«Бабич» фильмы — Халыҡ-ара фестивалдең номинацияһы еңеүсеһе!

«Бабич» тарихи фильмы «Мөхәббәт һәр йөрәктә» Халыҡ-ара кинофестивалендә Рәсәйҙең халыҡ артисы, режиссёр һәм сценарист В.М.Мотыль исемендәге бүләккә лайыҡ булды.

«Мөхәббәт һәр йөрәктә» халыҡ-ара кинофестивале Мәскәү өлкәһенең Дзержинск ҡалаһында үтте. Фильмды «Тере таҫма» кинокомпанияһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш хеҙмәткәре Гөлнара Яруллина күрһәтте.

«Владимир Мотылдең исеме тамашасыларға «Белое солнце пустыни» һәм «Звезда пленительного счастья» фильмдарынан һуң билдәле булды. Жюри фекере буйынса, был бүләк — фестивалдең иң ҙур наградаһы» — тип хәбәр итә Гөлнара Яруллина.

Сығанаҡ — Башинформ: http://www.bashinform.ru/news/1348786-film-babich-pol..

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *