, Мәскәүҙәге «Юность», «Роман-газета» журналында, айырым өҙөктәре «ЛиФФТ», «Литературная газета» и «Веб-рассказ» баҫмаларында донъя күрә.

Сығанаҡ: Башинформ

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *